«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Беҙ ниңә шулай?..



20.08.2011 Беҙ ниңә шулай?..

Мөҡсин бөгөн дә үҙенең күнегелгән йолаһына хыянат итмәне: төшкә ҡарай ғына өҫтәле янына лып итеп килеп ултырҙы. Бына-бына ҡорбанын һөҙөп осорорға әҙерләнгән үгеҙ кеүек күҙе аларған, йөҙө ҡарайған, былай ҙа юҡ иренен бәлеш кеүек бөрөштөрөп ҡымтыған ирҙең бүлмәләгеләргә ҡул биреп күрешеү түгел, ирендәрен ҡыбырлатып һаулыҡ һорашырға ла хәле етмәне. Портфеленән шапылдатып бер ҡосаҡ гәзит-журнал соҡоп сығарҙы ла, ҡаштыр-ҡоштор килеп, әле береһен ҡараны, әле икенсеһен. Унан, быҙау кеүек мышнай-мышнай, нимәлер уҡый башланы. Ахырҙа берәй таныш-фәләне күҙенә салынды булһа кәрәк:
– Бынау әҙәмде лә гәзиткә яҙған булғандар, – тип мөңкөлдәгәне ишетелде. – Ишшеү килештереп, аҡшайтып фотоһын биргәндәр бит әле, Алланың ҡашҡа тәкәһе, тиерһең. Ана, ниндәй ҡаҡайып тора. Уның шайы ғына кем эшләмәгән! Әкиәт яҙып, академик булған берәү. Бустыйҙың бустыйы бит. Бына мин етмештә булһам да, бер ҙә бот күтәреп өйҙә ятмайым. Берәүҙе күртинәһәләр, күҙҙәре тона бит ул, юҡ эшен дә бар итеп ҡабартырға ғына торалар. ҡыҙыҡ ҡыналар ул. Беҙ ниңә шулай икән, ә?
Башҡаларҙан, эйе, эйе, шулай шул, тигәнерәк йөпләү өмөт итеп башын ҡалҡытыуға, йәнәшәһендәге өҫтәлдең етемһерәп ултырыуын шәйләне.
– Һаман да юҡмы? – Һөмһөрө ҡойолған ир төпкә батҡан төҫһөҙ ҡарашы менән өҫтәлде ашарҙай булып һөҙөп ҡараны.
– Ул дауаханала бит, – тине кемдер.
– Дауаханала? – Мөҡсин, йөҙөн әсе һуған ашағандағы кеүек сирылтып, ҡабатлап һораны. Унан тағы теҙә башланы. – Кит, ғибрәт, әйләнгән һайын ниндәй балнис ти ул. Эш тип уйлау юҡ, сиртһәң, битенән ҡаны һытылып сығырҙай бәндәне ҡайһы ере бимазалай икән, ә? Кләүезник! Бөгөндән шартлатып арт яғына тибергә кәрәк уның. Беҙгә ғәрип-ғөрәбә не нужен...
Бына ул өҫтәлендәге графиндан ҡаҙ кеүек ғоңҡолдатып һыу һемерҙе лә ҡулына ниндәйҙер журналды алды. Бүлмәлә урынлашҡан тынлыҡ уҙа барһа биш минутҡа еткәндер. “Улар шулай ҙа, улар былай”, – һыу тейҙермәй йәһүдтәрҙе маҡтай башлаған Мөҡсиндең был юлы нимә уҡыуын тоҫмаллау өсөн күрәҙәсе булыу кәрәкмәй ине.
– Бынау йәврәйҙәрҙең берҙәмлегенә ғәжәп итерлек. Береһе өсөн береһе үлергә әҙер торған бындай ҙа халыҡ булыр икән! ҡарттарын да, йәштәрен дә чут күтәреп йөрөтмәйҙәр. Кәнишне, шулай булғас, улар алға бармай, кем барһын! Ә беҙ? ҡуй инде, ҡуй, әйтеүе лә оят, ни юҡ, беҙҙә юҡ. Бер-беребеҙҙе тереләй йоторға әҙер генә торабыҙ бит. ҡайҙа ул беҙгә бер-береңдең шатлығына ҡыуана белеү! Ниңә беҙ шулай икән, ә?
Ул арала бүлмәгә бүлек етәксеһе башын һондо.
– Наилды күрмәйемсе, берәй эш менән киттеме икән?
– ҡасан уның башҡалар һымаҡ үҙ ваҡытында эшкә килеп, үҙ ваҡытында ҡайтҡаны бар? Әллә ҡасан уҡ табанын ялтыратты. – Мөҡсин яуап биреп ҡалырға ашыҡты. – Үҙегеҙ беләһегеҙ хәҙерге йәштәрҙе. Улар беҙҙең кеүек ҡара таңдан киске эңергә ҡәҙәр һеперелергә алйот түгел. Ваҡыт уҙһын – сабата туҙһын, тип кенә йөрөйҙәр шунда...

Венер ИСХАҡОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға