08.11.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!
«Яңы урыҫ» бик яҡшы машинала китеп барғанда, ишәккә атланған ҡарттан көлмәксе булып:
– Эй, ҡартлас, ишәк нисек йөрөй? – тип һорай.
ҡарт та төшөп ҡалғандарҙан булмаған, ахыры:
– Яҡшы машинала, – тип яуаплаған.
***
– ҡәҙерлем, ниңә һаман ҡырынмағанһың, театрға барабыҙ ҙа һуң?
– ҡырынғайным бит инде.
– ҡасан?
– Һин биҙәнә башлар алдынан.
***
Беҙҙең заман ир-атының ҡатын-ҡыҙға ҡарата мөнәсәбәте йәшәү дәүерендә түбәндәгесә үҙгәрә.
Йәш, көслө, матур сағында: «Мин был ҡыҙҙан башҡа йәшәй алмайым».
Өйләнеп, ир ҡорона еткәс: «Мин был ҡатын менән йәшәй алмайым».
Пенсияға сыҡҡас: «Был ҡатын менән бер ни эшләй алмайым».
Ә инде ҡартайып, эшлектән сығып, берәүгә лә кәрәге ҡалмағас: «Мин был ҡатындан башҡа бер ни эшләй алмайым».
***
Бөтәһе лә ҡатын-ҡыҙҙың хыялы – идеаль ир табыу тип уйлай. Улай түгел шул! ҡатын-ҡыҙҙың хыялы – бер туҡтауһыҙ ашарға һәм һимермәҫкә.
***
– Ирек, кәңәш бир әле: тиҙҙән ҡатынымдың тыуған көнө, нимә бүләк итәйем икән? ҡиммәт тә булмаһын һәм шул уҡ ваҡытта уға ныҡ оҡшаһын да, – ти бер ир.
– Беләһеңме, һин уға аноним мөхәббәт хаты яҙ, – тигән дуҫы.
***
Әлеге заманда яҡшы машинала йөрөү кешенең ниндәй дәрәжәлә, кем булып эшләүе хаҡында түгел, ә уның банкыларға күпме бурысы барлығы хаҡында әйтеп тора.
***
– Ни өсөн армияла КВН юҡ?
– Сөнки бөтә шаяндар – гауптвахтала, ә отҡорҙар өйҙә ултыра.