20.08.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!
– Хәҙерге заманда юҡ ул тоғролоҡ, – тип зарлана бер егет дуҫына. – Бына кисә генә мин йөрөгән биш ҡыҙҙың икәүһе хыянат итте.
* * *
Судта:
– Шунан, хөкөм ителеүсе, үҙегеҙҙе аҡларлыҡ түләй алмайһығыҙмы?..
* * *
Бер ҡыҙ «яңы башҡорт»ҡа кейәүгә сыға. Иң яҡын әхирәте унан:
– Сөмбөл, һин Ғәлигә бер күреүҙән ғашиҡ булғанһыңдыр, эйеме? – тип һорай.
– Юҡ, – ти теге, – икенсе күреүҙән. Беренсе күреүҙә мин уның аҡсаһы ятҡан карталарҙың һандарын белмәй инем бит әле...
* * *
– Әйтегеҙсе, табип әфәнде, – ти яңы утыҙҙан уҙған ир, – миңә ул тиклем ҡиммәтле операция эшләтеү мотлаҡмы ни? ҡатынымды ҡарарға һәм өс баламды аяҡҡа баҫтырырға кәрәк.
– Миңә лә, хөрмәтлем, миңә лә.
* * *
– Һинең ирең шул тиклем аҡыллы кешегә оҡшаған. Ул бөтәhен дә беләлер, эйе бит? – ти әхирәте, бөтөнләй башҡа уйҙар уйлап.
– Юҡты hөйләмә, әллә hин иҫәрме, ул бер нәмәне лә белмәй, – тигән ханым, алан-йолан ҡаранып.
* * *
Ҙур ғына бер ойошмаға ревизия килә. Етәксе менән һөйләшеп ултырғанда, ревизор:
– Һалым инспекторығыҙҙың исем-шәрифе нисек? Һеҙ уға нисек өндәшәhегеҙ? – тип һорай.
– Беҙ уға өндәшмәйбеҙ, ул, әҙәм аҡтығы, көттөрөп тә тормай, үҙе килә лә етә, – тигән етәксе, онотолоп китеп.
* * *
– Шунан, беҙҙең яңы егетебеҙ нисек? – тип ҡыҙыҡhына магазин директоры урынбаҫарынан.
– Ул иҫ киткес талантҡа эйә. Беләhегеҙме, бөгөн үҙ әсәһен эшкинмәгән телевизорҙы hатып алырға күндерҙе.
* * *
Бер күп һөйләргә яратҡан ҡатын табипҡа килә лә:
– Иремә көндәр буйы нимәлер һөйләйем дә һөйләйем, ә ул ауыҙ асып бер һүҙ ҙә әйтмәй. Минеңсә, ул психик ауырыуҙыр.
– Юҡ, юҡ, һеҙ яңылышаһығыҙ. Был – талант.