«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » "Таҡмаҡ" бәйгеһе дауам итә!



04.09.2010 "Таҡмаҡ" бәйгеһе дауам итә!

"Таҡмаҡ" бәйгеһе дауам итә!Тә-әк, отпускылар тамам. Эйе, эшкә тотонорға ваҡыт. Ялыбыҙ бигерәк оҙон булып китте. Йәйҙең дә булды хәтәре, ҡояш төндә лә йоҡламаны, эҫеһе һүрелмәне, күргәне – күрҙе, күбеһе аңламаны-күрмәне, хатта Башҡортостанда алмаштырҙылар түрәне... Шул ваҡытта таҡмаҡ ҡайғыһы ла, тамаҡ ҡайғыһымы? Йөрәкте тотоп, һыу эсеп йәшәлде был өс ай. Бер аҙ һүрелгәс, яңы түрәгә лә күнегелгәс, бер сама сылатҡас тамаҡты, дауам итәйек «Таҡмаҡ»ты.
Эште үткән «ҡоролтай» темаһына шәп таҡмаҡ ижад итеүселәрҙең исем-шәрифтәрен атауҙан башлайыҡ. Был юлы ун биш кеше таслы булды: Фәнүзә Биктимерова, Ләлә Ғүмәрова (Әбйәлил), Йәғәфәр Йәнәлин (Баймаҡ), Гөлсирә Шафиҡова (Мәсетле), Рәхимә Юламанова (Йылайыр), Әсмә Әбсәлиҡова (Күгәрсен), Зәлифә Фәйзуллина (Архангел), Люциә Байназарова (Стәрлебаш), Таһир Латипов (Өфө), Нәтижә Вахитова (Хәйбулла), Гөлшат Рәхмәтуллина (Күгәрсен), С. Билалова (Бөрйән), Илһам Латипов (ҡыйғы), Нәжми Хилажев (Учалы), Харис Теләмов (Ейәнсура).
Таслы таҡмаҡсылар араһында ҡайһы бер авторҙарҙың таҡмаҡтары баҫылып өлгөрмәүе лә мөмкин, сөнки килгән бар хаттар ҙа иғтибарға алынып, баҫыуға әҙерләнде, йомғаҡ шунан сығып яһала. Беләһегеҙ инде, тас көтөп ултырмағыҙ, әле генә бирмәйбеҙ әле бындай затлы бүләкте. Һәр яңы тема һайын ун йә егерме әүҙем таҡмаҡсыға шулай тас бирелеп барыла. Йыл аҙағында иң күп тасҡа эйә булыусы «иң-иң»дәр араһында иң төп бүләк – эсе тулы ҡымыҙ булған кәритәләр уйнатыласаҡ һәм еңеүселәргә алып барып тапшырыласаҡ. Башҡа иҫтәлекле бүләктәр ҙә вәғәҙәләй мөхәррир. «Йәшлек»тең 20 йәшлек юбилейы байрамында оло майҙан да тоторға тура килмәгәйе әле үҙегеҙгә.
Шулай итеп, алдағы ике айға, йәғни октябрҙең урталарына тиклем тема – «Башҡортостан һәм перепись, йәғни халыҡ иҫәбен алыу».
Таҡмаҡтарығыҙҙың тәүге юлдары былай башланырға тейеш:
1. «Минең илем Башҡортостан...»
2. «Һай, перепись, перепись...»
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: әйтелгән таҡмаҡтарығыҙҙа ошо юлдар йә шул юлдар­ҙың мәғәнәһе мотлаҡ булһын ине. Бер ҙә булмаһа, ошо юлдарҙан башланып, берәй фәһемле һәм ҡыҙыҡлы тарих, боросло хәл-ваҡиға һөйләнергә лә мөмкин.

Уңыштар теләп, Мөнир ҡУНАФИН.

Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
Донъям тотҡаһы бит ул.
Тормош йөктәрен тартабыҙ,
Етәкләшеп ҡулға-ҡул.

Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
Булмаһа ла эшебеҙ.
Илап түгел, бер йән булып,
Йәшәй белгән кеше беҙ.

Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
Иңдәрендә – пар ҡанат.
Һүрелмәһен өмөт-ҡояш –
Рәхмәт уға мең ҡабат.

Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
Тирәгем япраҡтары.
Эй, ғүмерҙең алтындан да
ҡәҙерлерәк саҡтары.
Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
Айға ҡарап һағынам.
Күргән һайын таң алдынан
Өр-яңынан ҡабынам.

Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
Күңеле киң, йөҙө асыҡ.
Шул йәрҙе лә һанға һуҡмай,
ҡайҙа китерһең ҡасып?

Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
Һандуғас булып һайрай.
Уға булған мөхәббәтем
Самауыр кеүек ҡайнай.

Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
Гармундарҙа уйнайым.
Сәғәттәрҙә – 60 минут,
Минут һайын уйлайым.
Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
Эсемде бошорағыҙ.
Үткән рәхәт көндәремде
Иҫемә төшөрәгеҙ.

Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
Кейер итеге лә юҡ.
ҡыҙҙар һөйә лейтенантты,
Миңә конюхы ла юҡ.

Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
Һөйәркәһе Наҡыя.
Кейеменә ҡыҙыҡты шул,
Кейем туҙа ла ҡуя.

Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
Алһыу күлдәген кейә.
Беҙ ташлаған әбейҙәрҙе
Йәп-йәш егеттәр һөйә.

Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
Һөйә, һөйөлә белә.
Эсеп алһа, оҡшап ҡала
Һиндостан дөйәһенә.

Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
Исемдәре – Әптерәй.
Үбешергә үрелгәйнем,
Еүеш танауын терәй.

Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
Исемдәре – Ишбулды.
Уны уйлап ята торғас,
Төнгө сәғәт биш булды.
Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
Маңлай сәсе бөҙ(ө)рә.
Эштән ҡайтмай оҙаҡлаһа,
Көтөп үҙәк өҙөлә.

Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
ҡайтып килә кибеттән.
ҡыйыш-мыйыш атлап килә,
Тамаҡ төбөн ебеткән.

Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
Олоғайҙы бабайым.
Бабайымды ҡартайтма, тип
Хоҙайымдан һорайым.

Нәжиә ВАХИТОВА.
Хәйбулла районы,
Юлбарыҫ ауылы.


Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
Түгелеп илап бара.
Хәсбиямал, китмә, йәме,
Боҙолоп ҡуйыр ара.

Һул күршеләге һөйгәнем,
Нисә күрмә – иҫерек.
Уйҙарында тик араҡы,
Берәй ярты, бер сирек.

Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
Сыҡмаһын ел-бураны.
Шешәләшен таба алмай,
Ауылды биш ураны.

* * *
Хәсбиямал, ҡайҙа киттең?
Эшкә түгел, бөгөн ял.
Көртмәлегә барғандағы
ҡыҙыҡтарҙы һөйләп ал.

Хәсбиямал эйәрткән дә
Сәрбиямал киленде,
Көртмәлегә алып китте,
Йоторлоҡ, тип, телеңде.

ҡара урман уртаһында
Бик тә уңған көртмәле.
– Сәрбиямал килендәшем,
Һин йыраҡҡа китмәле.

Әллә ҡайҙа йөрөгәнсе,
Килсе, килсе бирерәк.
Был тирәнең көртмәлеһе
Сейәнән дә эрерәк.
Хәсбиямал саҡырғайны,
Сәрбиямал йүгерҙе.
Тик бында ла, тегендә лә
Бер үк төрлө ҙурлыҡтағы
Көртмәлеләрҙе күрҙе.

Тағы килде, тағы юҡ,
Аптыраны, асыуланды,
Хәсбиямал алдай, тип.
Сейәнән дә эрерәк
Көртмәлеләр булмай, тип.

Бер аҙ уйлап ҡарап торҙо
Хәсби емеш тиргәнде.
– Нисек һуң мин күрмәйем
Хәсбиямал күргәнде?
Уйлай-уйлай саҡ төшөндө
Көртмәленең серенә:
Хәсбиямал еңгә кеүек,
Лупа күҙлек кейгәндә
Емештәр ҙур күренә.

Ике килен-килендәш
Көн дә бында килгәндәр.
Көртмәле эре була тип,
ҡалын күҙлек кейгәндәр.


Айһылыу ХӘСӘНОВА.
Әбйәлил районы,
Рыҫҡужа ауылы.



Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
Тракторист булып эшләй.
Иҫтәремә төшөрмәгеҙ,
Йөрәгем әллә нишләй.

Һөйгән йәрем тракторист,
Бураҙнаһын боҙмағыҙ.
Үҙемә лә берәү генә,
Ғашиҡ булып ҡуймағыҙ.

Трактор менән ер һөрә
Тау башында бейектә.
ҡайһы саҡта ярап булмай,
Яндарында бейеп тә.

Һөйгәнемә һүҙ әйтмәгеҙ,
ҡашы ла ҡара ғына,
Күҙе лә ҡара ғына,
Алам, тигән һүҙе булһа,
Барам да барам ғына.

Фуражкаңды күтәреп кей,
Баҫып кейһәң, килешмәй.
Егеттәрҙең аҡыллыһы
Кеше һүҙенә төшмәй.
Һөйгән йәрем, исемдәрең
Бигерәк матур – Мырҙабай.
Пудра бирәм, тип алданың,
ҡулъяулыҡты бир давай.

Урамдарҙан үтеп бара –
Сыбар ала ҡандала!
Итем бөтөп, һөйәгем ҡалһын,
Онотмайым унда ла!

Магазинға барғайным,
Осраным калушҡа.
Һеҙгә һаман таҡмаҡ яҙа
Бессовестный бабушка.

Оло юлдың таҡыры,
Еҙ ҡомғандың баҡыры.
Һеҙҙән тас бит, минән – ҡомған,
Осрашырбыҙ, ахыры.

Мәфтуха ХӘМИТОВА.
Көйөргәҙе районы.


Хәсбиямал, ҡайҙа киттең,
Итәктәрең йылтырай.
ҡарт ҡыҙ булып ултырмайыҡ,
Кейәү табайыҡ, дауай.

Хәсбиямал, шәл ябынған,
Төшөп ҡалған, ҡуй инде.
Йәштән һөйгән йәркәйенә
Баралмаған, һуң инде.

Ауыл тулы ҡарт буйҙаҡтар,
Уларға бит юҡ ыспрос.
Донъя көтөрлөгөн табыу –
Бына ҡайҙа уап(ы)рос.

Ултырып илар хәлдәр юҡ та,
Иңдә мамыҡ шәлдәр юҡ.
Самауырҙа һыу ҡайнатып
Сәй эсергә йәрҙәр юҡ.

Ике һуғып, бер уратһаң,
Ябынырға шәл була.
Димсе булып ҡыҙ һоратһаң,
Егет кәләшле була.

Ике кәзә, бер сеүәтә,
Тейәп алып көйәнтә,
Хәсбиямал китеп бара
Яусылаған кейәүгә.
Ағай-еҙнә көтөп тора,
Мыйығын бороп тора.
– Кәзә менән генә алам,
Табышҡа нигеҙ була.

Хәсбиямал, ҡайҙа киттең,
Матурайған – илаһым!
Кәләшлеккә алмағандар
Ултырып-ултырып илаһын.

Хәсбиямал, ҡайҙа киттең,
Миңә лә кейәү әйттер.
Бик булмаһа, «Йәшлек»тән тап,
Аукцион үткәрттер.

Хәсбиямал кейәү тапты,
Мин ҡайҙан һуң табайым?
«Йәшлек», һиңә иғлан яҙам,
Тауыҡ менән түләйем.

Өс балаға әсәй үҙем,
Беҙҙәме кейәү көнө?
Шаян таҡмаҡ әйтер өсөн
Кейәм яусы кейемен.

Гөлшат РӘХМӘТУЛЛИНА.
Күгәрсен районы,
Ураҡай ауылы.



Бала сағымда әсәйемдән ишеткән бер мәҙәкте таҡмаҡҡа һалғайным.

Һай, был башҡорт шундай инде,
Мәҙәге бар, донъя булғас.
Береһен яҙайым инде,
ҡулыма ҡәләм алғас.

Миңлебай ағай юл тота
Мәләүезгә, баҙарға.
Кейем-һалым, кәрәк-яраҡ,
Тәмлекәстәр алырға.

Еңгә оҙата ҡурсалап:
– Аҡсаны ныҡ тот, ҡыҫып!
Ағайым китте ҡалаға,
Оло сумкаһын аҫып.

Кемдер ала, кемдер һата,
Шау-гөр килә баҙары.
Шуны эҙләп, быны эҙләп,
Әйләнде, ти, баштары.

Уңмаған ағайҙың юлы,
Төшөп ҡалған аҡсаһы.
Насип түгел, ни эшләйһең,
Аңлар әле бисәһе.

Бер ус кәнфит, перәниктәр,
Һалып сумка төбөнә,
ҡайтып еткән Миңлебайы
Иртәгәһе көнөнә.

Шарҙай булған еңгәкәйҙең
Сөм ҡараҡай күҙҙәре.
Ни тип әйтергә лә белмәй,
Көрмәләнгән телкәйе.

Һай, был башҡорт, шундай инде,
Аптырап та тормаған.
– ҡыҫып тотҡас ни аҡсаны,
Үлде лә ҡуйҙы, – тигән.

Әсмә ӘБСӘЛИҡОВА.
Күгәрсен районы,
Йомағужа ҡасабаһы.


«Һай, был башҡорт,
шундай инде...»

Һай, был башҡорт, шундай инде,
Ул – тәбиғәт балаһы.
Бер ҡатлылыҡ, ябайлыҡта
Унан өлгө алаһы.

Һай, был башҡорт, шундай инде,
Йомартлығы баштан ашҡан,
Үҙенә ҡалмаһа-ҡалмаҫ,
Ауыҙ иттерер аштан.

Һай, был башҡорт, шундай инде,
Күңелдәре күлдәй киң.
Кем килһә лә, ҡунаҡ итә,
Бар кеше лә берҙәй тиң.

Һай, был башҡорт, шундай инде,
Әйтмәҫ эсе бошҡанын.
Сабырлығы сама ашып,
Көтөр Хоҙай ҡушҡанын...

Һай, был башҡорт, шундай инде,
Бирер һуңғы ыштанын.
ҡапыл ғына аңғармаҫ ул
Ялағайын, ҡуштанын.

Һай, был башҡорт, шундай инде,
Илен бирмәҫ яттарға.
Уның данлы тарихы бар,
Көйгә һалып ятларға.

Һай, был башҡорт, шундай инде,
Барын түргә үткәрер.
Ете ят мосафирҙың да
Мәшәҡәтен күтәрер.

Ете ятты түргә ҡуйып,
Тапанмайыҡ тупһала.
Улар ҡыл да ҡыбырлатмаҫ,
Илдә дауыл ҡупһа ла.

Сит-яттар хужа булһалар,
Башҡорт иле тарҡала.
Губерна тигән берәй ил
ҡалмаҫ, тимә, картала...

Һай, был башҡорт! Шундай инде –
Яуға сапҡан иң алдан.
Дошмандың ҡото алынған
Уҡ-ян тигән ҡоралдан.

Һай, был башҡорт! Шундай инде –
Баш бирмәгән яттарға.
Кәрәк икән, күкрәк ҡуйған
Амбразура ҡапларға!

Һай, был башҡорт! Шундай инде –
Илем, тиеп йән атыр.
Яуҙа ауһа, даны ҡайтыр,
Сал Уралын яратыр!

Фәнүзә БИКТИМЕРОВА.
Әйбәлил районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға