25.10.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!
– ҡәҙерлем, − ти ҡатыны эштән ҡайтып ингән иренә, − иртәгә тыуған көнөңә ниндәй бүләк әҙерләйем икән?
– Бер генә көн булһа ла һаңғырау, һуҡыр һәм телһеҙ торһаң, шул етә, – тигән ире.
* * *
ҡунаҡханала.
– Һеҙҙә ҡунып сығырға буламы?
– 100 доллар.
– Йәй көнө хаҡтарығыҙ арзаныраҡ ине...
– Ана, үҙегеҙ ҙә аңлап тораһығыҙ, йәйгеһен төндәр ҙә бик ҡыҫҡа бит.
* * *
Психолог кәңәше: „Әгәр ҡатынығыҙ ташлап киткәндән һуң бер ниндәй ҙә күңелһеҙлек тоймайһығыҙ икән, бер аҙ көтөгөҙ. ҡатынығыҙ кире ҡайтасаҡ һәм уның менән бергә күңелһеҙлек тә”.
* * *
Атаһы менән улы мәктәп эргәһенән үтеп бара.
– Улым, – ти атай кеше, − ошо мәктәптә уҡыйһыңмы әле?
– Эйе.
– Бына бит үткән ғүмер, мин дә 20 йыл элек ошонда уҡығайным, – ти атаһы.
– Ә хәҙер мәктәп директорының ни өсөн, һинең һымаҡ аңраны 20 йыл күргәнем юҡ, тигәнен аңланым, – ти малай.
* * *
– ҡәҙерлем, – ти ире, − бына һиңә мең һум аҡса, барып, теге үҙең теләгән туфлиҙы һатып ал.
– Һин бит уның күпме торғанын белмәйһең, – тип асыулана ҡатыны.
– Уның ҡарауы, хәҙер һин беләһең, – тигән ире.
* * *
– Ирек, әгәр аҡсаң күп булһа, ниндәй машина һатып алыр инең? – ти танышы.
– „Лада”.
– Мин бит, аҡсаң бик күп булһа, тим!
– Ә ҡалғаны ремонт өсөн.
* * *
− Һылыуҡай, телефоныңды бир!
− Тәүҙә исемемде һорар инең... Нимә, әллә бер күреүҙә ғашиҡ булдыңмы?
− Бигерәк романтикһың икән. Был бит талау!
* * *
Уҡыусы – әсәһенә:
− Белһәң ине, беҙ таҡтаға ниндәй генә һүгенеү һүҙҙәре яҙмайбыҙ...
− Улым, һин быны эшләмәйһеңдер бит инде...
− Юҡ, мин әйтеп кенә торам.
* * *
Походта.
− ҡәҙерлем, мин бик арыным.
− Түҙ инде, һөйөклөм, хәҙер, туҡтап, ял итеп алабыҙ.
− Юҡ, түҙә алмайым, рюкзак яурынымды ауырттыра, эҫе, кроссовкам аяҡты ҡыҫа.
− Нимә эшләйем һуң инде?..
− Бәлки, һин рюкзактан сығырһың, ә...