«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Сер



20.08.2011 Сер

Тауҙар, урмандар араһында ултырған матур, һил ауыл. Тәбиғәттең йәннәт кеүек бер мөйөшө. ҡаланан журналист килә. Ул урам буйында битен һыр баҫҡан, сал сәсле ҡартты осратып, уның оҙаҡ йәшәү сере менән ҡыҙыҡһына.
– Һеҙ, моғайын, бер ваҡытта ла эсмәгәнһегеҙҙер? – тип һорай унан.
– Нисек инде улай, эсәм, көнөнә әллә нисә яртыны кәгәм…
– Тимәк, һеҙ тартмайһығыҙ?
– Улай ғынамы, көнөнә өс ҡап та етмәй...
– Ә ҡатын-ҡыҙҙар менән бөтөнләй сыуалмаған­һығыҙҙыр…
– Һеҙ бигерәк минән көләһегеҙ... Мин һеҙгә нормаль кеше түгелме ни?!
– Ул ваҡытта нисек итеп ошо йәшкә ҡәҙәр етә алдығыҙ?
– Нисек инде «ошо йәшкә ҡәҙәр»?! Миңә 32 генә йәш бит әле!

И. ӘХМӘҘИЕВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға