06.08.2011 Тамырлы яңғыҙ имән
Меңдәрсә саҡрымға һуҙылған юлдан арып-талып тыуған ауылына ун ете йылдан һуң ҡайтып килеүсе Фәдис яңғыҙ ҡайын ҡалҡыулығындағы шишмә эргәһендә туҡталып иркен һулыш алды, йәнле күҙәнәктән урғылып сығып, үҙ юлын тапҡан, ҡояш нурҙарында сағылған һалҡын һыуҙы услап йотлоға-йотлоға эсеп, һыуһынын баҫты. Бит-ҡулдарын сылатып алғас, йән һәм тәненә еңеллек өҫтәлеүен тойҙо. Ергә салҡан ятып, күктәге ҡояшты, бейектә осҡан ҡарлуғастарҙы күҙәтте. Ауыл, йәйге көндөң матурлығы үҙе үк ошо иреккә, сихри донъяға тарта икән. Бының ни икәнен сит ерҙәрҙән зарығып-һағынып ҡайтҡан кеше генә белә, ысын-ысындан аңлайҙыр. Селлә! Моғайын, ауылда йылдың иң матур ваҡытылыр ул. Ана бит, ағастарға ла әле көҙ тарафынан һағышлы төҫтәр өҫтәлмәгән, ҡупшы-көләс булып ултыралар. Был хозурлыҡ күңелде ҡыуандыра, күҙгә рәхәтлек бирә. Ауыл мәшәҡәтенең иң күп осоро әле. Халыҡ бесән әҙерләй. Ә Фәдисте яҙмыш сит ерҙәрҙә төпләндерҙе. Атай нигеҙенә лә юлы һирәк төшә. Һуңғы тапҡыр ҡасан ҡайтҡайны? Яҙ, май ине. Әле, күпме йыйынып йөрөп, ниһайәт, атаһы үтенесе менән иҫәпләшеп, тыуған өй түбәһен яңыртырға тыуған яҡтарына юлланыуы. Бик оҙаҡ яйы сыҡманы шул ҡайтырға. Ун биш йыл элек үҙ эшен башлаған ирҙең төрлө мәшәҡәттәре тыуып ҡына торҙо.
Тормошо яйлы ҡоролдо Фәдистең. Бөгөн ул – ҡалала ете магазины булған эшҡыуар. Өс ҡалала фатиры, бер нисә йөк һәм сит ил маркалы еңел машинаһы, төрлө банкыларҙағы шаҡтай суммала аҡсаһы булған миллионер!
Тормош һин уйлағанса, теләгәнсә генә ҡоролмай икән. Инде 45 йәшенә еткән Фәдискә шул тиклем байлыҡ урынына бер сабый бәхете бирһә ни булған? Бер яҡлап бирһә, икенсе яҡлап башҡалар татыған бәхеттән мәхрүм итә икән Хоҙай. Илнураһы менән дә мәктәп йылдарынан яратышып, егет армиянан ҡайтыу менән өйләнешкәйнеләр. Балалары ғына булманы. Күп табиптарға күренеп ҡарағандан һуң, аҡ халатлылар ирҙең атай була алмаясағын әйттеләр. Байлыҡ, байлыҡ тип, донъя ҡыуа ла бит кеше, шуныһы ҡыҙғаныс, ҡорған тормошоңдоң барыбер бер китек яғы була икән. Шуларҙы уйлаһа, йәшәүенең бер мәғәнәһен дә күрмәй Фәдис. Аҡсаң булыу менәнме ни, ҡалдырыр кешең, нәҫел ебеңде дауам итерлек бер улың да булмағас? Йөрәгендәге ике «мин« бәхәсләшә башлай Фәдистең: «Ғүмерең заяға үтте инде, нимә тип кенә өтөләһең, ҡайҙарға тип ҡыуаһың ул донъяны? ҡыуып етә алырмын тиһеңме?» – ти бер «мин». «Юҡ, – тип өмөтләндерә икенсеһе. – Йәшәй башларға бер ваҡытта ла һуң түгел. Өмөтһөҙ шайтан ғына, тиҙәр. Өмөтһөҙлөккә бирелмә әле, Фәдис. Һиңә бит әле 45 кенә йәш. Ир-егеттең үҫмер сағы ғына әле...» Шулай ҙа бит... Их, сит илдәрҙе гиҙерлек, күптәр өсөн тормошҡа ашмаҫ хыял ғына булған ил, республика шифаханаларында йыл һайын ял итеп ҡайтыу мөмкинлектәрең булыу менәнме ни ул! Булһын ине эргәңдә үҙеңә етеп килгән бер улың! Бына шул сағында үҙен ысын мәғәнәһендә бәхетле итеп тойор ине Фәдис.
– Хәйерле көн, юлсы!
Уйҙарына бирелеп, мамыҡтай хәтфә үлән өҫтөндә аунаған Фәдис үҙенә юлланған сәләмгә һиҫкәнеп ҡуйҙы ла, күтәрелеп ултырҙы.
– Хәйерле көн!
– Алыҫҡа юл тотаһығыҙмы?
– ҡайтып еттем инде...
– Бәй, Фәдис, һин түгелме?
– Эйе, Ирек, мин! – Фәдис, ҡаршыһында баҫып торған, үҙенән ике синыф ҡына алда уҡыған ир-егетте танып, күреште. Үҙе менән өс үҫмер улы ла бар.
– Һеҙ, балалар, ҡайта тороғоҙ, ҡаҙ-өйрәктәрҙе, себеш-күркәләрҙе ашатығыҙ, яраймы? Мин дә хәҙер ҡайтып етермен. Әсәйегеҙ бөгөн һуңлар әле, лагерҙа контроль һауым үткәрәсәктәр, тигәйне. – Ирек шулай һөйләнә-һөйләнә, ҡулындағы һәнәк менән тырмаһын улдарына тотторҙо. Тегеләре, ярай, атай, тип ауылға табан атланы.
– Шулай шул, сығып киткән булаһығыҙ ҙа, күбәләктәр осҡанда ҡайтаһығыҙ ауылға...
– Эйе.
– Бесәнлектән ҡайтып киләбеҙ әле. Дүрт кәбән һалдыҡ. – Ирек, юлсы эргәһендә туҡталып, шишмә йырғанағында йыуынды, зимагурға текәлеп торғандан һуң һорап ҡуйҙы:
– Һинең дә малай үҫеп еткәндер инде, Фәдис?
– Ярай инде, һыҙлаған яраға тоҙ өҫтәмә. Атай булыу бәхете теймәне инде миңә. Күрәһең, Хоҙай шулай яҙған...
– Нисек улай? Теге йылдың майында Талип ағайҙың ҡыҙы Лилиә менән Ялан күле буйында мөхәббәттән иҫергән мәлегеҙҙә ат эҙләп өҫтөгөҙгә килеп сыҡҡайным... – Бер аҙ һынап ҡарап торғандан һуң өҫтәп ҡуйҙы. – Шикләнмә, минән һүҙ сыҡманы. Үҙегеҙ ҙә мине шәйләмәнегеҙ.
– Эй, шул йәшлек мауығыуҙарын һөйләмә инде, – Фәдис, ҡыйынһынып ҡына йылмайып ҡуйҙы ла, ҡаршыһындағы ҡыяҡ үләндәрҙе өҙөп алып, усында әүәләне.
– Как һөйләмәйем? Һөйләйем! Лилиә бит туғыҙ айҙан һуң малай тапты.
– Нимә-ә-ә?
– Лилиә... малай тапты...
– Нимә тиһең? Йә, ҡабатла тағы, тағы ҡабатла! – Фәдис, атылған уҡ тиҙлегендә тороп баҫып, аҡылынан шашҡан кешеләй, Иректе елтерәтергә тотондо.
– Эйе, Лилиә малай тапты. ҡыҫылышым булмаһа ла, шуны әйтәм, Фәдис, башыңды иҫәргә һалырға урының юҡ. Лилиә теләһә кем менән сыуала торған ҡыҙ түгел. Ундайы-бындайы ишетелгәне булманы ла... – Ғәйепле кеше кеүек, ниңә һүҙ башлауына үкенгән ир, ҡыйынһынып, башын эйҙе. – Мин һеҙҙе күрешеп тораһығыҙҙыр тип уйлай инем. Ул да ситтә бит. Ауылға һирәк ҡайта...
Иректең һүҙҙәре ҙур яңылыҡ булды Фәдискә. Уның, һаубуллашып, ауылға табан атлауын да иғтибарға алмай, бер аҙ шишмә буйында өнһөҙ ултырҙы. Ишетһә лә, ишетте хәбәрҙе! Бына бит нисек – Фәдис тә атай кеше булған! Уның малайы тыуған! Шаяртып һөйләй торған кеше түгел Ирек. Быны Фәдис бала сағынан белә. «Их, ниңә иртәрәк ишетмәнем был хәбәрҙе? Нишләп ауылға юлым йышыраҡ төшмәне? Ана, Иректең ауыҙы ниндәй йырыҡ! Дөбөрҙәп торған өс малайы үҫеп килә! Кеҫәһендә «ел уйнаған» ауыл мужигы миллионер минән күпкә юғары. Ысын мосолманса йәшәй. Ата-бабалар васыятына тоғро. Тыуған нигеҙен һыуытмаған. Өй бөтөрөп сыҡҡан, ҡатын алған, баҡса ултыртҡан, малайҙар атаһы булған. Ауылда йәшәйем, аҡсам юҡ, тип урамға хәйер һорашып сыҡҡан көнө юҡ. ҡулынан килгән кешегә ваҡ-төйәк эше лә табылып тора. Үҙ көнөн үҙе күреп йәшәй...»
* * *
Лилиә – Талип менән Зәкиәнең икенсе ҡыҙҙары. Мәктәптә яҡшы билдәләргә өлгәшкән һылыу үҫмер йылдарынан, клубта күрһәтелгән һинд кинокартиналарындағы матур мөхәббәт сюжеттарын ҡарап туя алмай, күңеленән татлы хыялдарға бирелеп, кисерештәрен йөрәгенең иң йәшерен өлөшөнә һалып йәшәргә өйрәнде. Ә теге өс бер туған егет тураһындағы фильмды туғыҙ тапҡыр ҡараны. Халыҡ аҙ йәшәгән, йәштәр аҙ булған бәләкәй ауылда ҡыҙға аралашыу ҙа сикле булғанлыҡтан, эске кисерештәренә ауаздаш тойғоларҙы шул һинд киноһынан таба ине. Күрһәтһәләр, бер үк фильмды туҡһан туғыҙ тапҡыр ҡарарға ла риза булған, шундағы ҡара мыйыҡлы егеткә бар йөрәге менән ғашиҡ Лилиә кеүектәрҙең күңелен кем аңлай инде? Ә мыйыҡлы егет йылмайғанда... киң экрандан зәңгәр күҙҙәрен тултырып, әйтерһең дә, гел Лилиәгә ҡарай! ҡыҙ хыялында «ҡара мыйыҡ»ты эргәһендә тойоп йәшәне: һөйгәне менән етәкләшеп, аллы-гөллө сәскәләр араһынан ҡыуышып барып ҡолағанда... Лилиә кинолағы бәхетле оҙон толомло ҡыҙ урынында үҙен Ялан күле буйында кеүек хис итте, шул тойғо-кисерештәрҙән үҙендә йәшәү көсө артыуын тойҙо. Улай ҙа булмаҫ ине, бәлки – ҡыҙҙың ауылда тиңдәштәре юҡ. Синыфтарында күрше Рәмил менән икәүһе генә ине, ун биш йәшендә ул да яҙғы ташҡында һыуға батып һәләк булды... Бына шуға мөхәббәттең ләззәтенә ситтән тороп иләҫләнеп, ике енес кешеһе араһындағы идеаль мөнәсәбәтте, бер булмаһа, бер татырға хыялланып, күберәк үҙ-үҙенә бикләнеп йәшәгән ҡыҙ ул Лилиә.
... Урта белем алғандан һуң ҡыҙ әсәһе эргәһенә фермаға һауынсы булып килде. Ун туғыҙынсы йәшенә сыҡҡан йылдың май айында булды был хәл. Йәйләүҙә көндәрҙән бер көндө киске һауым тамамланыр алдынан һауынсылар ауылдың миллионеры ҡайтыуы хаҡында һөйләнеп алды. Тыуған ауылына йәй көндәрендә генә ҡайтҡылаған эшҡыуар Фәдисте күптән ауылдаштары «миллионер» тип йөрөтә. Лилиәнең дә ситтән күҙәтеп йөрөгәне бар. «Матур кеше Фәдис ағай. Ирең шундай кеше булһа икән... Их, шул кеше мине яратһа...» Үҫмерлек осорон үтеп барған ҡыҙ биҙрәләрен, сайҡап, урынлаштырҙы ла, үҙ уйҙарынан оялып, йылмайып ҡуйҙы. Тауыҡтың төшөнә ингәне тары, тигәндәй, ҡайтыр юлында нәҡ шул ауылдаш ағаһы, үҙенән ун йәшкә өлкән Фәдис машинаһына ултыртып алды һылыуҙы. Һауынсыларҙы йөрөтөргә билдәләнгән «Беларусь» арбаһында һелкенеп ҡайтҡансы, дүрт саҡрым араны ямғырһыҙ көндәрҙә йәйәүләп ҡайтыуҙы артыҡ күргәнгә атларға булғайны ҡыҙ.
Төҫкә-башҡа сибәр, кәүҙәгә килешле Лилиә юлсы ағаһының шаяртҡан һәр һүҙенә ихлас йылмайып-көлөп яуаплап барҙы.
– Кем ҡыҙы булаһың, һылыуым?
– Талип менән Зәкиәнеке! Лилиә булам! – ҡыҙ серле генә йылмайып яуапланы. Ә иргә шул ғына кәрәк ине.
– О-о-о, Талип ағайҙың Лилиәһе шундай булып үҫеп еткәнме ни? Яратам һинең кеүек ҡыҙҙарҙы, – тип теле-телгә йоҡмай һөйләнде. – Донъя ҡыуабыҙ тип, йәштәрҙең үҫеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ. Бешкән еләк кеүек булып өлгөргәнһең бит, һылыу, ә?
Ауылдаш ағаһы һөйләгәндәргә яуап итеп, ихлас көлөп барҙы «бешкән еләк».
Юҡ. Лилиә өсөн эргәһендә Фәдис түгел, хас та һинд киноһы геройы ултыра ине! Зәңгәр күҙҙәре, ҡара сәсе, ҡара мыйығы, хатта өҫтөнә кейгән аҡ күлдәге, ҡара салбары – барыһы ла Лилиәнең күңелен яулаған геройҙыҡы. Бәхетенән иҫергән һылыу ярты юлды уҙғас, руль артындағы ауылдашының уңға боролған яҡтағы карьер тауына ымлауын да шатланып ҡабул итте. Карьер буйынан аҙ ғына өҫтә ҡуйы урман башлана. Урман эсендә – Ялан күле! Шул күл буйында туҡталды юлсылар. Һылыу алдына икмәк, колбаса, коньяк, алма, лимон, печенье һәм башҡа тәм-том сығарылды. Таҫма телле Фәдис нәфсеһен ымһындырған һылыуға наҙлы һүҙҙәрен яуҙырҙы. ҡыҙ, үҙ сиратында, ирҙең һәр хәрәкәтенә ирек ҡуйҙы. ҡояш байығанда йәшлегенә, сафлығына нөктә ҡуйылды...
ҡыҙ балаға ҡағылыуынан башта бер аҙ шөрләберәк ҡуйһа ла, һуңынан шикле уйҙарынан ҡайтты ир. «Алай-былай булып, һөйләй-нитә ҡалһалар, аҡса бар әле, яйларға булыр». Ә ҡыҙҙың балаға уҙыуына гарантия юҡ. Сөнки Фәдис атай була алмай.
Бәйҙән ысҡынған күңел бер осрашыу менән генә сикләнергә теләмәне, нәфсе тигәнең ләззәтле минуттарҙың ҡабатланыуын һорап ҡына торҙо. Бының сере лә бар ине шул. Фәдис үҙ ғүмерендә күп ҡатын-ҡыҙҙы «тәмләне». Әммә Лилиә кеүеген осратҡаны булманы. Үҙенән теүәл ун йәшкә кесе ҡыҙ нисек татлы булып өлгөргән! ҡыҙҙан сафлыҡ, рәхәтлек бөркөлә! Ул да наҙға, иркәләүгә мохтаж! Ауылына ун көнгә ҡайтҡан ир өс көндән һуң да, ете көндән һуң да Лилиә менән шул уҡ урында осрашты, бәхет диңгеҙендә йөҙҙө. Был икәүгә аңлашырға һүҙ ҙә кәрәкмәне, барыһын да ым-хәрәкәттәр хәл итте. Күп һөйләшеп бармаған, ауылда тыйнаҡ, аҡыллы ҡыҙҙарҙан һаналған Лилиәне берәү ҙә аҙғынлыҡ юлында йөрөй тип уйламаҫ.
Тауыш-тын ишетелмәүенә һөйөнөп, ял көндәре бөтөүгә Фәдис тыныс күңел менән йәшәгән ҡалаһына юл алды...
* * *
Лилиә сентябрь айында медицина тикшереүе үтергә дауаханаға барғас, йөклөлөктөң дүртенсе айында булыуын белде.
– Оятлы итте! Битһеҙ! Кеше күҙенә нисек ҡарарбыҙ? Хурлығы ни тора! Табаһың икән, өйөмә аяҡ баҫма! – Әсәһенең беренсе лә, һуңғы ла һүҙе шул булды.
– Ни һөйләйһең, әсәй? ҡайтмай, ҡайҙа барайым? – Йәштәренә быуылған ҡыҙ ғәзиз кешеһенә тилмереп ҡараны.
– ҡайҙа барырыңды алдан уйларға кәрәк ине! – Зәһәрлеге йөҙөнә сыҡҡан Зәкиә, ен алмаштырғандай, ажғырыуын белде. Аяҡ аҫтында уралған бесәйҙе асыу менән тибеп ебәрҙе, уныһы, сыйылдап, диван аҫтына инеп ҡасты.
– Әсә кеше ризалығын уҙып йәшәргәме иҫәбең, оятһыҙ?! Игелек күрермен тиһеңме? Күрерһең, бар!
Әсә фатихаһын боҙорға хаҡы юҡлығын аңлаған Лилиә башын эйеп ултырҙы ла ултырҙы...
Уның ҡарауы, атаһы бөтөнләй ҡаршы фекер әйтте:
– Балам! Мин һине һарыҡ ҡарап та урамға сығарып ташламаным, үҫтерҙем. Үҙ һөйәгем артыҡ булмаҫ. Ситтәргә ҡалдырма сабыйҙы. Риза түгелмен!
– Ул сағында икегеҙгә лә өйҙә урын ҡалмаясаҡ! – Зәкиә Талибына ла ағыуын ҡыҙғанманы.
Ике ут араһында бөтөрөлгән Лилиә, әсәһенә ауылдашы Фәдис ағаһы менән генә булыуы хаҡында серен сисеп, бишенсе айында ҡалала эшләүсе бер туған апаһы Рәйлә эргәһенә китте. «Яратҡайным Фәдис ағайҙы. Бәхетле булыу тураһында хыялланғайным. Килеп сыҡманы. Әллә Фәдис ағайға хат яҙып ҡарайыммы икән? Юҡ, килешмәҫ. Танымаҫ. Минең кеүектәр аҙмы уның юлында? Барыбер минеке булмай бит инде. Ул бит – ҡатын ире. Яңылыштым, бик ныҡ яңылыштым...» Башта уҡ табипҡа уйҙары менән уртаҡлашҡан, хәлен һөйләгәйне буласаҡ әсә. Табип бик хәлле кешеләрҙең уллыҡҡа бала алырға әҙерләнеүҙәрен әйтте. Ундай уйы булған йәш әсәгә тәжрибәле аҡ халатлы сабыйын һуңынан һағынып, юҡһынып зарыҡмаҫ өсөн күкрәк һөтөн имеҙмәҫкә кәңәш итте. Лилиә риза булды.
– Балам, сабыйым! Рәнйемә миңә, ғәзизем! Яңылышым һин минең. Яңғыҙ башым менән һиңә рәхәт тормош вәғәҙә итә алмам. Яҡшы кешеләр ҡулына бараһың. Бәхетле бул, бәләкәсем! Хоҙай шулай ҡушҡандыр. Күрәһеләребеҙ хәйерле булһын...
Күрәһең, күкрәк һөтө имеҙмәгәнгәлер, туғыҙ ай дауамында йөрәк аҫтында бергә һулыш алған сабыйын күтәреүе, татлы ғазап минуттары аша яҡты донъяға тыуҙырыуы таң алдынан күреп уянған болғансыҡ төш кеүек кенә ҡалды күңелендә.
Тормош ләззәттән генә тормай икән. Йәшәргә, яңылыштарҙы төҙәтергә кәрәк. Төндөң оҙон сәғәттәрен мендәренә ҡапланып йәш түккәндә, тәҙрәнән тулы айға ҡарап, яңылышыуын танып, Хоҙайҙың кисереүен, үҙе лайыҡ бәхетте бүләк итеүен һораны ҡатын. Бының өсөн үҙеңде эшкә бағышларға кәрәк ине. Эшләп үҫкән ауыл балаһы икеләнеп тә тормайынса заводҡа килде. Дөйөм ятаҡтан бүлмә лә алғас, күңеле үҫеп киткәндәй булды. Ике йылдан һуң ғына ауылына ҡайтты. Әсәһе лә элекке әсәһе түгел, сәйерләнгән. Аҙ һөйләшә. Күренеп тора, ҡыҙы алдында үҙен ғәйепле тоя. «Их, әсәй, уйҙарыңдан кире ҡайтманың, ҡаты бәғерлелегеңде күрһәттең... Һинең һүҙҙәреңде тыңлап, бала тиклем баламды сит ҡулдарға ҡалдырҙым. Ниндәй ҙур үкенес эшләнем. Инде ҡулыма алып һөйөрлөк балам булыр ине...» Шул ваҡыт, Лилиәнең үҙәген өҙөп, күкрәктәре һыҙлап ҡуйҙы. Күкрәк һыҙлауы ғына түгел, йән һыҙлауы ине был...
Атаһы бөтөнләй һыуынған, йүнләп һөйләшмәй ҙә. Атаһы ла, әсәһе лә, әллә баланың күңел яраларын яңыртмайбыҙ тип, Лилиәнең үҙе һөйләгәндәренә өҫтәп сабый тураһында бер ни һорашманы. Ауылда өс көн генә булып, йәшлеге менән хушлашҡан күл буйҙарын әйләнде Лилиә. Ә күл буйҙары үҙгәргәйне. ҡыҙҙың ҡылған гонаһына шаһит булған пар имәндең береһен дауыл ауҙарған, көҙ үҙ хоҡуғына ингән – ағастарға һағыш төҫө йүгергән. Күлдә йөҙгән ҡыр өйрәктәре лә сит күрҙе, ахыры, үҙен, яҡынайыу менән пырхылдап осоп киттеләр. Күңелһеҙ, ҡотһоҙ ине күл буйы. Ауыр ине Лилиәгә. Һәм ул бында үҙен сит кеше итеп тойҙо. Гонаһлы ул һинең алда, Ялан күле! Бала тиклем балаһын сит ерҙәрҙә ҡалдырҙы. Йөрәк аҫтында яралып, туғыҙ ай дауамында бергә һулыш алған ғәзизенә ҡул һелтәне... Бында башҡаса ҡала алмай ине ул. Ауыр ине уға. Ауыр ине... ҡайтыуына өсөнсө көн тигәндә ҡабат ҡалаһына юл алды. «Башҡаса бында ҡайтмайым. Кисер мине, Ялан күле...» Оҙон юл үҙен яҙмышы менән осраштырҙы. «Икарус» автобусында эргәһендә ултырған ирҙе күргәс, ҡысҡырып ебәреүҙән саҡ тыйылып ҡалды Лилиә. ҡойған да ҡуйған ауылдашы Фәдис! Оҡшаһа ла оҡшар икән кеше.
Мансур – ҡырым татары. Лилиәнән бик күп йәшкә оло. Һөйләшеп киттеләр. ҡатын, асылып китеп, үткәндәрен түкмәй-сәсмәй һөйләне, күңеле бушап, еңеләйеп ҡалды.
– Һылыуым, һин миңә оҡшаның. Күңелең керһеҙ. Мин дә ошо йәшемә еткәнсе күп тапҡыр хыянат менән осрашҡан яңғыҙ ир. Йөрәгеңдә миңә урын булһа, яҙмышымды ҙур теләк менән һиңә бәйләр инем... – ҡара мыйыҡлы Мансур, Лилиәне ипле генә ҡосағына алып, маңлайынан үпте...
Ике яңғыҙ бергә ҡушылып, яңы ғаилә усағын тергеҙҙе. Лилиәһенә «матурым», «һөйөклөм» тип кенә әйткән ир хәлле, аҡыллы әҙәм булып сыҡты. Ышаныслы кешеһенән ҡатын бер-бер артлы яралған биш сабыйына бер икеләнеүһеҙ, һөйөнөп ғүмер бирҙе.
Етеш тормош ҡорған, ҡатын ҡәҙерен белеп йәшәгән ғаилә башлығы һөйөклөһөнөң һағышын һиҙмәй ҡаламы һуң инде? Һиҙҙе, аңланы Лилиәһенең кисерештәрен. Һәм уйҙарын уҡығандай, бер көндө тәҡдимен әйтте:
– Лилиәм, матурым, барайыҡ ул дауаханаға, юллайыҡ, алып ҡайтайыҡ сабыйыңды. Артыҡ тамаҡ булмаҫ. Балаларыбыҙға оло ағай булыр.
Күптән шул хаҡта хыялланған, иренә һүҙ башларға йөрәге генә етмәй торған Лилиәнең күҙҙәрендә бәхет осҡондары ҡабынды, ә үҙе, һөйөнөп, йәшле күҙҙәрен тиҙерәк ситкә алырға тырышты.
Билдәләнгән көндө ир менән ҡатын таныш адрес буйынса дауаханаға барҙы. Юлдары ғына уңманы.
– Һеҙ нимә? Табип сере тигән төшөнсә бар бит. Бына был документҡа ҡул ҡуйғанда нимә уйланығыҙ? – тине табип, сабыйҙың яҙмышын хәл иткән документтарҙы ҡаршыларында һелкеп. Ныҡышыу ҙа, ҡатындың өҙгөләнеп илауы ла файҙа бирмәне. Табип Мансур менән Лилиәгә аҙ ғына булһа ла йыуаныс өҫтәрлек һүҙҙәрен ҡабатланы.
– Бала ышаныслы кешеләрҙә. Етеш тормошта, бер ниндәй ҙә мохтажлыҡ кисермәй үҫә...
* * *
Фәдискә Иректән ишеткән һүҙҙәр, гүйә, ҡанат ҡуйҙы. Етмеште үткән ата-әсәһе, төп йортта төпләнгән ҡустыһы Фидус менән иҫәнләште лә, шул көндө үк Зәкиә апайҙарына юл тотто: «... Шул хәлдәр дөрөҫмө, Зәкиә апай?» «Дөрөҫ, Фәдис. Һинең арҡала ҡыҙым менән аралар һыуынды. Хәҙер, ана, ҡайтҡандары ла юҡ. Тормошло булғас, Мансур кейәү менән бер генә ҡайтып күренделәр. Хат та яҙмайҙар. Рәйлә ҡыҙыбыҙ аша ғына хәбәрҙәрен ишетеп торабыҙ. ҡалдырттыҡ беҙ уның балаһын. Бигерәк тә мин ҡаршы төштөм. Хәҙер бик үкендерә лә бит. Терһәкте тешләп булмай. Хурлығынан ҡурҡтым шул, хурлығына-а-ан. Кемдеке, шуныҡы, тигәндәй. Еңел-елпе холоҡло бала ла түгел ине, яңылышты инде, яңылышты. Тыуаһы йән ашҡындырғандыр инде. Их, йылдар үткән һайын, үҫеп тә етер ине шул бала, тип кенә өҙөлә инде йөрәктәр, өҙөл-ә-ә. Үлгәнсе тынғы тапмам инде... Улай итәһе булмаған да бит үҙемә лә. Хәҙер, ана, аҙым һайын ирһеҙ бала табалар. Береһе бер ғәрләнеп тормай. Үҙемә генә алып ҡалаһы булған сабыйҙы. Иҫәр булдым, иҫәр генә булдым... – Йөҙҙәре йыйырсыҡланған әсә, әрнеүле ҡарашын бер нөктәгә текләп, һөйләнде лә һөйләнде. Аҙаҡ, ауыр һулап, өҫтәп ҡуйҙы. – Лилиәбеҙ бәхетен тапты инде, сабыйҙары үҫеп килә».
«Их, Зәкиә апай, ниңә һуң ошо хәлде минән йәшерҙегеҙ? Һинең балаңдың да, минең дә ғүмерҙәр өҙөлөп үтер инеме ни? Илнура һүҙенә ҡарап ҡына йәшәнем бит. Былай булырын белгән булһам? Өйләнер инем бит мин Лилиәгә, өйләнер ине-е-ем».
ҡатын, йән көйҙөрөп йөрөмә, тигәндәй, ҡулын ғына һелтәне лә, ишек алдындағы кер ебендәге керҙәрен йыйырға тотондо.
Ғәйепле ине Фәдис Зәкиә алдында. Унан да бигерәк Лилиә алдында. Ярай әле Талип өйҙә булманы. Һуғып осорһа ла, бер ни әйтә алмаҫ ине. Ә бит, бешкән еләк, тип маҡтаһа ла, Фәдис һылыуҙы бик тиҙ онотто. Аҙ булдымы ни уның ҡулы аҫтында еңел-елпе ҡатын-ҡыҙҙар... ҡайһыһын уйлап бөтөрә алһын? Бер-ике көнлөк ләззәт утын татыған сибәрҙәр үҙҙәре лә нисектер Фәдискә йәбешкәк һағыҙ кеүек һылашып йөрөмәне.
Өй түбәһен алмаштырыу ниәте менән ҡайтҡан Фәдис, ата-әсәһенә, туғанына ҙур ҡалала өр-яңы фатир һатып алырлыҡ сумманы ҡалдырҙы ла, эшкә саҡыралар, тигән һылтау менән, юлға сыҡты. Күп йылдар элек сабыйы тыуған ҡалалағы дауахананы һорашып эҙләп табып, баланы юллап ҡарау ине иҫәбе. Зәкиә ханым әйткән ҡала дауаханаһының бала табыу йортонда донъяға килгән бит уның улы – Фәдистең дауамы! Ул – атай кеше! Былай булғас, йәшәүҙең мәғәнәһе бар! «Аҡса алдан йөрөгән заман. Аҡса төртһәң, кем уллыҡҡа алғанын да, барыһын да әйтерҙәр...»
Юл ыңғайында Ялан күле буйына инде. «Иҫәнме, серле Ялан күле! Серҙәремде һаҡлаған берҙән-бер урын бит һин! Мин атай булғанмын! Мин – атай кеше! Ишетәһеңме, Ялан күле, мин – атай кеше! Бына, күрерһең, күлем, улым, ғәзизем, менән етәкләшеп килеп етермен һинең яныңа! Һин көт кенә! Юлға сыҡҡан уланыңа фатихаңды бир...» Машинаһынан сығып, күл ситенә яҡынлашҡан ирҙең күҙенә яр буйындағы ҡарт имән кәүҙәһе салынды. Бер саты һынған... Береһе генә ҡалған. Ә төптән... тап-таҙа имәндәр үҫеп сыҡҡан!
Юлда йөрөп өйрәнгән Фәдискә алыҫ саҡрымдар үтеү бер ни түгел. ҡанатланып, дәртләнеп, хыялдарын йүгәнләп, юлланды ҡалаға. ҡунаҡханаға урынлашты. Юлда ла, ҡунаҡхана номерында ла уйында гел бер һорау бөтөрөлдө: «Кемгә оҡшаған уның улы: үҙенәме, Лилиәгәме?» ҡыҙыҡтыр ул малай үҫтереү! Уның һәр күҙәнәгендә һинең ҡаның аға, холҡо, килеш-килбәте менән дә һиңә оҡшаһа, һин була ла ҡуя инде! Аҙ уйландымы ни Фәдис был хаҡта? Төшөнкөлөккә аҙ бирелдеме? Әлеге шул башлаған тынғыһыҙ эше, бөтмәҫ командировкалар, яңынан-яңы кешеләр менән осрашыуҙар ғына уйҙарынан арындырып килде. Ә Илнура? Уның менән күп һөйләштеләр был турала. ҡатынын өҙөлөп яратһа ла, урамда бәләкәй сабыйҙарын көйләп йөрөгән әсәләргә баҡҡан һайын йәне өҙгөләнеүен күргәндә айырылышырға тәҡдим итеп ҡараны Фәдис. «Юҡ, – тине Илнураһы. – Тапһам, һинән генә табам. Юҡ икән, юҡ...» Ә бергә эшләгән ир-егеттәрҙең ҡулдарына алып улдарын һөйгәнен күреү, ғәзиздәренең яңылыҡтарын һөйләп көлөшөүҙәрен ишетеү ҡыйын ине Фәдискә. Быларын ул үҙе генә белә. Ундай саҡтарҙа һүҙҙе икенсегә бороп ебәрергә тырыша, йә тороп, ситкә китә торғайны. Дуҫтары һуңыраҡ үҙҙәре лә ирҙең хәлен аңлай башлағайны... Бына бер мөғжизә! Ауылға ҡайтмаған, Иректе осратмаған булһа, үҙенең атай икәнен әле лә белмәй йәшәр ине, валлаһи! Улын табып, үҙенеке итә аламы? Иреккә һөйөнсөнөң ниндәйерәген әҙерләйәсәк Фәдис! Ул баҡыр аҡса ҡорто түгел! Ғәзиз улы өсөн бер ни ҙә ҡыҙғанмаясаҡ! Иртәгәһе көнөн, яһаясаҡ һәр аҙымын, әйтәһе һәр һүҙен алдан ҡат-ҡат уйланы, әҙерләнде. Күрешеү, осрашыу минуттарының яҡынайыуын тойоп, тулҡынланыу кисерҙе. Нисек тип өндәшергә улына? «Улым!», «Улым!», «Улым?» Эйе, ауыҙ тултырып, «Улым» тип әйтәсәк ул уланына! Ниһайәт, Фәдис дауахананың бала табыу бүлеге мөдире бүлмәһендә.
Тормошона яңы тулҡын булып ингән яңылыҡтан арыуын да онотҡан ир үтенесен бер тында һөйләп бирҙе. Ә ҡаршыһында ултырған аҡ халатлы ағайҙың тәүге ҡарашҡа уҡ тышҡы ҡиәфәте әйтеп тора, үҙ ғүмерендә тормоштоң шаҡтай кешеләре менән күрешкән, башҡаларҙы үтәнән-үтә күрә белгән зат ул.
ҡунағына оҙаҡ ҡына һынап ҡарап торғандан һуң:
– Булды ундай эш, әйҙә, ултырығыҙ, – тип ҡаршы алды Фәдисте сал сәсле Катаманов әфәнде. – ... Лилиә исемле ҡыҙ 3,7 килограмлы ир бала тапты, баланы үҙем ҡабул иттем. – Шәфҡәт туташы индергән документтарҙы аҡтарҙы, йөҙө етди ине. Бер аҙ тын торғандан һуң ниндәйҙер сәйерлек менән дауам итте. – Бәлки, инде был серҙе һаҡлауҙың мәғәнәһе лә юҡтыр, – тине ул, Фәдисте үртәгәндәй, тағы тынып ҡалды. Бер аҙҙан ғына һүҙен дауам итте. – ... Йәш әсә хәлен аңлатты. Һәм баланы күптәнге танышым, Аҡсулпанов фамилиялы фән докторы уллыҡҡа алды. Үҙҙәренең балалары юҡ... Адрестары бына бында бар, – тип Фәдискә Аҡсулпановтың визиткаһын һуҙҙы. – Ә бына быныһы килешкән эш түгел, алығыҙ. Мин кеше бәхетһеҙлеге менән байыуҙы маҡсат итмәнем. – Фәдистең ҡуйын кеҫәһенән сығарған конвертын кире ҡаҡты.
Былай уҡ уңышлы килеп сығыр тип башына ла килтермәгән хәлде күреп ҡаушап ҡалған ир, урамға сыҡҡас, бер аҙ һушын йыя алмай торҙо. Күктә бер болот әҫәре булмаған, салт аяҙ көн. Көньяҡтан иҫкән йылы ел Фәдистең биттәренән, сәстәренән иркәләне. Ниндәй көн булды был? Ниндәй яйлы ғына килеп тора барыһы ла. Тик малай тиклем малайға бер бүләкһеҙ барып булмай бит инде! Фәдис юл ыңғайында «Универсам»ға туҡталды. Бына балалар өсөн уйынсыҡтар бүлеге. Нәмә генә юҡ бында! Машина, ат, танк, вертолет, самолет, автомат – бөтәһе лә бар! Фәдис улына, ғәзизенә, иң ҡиммәтле, иң затлы уйынсыҡты аласаҡ!
– Хәйерле көн, һеҙгә уйынсыҡ һайлауҙа ярҙам кәрәкме? – ҡурсаҡ кеүек һылыу Фәдискә өндәште.
– Ә... Ә... – Аптырап ҡалған ир яуап ҡайтара алманы.
– Зыян юҡ. Һеҙгә нисә йәшлек бала өсөн уйынсыҡ кәрәк? ҡыҙмы? Малаймы? – Консультант ҡыҙҙың һорауы Фәдисте «айнытып» ебәрҙе һәм ул, башын аҫҡа эйеп, сығыу яғына йүнәлде.
– Сәйер кеше, – тип һөйләнеп ҡалды артынан бүлек һатыусылары һәм консультант ҡыҙ. Ни ғүмер элек тыуған сабый инде нисә йәштә була? Их, Фәдис, Фәдис! Ғүмереңдә атай булыу бәхетен татымағас, тиҙ генә аңлай ҙа алмайһың икән шул... Еткән егет булып өлгөргән була түгелме уның улы?! Күтәреп барыр ине уйынсыҡ танк, йә булмаһа, ағас ат! Әҙәм көлкөһөнә ҡалыр ине! Бер ноутбук менән кеҫә телефоны. Бына нимә аласаҡ ул улына, ғәзизенә! Иң ҡиммәтлеһен, иң затлыһын аласаҡ. Ә бында, уйынсыҡтар бүлегенә, һуңлағайны инде атай кеше. Үҙ аҙымынан үҙе оялып, ир йылмайып ҡуйҙы... ҡулына бүләктәрен тотоп, магазиндан сыҡҡанда эңер төшкәйне инде. Осрашыу көнөн иртәгәгә ҡалдырғыһы килмәне һәм ул ҡулындағы адрес буйынса Аҡсулпановтың фатирын эҙләп китте. Оҙаҡ эҙләргә тура килмәне. Алдағы боролоштан үтеп, һулға боролғас та, һулдан икенсе йортта ғына йәшәй икән уға кәрәк фән докторы. Уға кәрәк подъезд, фатир бына бында, ҡул һуҙымы арала ғына... Подъезд төбөнә килеп туҡтағас, Фәдис ишектән инеп-сығып йөрөүселәрҙе күҙәтте. Бына ике үҫмер, рус телендә бәхәсләшә-бәхәсләшә, быҙау ҙурлығындағы эттәрен етәкләп, яҡындағы паркҡа юлланды. Улар күҙҙән юғалыуға, тротуарҙан ҡултыҡлашҡан ҡарт менән ҡарсыҡ күренде. Һәлмәк кенә, саҡ-саҡ атлайҙар. ҡулдарында – тулы сумкалар, пакеттар. Шул саҡ икенсе ҡаттағы бер фатирҙың балконынан үҫмер ҡыҙ олатаһы менән өләсәһенә сәләм бирҙе. Бабай менән әбей ҙә ҡыҙға ҡул болғаны. Ниндәй бәхетле кешеләр бар донъяла! Бына-бына Фәдистең улы күренер! Фәдис уны, үҙ ҡанын, шунда уҡ таныр! Атай булыу тураһында ғүмере буйы хыялланған ир, үҙенең ғәзизен бер төрлө йөҙ, юҡ, мең кеше араһынан да таный алыр ине! Тик көткән минуттар ниңәлер етмәне, мөғжизә булманы... Мө