«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



04.10.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!

Бай ҡарт, ҡарсығы үлеп бер ай ҙа үтмәй, йәш кенә кәләш ала һәм буласаҡ кәләшенә:
– ҡәҙерлем, һине алдан уҡ һаулығымдың бик шәптән булмауы хаҡында иҫкәртеп ҡуйғым килә. Миндә хроник гастрит, бауырым, бөйөрөм насар, йөрәгем һәр саҡ тиерлек үҙен һиҙҙертеп тора,– ти.
– Ә нимәң юҡ? – ти ҡыҙ.
– Тештәрем.

* * *
– Иҙрис, кредит алам тигәйнең, килеп сыҡтымы?
– Юҡ, бирмәнеләр.
– Нишләп?
– Дөрөҫөн әйткәнгә.
– Ниндәй дөрөҫлөк тағы?
– Аҡса ни өсөн кәрәк, тип һорағайнылар, бер ҙур ғына түрәгә ришүәт бирер өсөн, – тинем.

* * *
ҡыңғырау шылтырай. Хужа ишекте аса. Унда бер ир баҫып тора һәм:
– Юғалған этегеҙҙе тапҡан кешегә бик ҙур суммала аҡса бирәсәкбеҙ тип яҙғанһығыҙ, алдашмай­һығыҙмы? – ти.
Хужа, һөйөнөп:
– Әллә уны таптығыҙмы? – ти.
– Юҡ, – ти ир, – мин аванс алырға килгәйнем.

* * *
Имтихан бара. Профес­сор – студентҡа:
– Беләһеңме?
– Беләм.
– Нимәне беләһең?
– Фәнде.
– Ниндәй фәнде?
– Имтихан барған фәнде.
– Ә ниндәй фәндән имтихан бара?
– Профессор әфәнде, – тип ҡыҙып китә егет, – ниңә һеҙ миңә шул тиклем бәйләнәһегеҙ?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға