11.10.2011 Һинең яҙмыш – минең яҙмыш
Ирек Кинйәбулатов
Республикам, ниҙәр теләргә һуң
Был байрамдың тыуған
көнөндә?
Тамуғын да, ожмахын да күрҙең
Төштәреңдә түгел, өнөңдә.
ҡоролоҡто, һыу баҫыуҙы күрҙең,
Эре урмандарҙың яныуын;
Поездарҙың шартлауҙарын
күрҙең,
Ғазраилдың үсе ҡаныуын.
Күңелдәрҙең йылыныуын күрҙең,
Йылы өйҙә йөрәк өшөүен;
Бөйөк осоштарҙы күреү менән
Кешеләрҙең түбән төшөүен.
Беҙҙән оло ғәмәл көтөп күптән
Ғаләм ҡарап тора күҙ алмай.
Йәнһеҙҙәрҙә йән терелер саҡта,
Мөмкин түгел бөгөн һүҙ алмай.
Инде һинең күргән-кисергәнде
Күрһәтмәһен инде тағын да.
Тик ғәҙелдәр генә торһон ине
Ерҙә ғәҙеллектең һағында.
Инде бер ҡайҙа ла
тайпылмаҫлыҡ
Көтөп-көтөп һалған юлыбыҙ.
Уяу уйҙар яңы бурыс ҡуя –
Бөтәһенә әҙер ҡулыбыҙ.
Үҙ яҙмышын үҙе яҙа халҡым,
Башҡаларҙан башҡа йәм күрмәй.
Берәүҙән дә үҙен артыҡ күрмәй,
Берәүҙән дә үҙен кәм күрмәй.
Һәр бер көндө байрам итеп була,
Булһаҡ та беҙ тик бер
ҡатлыраҡ,
Беҙҙең һәр бер байрам
булһын өсөн
Тағы ҡотло, тағы затлыраҡ.
Тик уйларға, тик эшләргә кәрәк,
Һәр береңә – башты ватырға,
Күп нәмәгә хоҡуҡ булған саҡта,
Һис хоҡуҡ юҡ уйһыҙ ятырға.
Республикам, һиңә генә түгел,
Үҙемә лә ошо теләгем.
Һинең яҙмыш – ул бит минең
яҙмыш,
Һин тигәндә – талмаҫ беләгем.