«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » «Балаларҙы ҡарармын тигәйнем»



20.08.2011 «Балаларҙы ҡарармын тигәйнем»

Берәү, мине һайлаһағыҙ, шуны эшләрмен, быны хәл итермен, тип йөрөп-йөрөп тә депутатлыҡҡа үтә алмағас, бик ныҡ ҡайғыра. Дуҫы осратып, хәл-әхүәлен һораш­ҡас:
– ҡуй, һорама ла инде, насар, – ти.
– Нисек инде насар? Эшләгән эшең һәйбәт, һаулығыңа ла зарланырлыҡ түгел шикелле.
– Депутатлыҡҡа үтә алманым бит, – ти ул, иларға етешеп. – Депутат булып китһәм, балаларҙы ҡарармын тип уйлағайным, килеп сыҡманы, үтә алманым, – тип хәсрәтен һөйләй.

И. ХАЖИЕВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға