«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



06.09.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!

– Алло, алло, мин мәйетханаға эләктемме?
– Юҡ, юҡ, яңылышаһығыҙ, әле уға шылтыратаһығыҙ ғына.

* * *
– Кейәүкәйем, байрам менән үҙеңде!
– Бөгөн ниндәй байрам булһын?
– Миңә ҡайныңдан телеграмма килде, ашығыс рәүештә һеҙҙән ҡайтып китергә мәжбүрмен.

* * *
– Кемгә уҡыйһың?
– Иҡтисад һәм транспортта идара итеүсегә.
– Кондукторға, тип тураһын ғына әйтһәң булмаймы ни?

* * *
– ҡыҙым, һине тәмәке тарта тиҙәр, шул дөрөҫмө?
– Шунан, тағы нимә тиҙәр? Подъезд төбөндәге ҡайһы ҡарсыҡ менән иҫәнләшмәнем икән?

* * *
– Кендегемде биш ерҙән тиштерҙем! – ти ҡыҙ егетенә.
– ҡалай шәп булған, хәҙер унда элмәк элеп, шаршау ҡорһаң да була инде, – тигән егет.

* * *
Тик зоопарк хеҙмәткәре генә һәр ваҡыт һеҙҙе ниндәй хайуан исеме менән атарға икәнен беләсәк.

* * *
ҡатыны ирен әрләй:
– Һиңә кейәүгә сыҡҡанда иҫәр, һаңғырау һәм һуҡыр булғанмын.
– Бына күрәһеңме, – тигән ире, – мин һине ниндәй ауырыуҙарыңдан дауалағанмын!

* * *
Ғаилә бөтә нәмәне алмаштыра. Шуның өсөн ғаиләле булғансы, иң тәүҙә уйла: һинең өсөн нимә мөһимерәк, бөтәһеме, әллә ғаиләме?

* * *
ҡатмарлы һәм ауыр мәсьәләне сисеүҙе ойошмағыҙҙың иң ялҡау хеҙмәткәренә тапшырығыҙ, ул быны эшләр өсөн иң ябай юлды табасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға