«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Мөхәббәт хаҡына



04.10.2011 Мөхәббәт хаҡына

Бер ваҡыт бай егет менән ярлы ҡыҙ бер-береһенә ғашиҡ була һәм мөхәббәттә аңлаша.
– Мин һине яратам, – ти егет.
– Мин дә, – ти ҡыҙ.
– Тик беҙ бер ваҡытта ла өйләнешә алмаясаҡбыҙ, – ти егет.
– Беләм, – ти ҡыҙ. – Һине ғүмеремдән дә нығыраҡ яратам. Беҙ ир менән ҡатын булабыҙмы, юҡмы, был мөһим түгел, тик мин – һинеке, һин минеке буласаҡбыҙ.
– Юҡ, – ти егет, – улай булдыра алмаясаҡмын. Бының өсөн беҙ иң тәүҙә ата-әсәйҙәребеҙҙең фатихаһын алып, мәсеттә никахлашырға тейешбеҙ. Шул саҡта ғына бергә була аласаҡбыҙ.
– Бының бер ваҡытта ла булмаясағын беләһең бит. Улар бер ҡасан да быға ризалыҡ бирмәйәсәк. Ә мин һинән башҡа йәшәй алмаясаҡмын, үлемде һайлаясаҡмын, – ти ҡыҙ.
– Улай булғас, беҙгә тик үлергә генә ҡала, – ти егет. Һәм улар ҙур ҡая башына менеп, аҫҡа ҡарай.
– Мин ныҡ ҡурҡам, һин мине һуңғы тапҡыр ҡосаҡлап үп тә, ҡаянан этеп ебәр. Сөнки үҙем быны эшләй алмаясаҡмын, – ти ҡыҙ.
Егет ҡыҙҙы ҡыҫып ҡосаҡлап үбә лә аҫҡа этә. ҡыҙ таштарға бәрелеп, шунда уҡ йән бирә. Ә егет ҡыҙҙың кәүҙәһенә юғарынан ҡарап тора ла, башы әйләнеп китеп, үҙен насар тоя, аҙаҡ үлгеһе лә килмәй башлай. Һәм ул оҙаҡ уйлап тормай, ҡайтыр­ға сыға. Күп тә үтмәй, икенсе ҡыҙға өйләнеп, тағы ла оҙаҡ йылдар йәшәп, ҡартайып үлә.
Һәм бына теге ҡыҙ менән егет Алла алдында һорау тота.
– Кем беренсе? – ти Аллаһы Тәғәлә.
– ҡатын-ҡыҙҙар беренсе, – ти егет.
Алла ҡыҙҙы хөкөм итә башлай:
– Һин шундай гонаһ ҡылып, уны үҙеңдеке, ә үҙеңде уныҡы итергә теләнеңме?
– Эйе, – ти ҡыҙ, – тик быны мөхәббәтебеҙ хаҡына эшләргә теләнем.
– Ата-әсәйеңдең ризаһыҙлығына ла иғтибар итмәйенсәме? – тип дауам итте Тәңре.
– Эйе, тик мин мөхәб...
– Шундай гонаһлы юлға барып, үҙеңде уның өсөн үлтерергә уйлап, ул да һинең өсөн үҙен үлтерер, тип ышандыңмы? – ти Аллаһ.
ҡыҙыҡай бышылдап ҡына:
– Эйе, тик беҙ...
Тәңре:
– Һин уға үҙеңде үлтерергә ҡушҡанһың, ни өсөн тигәндә үҙең быны эшләй алмағанһың һәм үлемеңдә егетте ғәйепле иткәнһең... ҡыҙ:
– Эйе, әммә…
Аллаһы Тәғәлә хөкөм сығара:
– Һин Тамуҡҡа юл аласаҡһың!
ҡыҙҙы һөйрәп алып сығып китәләр. Сират егеткә етә.
– Тимәк, һин ата-әсәйеңдең фатихаһын һәм мәсет ҡағиҙәләрен боҙманың? – ти Аллаһ.
– Ата-әсә менән Аллаһ иң бөйөк, тинем, – ти егет.
– Никахһыҙ килеш уға тотонмайынса уны ла оло гонаһтан ҡотҡарҙыңмы? – ти Аллаһ.
– Эйе, – ти егет.
– Тик уны үлтерҙең бит.
– Уның үҙенең үлгеһе килде һәм минән һораны. Бөтә гонаһ уға. Уның ҡарауы, быны эшләгәнем өсөн күптән үкендем инде, – ти егет.
Аллаһ һуңғы һорауын бирә:
– Үҙеңдең үлгең килдеме?
– Мин ваҡытында уйлап өлгөрҙөм һәм үҙ-үҙемде үлтереүҙән йолоноп ҡалдым. Сөнки ер йөҙөндә иң ҙур гонаһ ул – үҙ-үҙеңә ҡул һалыу, – ти егет.
– Ожмахҡа рәхим ит, улым! – ти Тәңре.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға