«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Иң ҡиммәтле һәм мөһим нәмә хаҡында



16.08.2011 Иң ҡиммәтле һәм мөһим нәмә хаҡында

Бер малай бәләкәй сағынан уҡ күршелә йәшәгән ҡарт менән бик дуҫ була. Әммә ваҡыт үтә – мәктәп, колледж, аҙаҡ хеҙмәт юлы, шәхси тормош һәм башҡа мәшәҡәттәр. Ирҙең һәр минуты иҫәптә, уның хатта үткәндәр хаҡында уйларға, ҡайтып яҡын кешеһенең хәлен белергә лә ваҡыты булмай.
Бер көн ул күршеһенең үлеме хаҡында ишетә һәм көтмәгәндә ҡарттың уға, фажиғәле рәүештә һәләк булған атаһын алмаштырып, бик күп нәмәгә өйрәтеүе иҫенә төшә. Үҙенең ғәйебен танып, ир ҡартты ерләргә ҡайта.
ҡартты ерләгән кистә ир мәрхүмдең бушап ҡалған өйөнә инә. Бөтә нәмә элеккесә… Хужа ҡасандыр үҙе әйтмешләй, үҙенең иң ҡиммәт һәм ҡәҙерле нәмәләрен һаҡлаған ҡумта ғына күренмәй. Ир, ҡарттың берәй туғаны алғандыр, тип өйҙән сыға.
Тик бер-ике аҙна үтеүгә посылка ала. Тышында күрше ҡарттың исем-шәрифен күреп, ир һиҫкәнеп китә һәм тиҙ генә уны аса. Посылканың төбөндә теге алтын ҡумта ятыуын күрә, ә унда – кеҫәлә йөрөтә торған алтын сәғәт, уның артында: «Минең менән үткәргән ваҡытың өсөн һиңә мең рәхмәт!» – тигән яҙыу була. Шул саҡта ир ҡарт өсөн иң ҡиммәт һәм мөһим нәмә бәләкәй дуҫы менән үткәргән ваҡыт булыуын аңлай.
Бынан һуң ул ҡатыны менән улына иғтибарын һәм ваҡытын йәлләмәй.
Ғүмер нисә тапҡыр тын алыу менән түгел, ә күпме тапҡыр тыныңды тотҡарлаған минуттар менән иҫәпләнә.
Беҙҙең ваҡыт секундлап аға. Шуның өсөн дә уны хәҙер һәм файҙалы сарыф итергә кәрәк.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға