«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



30.08.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!

Мәскәүҙә бер ир таксис­ҡа килә лә:
– Мине Өфөгә илтеп ҡуйығыҙ әле? – ти.
– ҡайҙа?
– Өфөгә!
– Ә ул ҡайҙа?
– Башҡортостанда.
– Башҡортостан ҡайҙа һуң?
– Тағы нисек аңлатайым икән? Мин һеҙгә бер мең доллар аҡса бирәсәкмен…
– Һеҙгә Сипайловоғамы, әллә Дим биҫтәһенәме?

* * *
Ир-егеткә кәңәш: «Яңы ҡыҙығыҙға бер ваҡытта ла элеккеләренең һеҙгә ниндәй насарлыҡтар эшләгәнен һөйләмәгеҙ. Мейе­һенә орлоҡ һалып ҡуйыуығыҙ бар».

* * *
Киске яңылыҡтар «Хәйерле кис» тигән һүҙ менән башлана ла, аҙаҡ ниңә улай түгеллеге хаҡында һөйләй башлай­ҙар.

* * *
Туйға килгән ҡоҙа ике тәүлек буйы өҫтәл артынан китмәй икән. Хужабикә, аптырағас:
– ҡоҙа, аҙ ғына ял итеп алһаңсы, арығанһыңдыр бит, – ти икән. ҡоҙаһы:
– Мин бында ял итергә килгәнме ни?

* * *
Армияға китер алдынан егет һөйгән ҡыҙынан:
– Аҡыллым, минең ҡайт­ҡанды көтөрһөңмө? – тип һораған. ҡыҙ:
– Көтөрмөн, бәғерем, көтөрмөн, кейәүгә сыҡһам, хатта икәүләп көтөрбөҙ.

* * *
– Яңы директорығыҙ нисегерәк? Бергә эшләп булырлыҡмы?
– Һи, уның менән эшләмәһәң дә була.

* * *
Начальник үҙенең ҡул аҫтындағыларға ниндәй­ҙер көләмәс һөйләй. Бөтәһе лә эстәрен тотоп көлә. Берәү генә өндәшмәй.
– Ә һеҙ ниңә көлмәйһегеҙ? – тип һорайҙар унан.
– Ә ниңә көләйем ти? Мин – иртәгә эштән китәсәк кеше.

* * *
– Кисә зоопаркҡа барҙым, – ти бер егет.
– Мине күрҙеңме? – тип һорай икенсеһе.
– Юҡ. Ә һин ҡайһы ситлектә инең?

* * *
Олатаһы ейәненә:
– Улым, һин, ҙурайғас, беҙҙе ҡарарһың инде – тигәнгә ейәне:
– Мин ҙурайғансы һеҙ үлеп бөтөрһөгөҙ ул, – тип яуаплай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға