«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт ҡыҙыҡ!



09.08.2011 Үәт ҡыҙыҡ!

ҡатынының өйөнә ҙур сумкалар күтәреп ҡайтып инеүен күреп, диванда һуҙылып төшөп телевизор ҡарап ятҡан ире:
– ҡәҙерлем, һинең йәшеңдә ҡатын-ҡыҙ ул тиклем ауыр күтәрергә тейеш түгел, – ти. ҡатыны, һөйөнөп:
– Нимә тәҡдим итәһең? – ти.
– Минеңсә, – ти ир, – иң яҡшыһы – магазинға ике-өс тапҡыр барыу.

* * *
Хәҙер магазиндарҙа һатып алырға теләгән әйбереңдең составына ҡарап, аҙыҡ-түлек әллә көнкүреш химияһы бүлегендәме икәнеңде лә аңлап булмай.

* * *
– ҡәҙерлем, машинам ватылды.
– Ныҡмы ни?
– Уртаға.

* * *
Әгәр ҙә «Газпром» етәксеһенең окладын ни бары ике тапҡырға арттыралар икән, тимәк, рәсәйҙәрҙең эш хаҡы автоматик рәүештә биш процентҡа күтәреләсәк.

* * *
ЮХХДИ хеҙмәткәре машинаны туҡтата ла:
– Бында бит бер яҡ­лы ғына хәрәкәт икәнен аңлатҡан билдә тора, күрмәйһегеҙме әллә? – ти.
– Иптәш сержант, – ти водитель, – әллә мин ике яҡҡа ла бара инемме?

* * *
– Табип әфәнде, минең ҡайһылыр ерем ауырта.
– Ярай, ярай, тыныс­ланығыҙ, хәҙер һеҙгә берәй төрлө дарыуға рецепт яҙырмын.

* * *
ҡатыны диванда телевизор ҡарап ятҡан иренә:
– Һауыт-hабаны йыуып ҡуйырмын, тинең, ә үҙең диванда hуҙылып ятаhың, – ти.
– Ярай, әйткәнмен икән, йыуырмын. ҡайҙа, алып кил әле бында тәрилкәләреңде...

* * *
– Әҡлимә, һинең ҡыҫҡа итеп ҡырҡтырыл­ған сәс менән йөрөүеңде теләмәйем, – ти ире ҡатынына.
– Ә, улаймы?! Үҙең пеләш баш менән йөрөргә минән рөхсәт алдыңмы hуң? – тип екергән ҡатыны.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға