02.08.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!
Бер ир баҡсалағы күрше ханыма:
– Кисә һеҙҙең йырлағанығыҙҙы ишеттем, – ти.
– Шулаймы ни, мин ваҡытты ғына үлтерҙем, – тип уңайһыҙлана ханым.
– Һеҙ бик ҡурҡыныс ҡорал һайлағанһығыҙ, – тигән ир.
* * *
Иғлан.
«Йәш, сибәр, аҡыллы һәм ярлы ҡыҙ үҙенең был сифаттарының тап киреһе булған ир-егет менән танышырға хыяллана».
* * *
Йәш ҡатын машинаһында, тиҙлекте арттырып, тыйылған урындан үтеп китә. Уны юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторы туҡтата ла:
– Һеҙ был билдәнең нимә аңлатҡанын беләһегеҙме? – тип һорай.
– Һеҙ белмәгәнде мин ҡайҙан белергә тейеш? – ти ханым, асыуланып.
Аҙаҡ, бер аҙ тынысланғас:
– Әгәр ҙә һеҙҙең быны белгегеҙ килһә, әйҙәгеҙ һуң, анауы киоскыла ултырған һатыусынан һорайыҡ, – ти.
* * *
Иғлан.
«Иҫ киткес матур урында 16 гектар ере булған өйләнмәгән егет тракторсы ҡатын-ҡыҙ менән танышырға теләй».
* * *
Үҙ аҡсаһын һанаған ханым – яңғыҙ ҡатын.
Үҙ аҡсаһын ғына һанамағаны – тормошта.
Үҙ аҡсаһын һанамаған ханым – уңышлы кейәүҙә.
Ситтәрҙең аҡсаһын һанамаған ҡатын – һөйәркә.
Ә инде башҡаларҙың аҡсаһын һанаған ханым – бухгалтер.