«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Бер биҙрә алма



18.10.2011 Бер биҙрә алма

Бер ир үҙенә яңы ҙур, матур йорт һатып ала. Өйҙөң эргәһендә генә емеш-еләк баҡсаһы ла була. Ә күршеһендә иҫке генә йортта бик көнсөл кеше йәшәй. Ул һәр саҡ, нисек тә булһа күршеһенең кәйефен ҡырырға тырышып, уның ҡапҡаһы төбөнә сүп-сар түгә, йә ниндәйҙер этлек ҡыла.
Бик матур бер иртәлә ир яҡшы кәйеф менән йоҡоһонан уяна һәм тупһаһына сығып баҫа. Күңеле күтәренке, иркен һулыш алып, ҡояшҡа бағып йылмайҙым тигәндә эргәлә генә ҙур, бысраҡ биҙрә ултырыуын һәм уның эсе тулы тиҙәк булыуын күрә. Ир уны түгеп, биҙрәне ялтыратҡансы йыуа һәм, иң матур, бешкән алмаларын йыйып, биҙрәгә тултыра ла күршеһенә инә. Ә уныһы ишек шаҡығанды ишетеп: „Ниһайәт, мин уның зитына тейҙем, хәҙер рәхәтләнеп талашасаҡбыҙ”, – тип уйлап, кинәнеп ишеген аса. Әммә күршеһе матур итеп йылмайып иҫәнләшә лә уға алма тулы биҙрәне һона һәм:
– Кем нимәгә бай, шуның менән бүлешә инде! – ти.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға