«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Аҡмулла менән Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың әйтеше



26.07.2011 Аҡмулла менән Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың әйтеше

… Аҡмулла көр тауыш менән ышаныслы рәүештә үҙенең шиғырҙарын уҡыны һәм ярайһы уҡ һәйбәт тәьҫир ҡалдырҙы. Ул туҡтағандан һуң, һис көтмәгәндә Мөхәмәтсәлим әфәнде Аҡмулла менән әйтеш башланы – күрәһең, үҙе менән бер иш сәнғәт кешеһен осратыуҙан илһамланды. Асылда, улар бер-береһен белмәй ине бит. Ул туҡтауға, Аҡмулла ялғап алып китте, Аҡмулла туҡтауға, Мөхәмәтсәлим – улар үҙҙәренең әйтеш барышында тыуған шиғыр­ҙарын уҡый ине. Ике шағир бөгөнгө ваҡыт һәм үҙҙәрен осраштырған мәжлес тураһында бөтөнләй онотоп, йәшлек хәтирәләренә бирелде… Ошонан аҙаҡ мин үҙем бының кеүек күркәм осрашыуҙы бер ҡасан да күргәнем булманы…

Ризаитдин Фәхретдин, “Аҫар”.

Мөхәмәтсәлим:
Әй, Аҡмулла, ғауамдарҙың телендәһең,
Зыялылар йөрәгенең түрендәһең.
Каруанынан ҡолаҡ ҡаҡҡан сауҙагәрҙәй,
Төҫөң бойоҡ, үҙең йонсоу күренәһең…

Аҡмулла:
Хөрмәтле вә ҡуш айҙарлы Мөхәмәтсәлим!
Үҙеңә һәм өммәтеңә суҡ-суҡ сәләм!
Һине күрер көндө насип иткән өсөн
Раббыбыҙға рәхмәт әйтәм бәғд әс-сәләм*.
Һин дә күкрәк өҫтөндәге аяулы зат,
Хоҙай тел асҡысы биргән бер аҙамат.
Яҙмыш һиңә рәхимлерәк булһа ине, –
Шуны теләп, доға ҡылам ҡабат-ҡабат.
Әйтеүең хаҡ: мин – сауҙагәр, беләм уны,
Тик ни ғәжәп: отоп булмай был донъяны.
Төҫөң ниндәй булыр икән, ташлап ҡасһа
Йәшәгән йылдарыңдың каруаны?
Кеше төрлө баҫҡыс үтә ғүмерендә.
ҡасан ғына инек тауҙың үңерендә!
ҡиәфәтең ниндәй булыр, тороп ҡалһаң
Ғүмереңдең икенделе дәүерендә?

Мөхәмәтсәлим:
ҡарап тормай инсандарҙың кемлегенә,
Фани донъя үкендермәй кемде генә?
Ул, ихтимал, борсомайҙыр, мал-тыуарҙай,
Иртәгәһен ҡайғыртмаған йәнде генә.

Аҡмулла:
Ер йөҙөндә байтаҡ торҙом, күпте күрҙем,
Урал тигән тау артылып, дала гиҙҙем.
Тик һис ҡасан һис берәүҙән ишетмәнем:
“Мәғишәткә* битарафмын”, – тигән һүҙҙе.
Әҙәми зат, парланышып, түл ялғауҙа,
Һәр береһе, көн итәм тип, ҡыймылдауҙа;
Тормош кәрәк-ярағының йә уныһы,
Йә быныһы етешмәй, тип бупылдауҙа.

Мөхәмәтсәлим:
Нәфсе тишек булһа, беҙгә бер ни етмәй,
Тик һүҙебеҙ һөйләнеүҙән ары китмәй.
Халҡыбыҙҙың хәл-әхүәле яҡшырырмы,
Белемгә ынтылыуҙы сәбәп итмәй?

Аҡмулла:
Әлбиттә, ғилемлелек – тәү сиратта,
Шунһыҙ, һинең көнитмешең – хәсарәттә*.
Белемгә ынтылмаһаң, ете быуын
Тоҡомдарың йәшәйәсәк хәҡәрәттә*.

Мөхәмәтсәлим:
Иҫеңдәме, Мифтахетдин: элегерәк
Әһле ислам булды күпкә ғилемлерәк.
Бөгөнгө мәғишәткә күҙ ташлаһаҡ,
Илде йәһел* баҫып бара, белем һирәк.

Аҡмулла:
Кешеләргә биш һүҙ әйтһәм, дүрте – уҡыу,
Тик халыҡҡа ниҙер булды – күңеле ялҡау.
Белем алыу заруратҡа әйләнмәһә,
Файҙа бирмәҫ: “Уҡығыҙ!” – тип көн дә
тылҡыу.
Һүҙеңә ҡушылмайса юҡтыр сарам:
Беҙ йәш саҡта йәһаләтлек* булды харам.
Әүәлгеләр, Бохараны хушһынмайса,
Уҡып ҡайтты ҡайҙа Мысыр, ҡайҙа Иран.

Мөхәмәтсәлим:
Һүҙеңә ҡеүәт: белемдәре ниндәй ине!
Беҙ төн булһаҡ, улар яҡты көндәй ине.
Иман менән нығытылған (ы)рухтары
ҡәүемдәрҙе басирәткә* өндәй ине.
Һин әйтмешләй, аһ, дәриға*! –
ғүмер сикле,
Улар менән хәҙер инде ара бикле.
Ғалим заттар тыуыр, ләкин элгәрҙәрҙең*
Кимәленә етеүҙәре бик икеле.

Аҡмулла:
Ысынында, һин өҫтөнә баҫтың, туған:
Ғөләмәнең* хаҡы артыр, булһа иман.
Булмай икән – ҡоро белем хаҡы бер тин,
Сөнки уның әҙе файҙа, күбе зыян.

Мөхәмәтсәлим:
Халыҡ һине күҙ өҫтөндә ҡаш тип белә,
Талай шағир фирҡәһенә* баш тип белә;
Нәсихәтле тулғауыңды тыңлар өсөн
Эргәңә бер барыуҙы хаж тип белә.
Һин үҙең дә мәңге юлда – ишетәбеҙ,
Бөгөн – Иҙел, иртәгә – Дим, Яйыҡ, Ырғыҙ.
Сәйәхәттә кисергәнең күп күренә,
Шул турала ишетһәксе бер-ике һүҙ.

Аҡмулла:
Әфәндем, мосафирҙа һүҙ тоҡсайы,
Сисербеҙ уның бауын, сыҡһа яйы.
Был донъяның низамы* ҡайҙа ла бер –
Көндөҙ күктә ҡояш балҡый, төндә – айы.
Әҙәмдең дә араһында айырма юҡ –
Булһын башҡорт, булһын болғар йәки ҡаҙаҡ.
Һәр береһе был донъяла Раббыһынан
Төшөрөлгән дәфтәренә ғәмәл яҙмаҡ.
Ярлы ғауам әхүәле ҡайҙа ла бер,
Кисергәне – ҡара нужа, золом, йәбер.
ҡара ғәмдең өн-тыны юҡ үҙен күр ҙә,
Ауыҙын астыниһә, үпкәһен күр.
Байғураның көллө ерҙә эше яйлы –
Йорто ҡуйлы, өҫтө тунлы, тамаҡ һыйлы.
Золом ҡылып, артынан тәфтиш төшһә,
Мөхакәмә* әһеленең ауыҙы майлы.
Китап хуплай әйтер һүҙҙең тоғролоғон,
Уның зат та һөйһөнмәгән туралығын.
Хәбәр тулы булмаҫ, әгәр өҫтәмәһәк
Урындағы ағутаның* уғрылығын.
Мин юламан – гиҙеп сыҡтым Урал буйын,
Кистем Иҙел, кистем Тубыл, Иртыш һыуын.
Һәр ерҙә лә шул уҡ халәт: ябай халыҡ
Фәҡирләнә, заманалар үткән һайын.
Басирәткә өндәһә лә зәғиф телем,
ҡайһы имам бушлағайым бирһен белем?
Бына мин дә Мысыр барып уҡыр инем,
ҡулымда биғәйәт* күп булһа малым.

Мөхәмәтсәлим:
Бәрәкалла, телең сәсән, уйың осҡор,
ҡалғандар күбәк* булһа, һин – бер ҡасҡыр*.
Алтынға торош итер һүҙҙәреңде
Манаранан тот та аҙан итеп ҡысҡыр.
Ул фәҡирлек беҙгә мираҫ нәҙер* микән,
Әллә Хоҙай ҡушҡан әсе тәҡдир микән?
Йә иһә сараһыҙлыҡ һылтауынан
Үҙебеҙ теләп алған хәсер* микән?

Аҡмулла:
Тәҡсир, минең сәйәсәткә дәхелем* юҡ,
Ул өлкәлә белемем һай, ҡиссам* сибек.
Сәйәсәт даръяһында иркен йөҙгән
Мәғлүмәтле ғалимдар бар, һинең кеүек.
Ә фәҡирлек түгел Хоҙай әмерендә,
Мөстәмләкә* ята уның тамырында:
Беләбеҙ бит – күмәк эттең эргәһендә,
Яңғыҙ эттең ҡойроғо ҡай ерендә.

Мөхәмәтсәлим:
Ни әйтәһең – дөрөҫ һүҙҙең яуабы юҡ,
Хаҡҡа ҡаршы даулашыуҙың сауабы юҡ.
Кемдер әйткән: “Әгәр күнеп йәшәр булһаң,
Иҙгенлектең башы бар ҙа, аҙағы юҡ”.

Аҡмулла:
Хикмәтле һүҙ әйткән әҙәм – дана*, тигән.
Ундай затты бәйғәмбәргә һана, тигән.
Улар өсөн күҙ өҫтөндә ҡаш булығыҙ,
Түгел икән – эштәрегеҙ хана, тигән.
Иҙген тигәс, иҫкә төшә залим заттар:
Сыңғыҙ, Бату, Аҡһаҡ Тимер, Бонапарттар.
Уларҙың ғәмгә һалған ҡан-яуҙарын
Боронғонан отоп, һаман һөйләй ҡарттар.

Мөхәмәтсәлим:
Далалағы яңғыҙ бута* күс булмайҙыр,
ҡояш төштән аумайынса, кис булмайҙыр.
Ерҙә бәғзе иләймәндәр башҡаларҙы
ҡол итергә ынтылмаһа, һис булмайҙыр.

Аҡмулла:
Хаҡ Тәғәлә бәндәләрҙе тигеҙ ҡылған,
Һәммәһенә бер донъяны кимеҫ* ҡылған;
ҡояшта ла хатта тап бар, тигән кеүек,
Бәғзеләрҙең нәфселәрен игеҙ ҡылған.
Нәфсене иман тотор ауыҙлыҡта,
Иман барҙа, урын булмаҫ яуызлыҡҡа.
Бынан тыш, ул, Синдең* гизле*
диуарындай,
Рухты һаҡлар, сыҙам итер ауырлыҡҡа.

Мөхәмәтсәлим:
Әй, шағирым, һүҙҙәреңде йәнгә уйҙың,
Тел асҡысың саф алтындан – шуны тойҙом.
Был кинәйәң күлдәнән* түгелдер бит? –
Рух тигәнде иман менән йәнәш ҡуйҙың.
Аҡмулла:
Ул хәҡиҡәт һиңә аян*, миңә аян:
Камил булмаҫ иманһыҙ – рух, рухһыҙ –
иман.
Әгәр ундай ғибрәтле хәл була ҡалһа,
Ике донъя хозурында ҡоно яман.
Әйтеү фарыз иҫкә төшкән ваҡытында –
Бер изах* бар ҡөрьән Кәрим аятында:
Был донъяла кешеләргә бик әҙ белем
Бирелгән (ы)рух, йәғни йән хаҡында.
Шуның өсөн көллө ерҙә әйтәм ҡат-ҡат:
Йәнең бөтөн булһын тиһәң, иманға ҡайт.
Түгел икән – касафаты үҙең менән,
Инәнән тыумай кеше ике ҡабат.

Мөхәмәтсәлим:
Балыҡтың боҫор ере – ғәүер* икән,
Әҙәмдең барыр ере – зәүер* икән.
Һинең менән гел табаҡташ булмаһаҡ та,
Бер әйтешеп ултырыу бер дәүер икән.
Өфөләргә килһәң, минән – гел мәрхәбә,
Ижадта мин керҙәш булһам, һин – аҫаба.
Һинең менән аралашҡан был көн өсөн
Яҙмышҡа шөкөр ҡылам мең мәртәбә.

Аҡмулла:
Хикмәтле һүҙ яҡшыларға аҙыҡ булыр,
Яуыздарҙың күңеленә көҙөк булыр.
Ҙур шағирға һанап, мине ололаның –
Рәхмәтемде белдермәһәм, яҙыҡ булыр.
Ерҙә йәшәү – шул уҡ әйтеш, донъя – майҙан,
Әйт, тиһәләр, шағир әйтер – тел Хоҙайҙан.
Тағы ҡасан күрешербеҙ?
Сәйәхәткә
Фатиханы алып китәм Өмөтбайҙан…


*Бәғд әс-сәләм – Сәләм һуңында.
*Мәғишәт – Тормош, көнкүреш, донъя.
*Хәсарәт – Зыян, зарар.
*Хәҡәрәт – Кешенең намыҫына, ғәрлегенә тейә торған әсе мыҫҡыл.
*Йәһел – Аҡылһыҙлыҡ, наҙанлыҡ.
*Йәһаләтлек – Наҙанлыҡ.
*Басирәт – Аң, аңлылыҡ.
*Дәриға – ҡыҙғаныс, аяныс.
*Элгәр – ҡайһылыр өлкәлә кемдәндер алда эшмәкәрлек күрһәткән кеше.
*Ғөләмә – Уҡымышлы кешеләр, ғалимдар.
*Фирҡә – Төркөм.
*Низам – Билдәләнгән ҡағиҙә, закон.
*Мөхакәмә – Судта ҡарау эше, хөкөм.
*Ағута – Чиновник.
*Биғәйәт – Сиктән тыш, сикһеҙ, бик.
*Күбәк – Эт.
*ҡасҡыр – Бүре.
*Нәҙер – Шартлы вәғәҙә.
*Хәсер – Сикләү.
*Дәхел – ҡатнашлыҡ, ҡыҫылыш.
*ҡисса – Ғибрәтле хикәйә, өгөт, нәсихәт. Бында “әйтер һүҙем” мәғәнәһендә.
*Мөстәмләкә – Бойондороҡло булыу; колония.
*Дана – Уҡымышлы, белемле, аңлы.
*Бута – Дөйә балаһы.
*Кимеҫ – Кәрәкле, хәжәт.
*Син – ҡытай.
*Гизле – Оло, бөйөк.
*Күлдәнән – Осраҡлы ғына, көтмәгәндә.
*Аян – Билдәле, сер түгел.
*Изах – Аңлатма, асыҡлама.
*Ғәүер – Һыуҙың тәрән ере, төпкөл.
*Зәүер – Нәҫел.

Мәүлит ЯМАЛЕТДИН







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға