«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



20.09.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!

«Аҡыл аҡсала түгел, ә унһыҙ йәшәй белеүҙә».

* * *
Матур ҡатын-ҡыҙ – ир-атты, ә йәмһеҙҙәре ҡатын-ҡыҙҙы шатландыра.

* * *
– Шунан, хәлдәрең нисек, дуҫҡай? Өйләндеңме әле, әллә һаман аш-һыуҙы үҙеңә үҙең әҙерләйһеңме?
– Тегеһе лә, быныһы ла.

* * *
– Вәли Вәлиевич, мең доллар биреп тороғоҙ әле.
– Париждан ҡайтҡас та.
– О, ҡалай шәп, һеҙ Парижға барырға йыйынаһығыҙмы ни?
– Уйлағаным да юҡ.

* * *
Атай кеше эшләгән ерендә хеҙмәттәштәренә үҙенең еткән ҡыҙын һоратырға килеүҙәре хаҡында һөйләй:
– Бер юлы ике егет: береһе – эшҡыуар, икенсеһе – магазин директоры, – ти ул.
– ҡыҙығыҙ кемде бәхетле итте һуң? – тигән һорауға ир:
– Магазин директорын. Ул эшҡыуарҙы һайланы, – тигән.

* * *
– Хушбуйҙың бәхет еҫлеһен, туштың шатлыҡлыһын, ә инде кремдың мөхәббәткә илтә торғанын теләйем.
– Нимә, әллә хәҙер ябай косметика ярҙам итмәйме?

* * *
Фирманың ябай хеҙмәт­кәр­ҙәренең отпускыһы икәү: тәүҙә – үҙенеке, аҙаҡ – директорҙыҡы.

* * *
– Кисә төндә Әҡлимә менән ҡараңғы тыҡрыҡтан килә инек, ҡаршыбыҙға бер хулигандар бандаһы осраны.
– Оһо! Шунан, нисек ҡотолдоғоҙ һуң?
– Һин нимә, Әҡлимә менән беҙҙән ябай ғына ҡотолоп булмағанды белмәйһеңме ни әле?

* * *
– ҡайҙа эшләйһең?
– Бер ҡайҙа ла.
– Ә нимә менән шөғөлләнәһең?
– Бер нәмә менән дә.
– Иҫ киткес шөғөл.
– Эйе, һин белһәң, ә ниндәй конкуренция.

* * *
– Атай, нимә ул Тыуған ил? – тип һорай бәләкәй малай.
– Тыуған ил ул шундай урын, – ти атаһы, – йәш сағыңда унан ҡайҙалыр алыҫҡа киткең, ә ҡартлыҡ еткәс, киреһенсә, әйләнеп ҡайтҡың килә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға