«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Ике ярты



19.07.2011 Ике ярты

Аҡыл эйәһе ҡулына алманы алып, әйләндереп, уны төрлө яҡтан ҡарай һәм:
– Кешеләр үҙҙәренең күңелдәре алмаға оҡшаған тип иҫәпләй, – ти.
– Быны нисек аңларға? – тип ҡыҙыҡһына уҡыусыһы.
– Дөрөҫөрәге, яртылаштар, – тип дөрөҫләй Остаз. – Бына, мәҫәлән, – тип алманы уртаға яра ла, өҫтәлгә ике өлөштө ҡуя. – Кешеләр үҙҙәрендә шундай ышаныс йөрөтә, улар һәр кемдең икенсе яртыһы бар тип уйлай. Уларса, Аллаһы Тәғәлә ергә кешеләр­ҙе бар иткәнгә тиклем икегә – ирҙәргә һәм ҡатын-ҡыҙҙарға бүлә, имеш. Бына ошо алма һымаҡ. Һәм ошо яртылар бик күп ваҡытын бер-береһен эҙләп үткәрә.
– Табалармы? – ти уҡыусыһы.
– Ха, – тип көлөп ебәрә аҡыл эйәһе. – Быны үҙең нисек күҙ алдыңа килтерәһең һуң? Ер йөҙөндә нисә кеше йәшәгәнен беләһеңме?
– Бик күп.
– Шулай шул. Ярай, улар бер-береһен тапты, ти, шунан нимә була? Әллә, бөтөн алма булып, бәхеттә һәм шатлыҡта йәшәй башлайҙар, тип уйлайһыңмы?
– Әлбиттә. Дөрөҫ уйламайыммы ни? – тип аптырай уҡыусы.
– Юҡ, улай түгел.
Остаз ике киҫәк алманы өҫкә күтәреп, битенә яҡын килтерә.
– Бына ике саф күңел донъяға килә. Ә тормош кеше күңелдәрен нисек ҡабул итә?
Ул бер киҫәк алманы тешләп алып, ашап ҡуя.
– Тормош, – тип дауам итә ул, ауыҙы тулы алма килеш, – бик ҡаты һәм ҡатмарлы. Ул бөтә нәмәне нисек булһа ла үҙенә тарта. Йә киҫәкләп, йә булмаһа, тешләп, йә бөтөнләй балалар аҙығы булған алма бутҡаһына әйләндереп.
Ул икенсе киҫәк алманы ла тешләп ала ла, сәйнәй-сәйнәй, тынып ҡала.
– Һәм бына – тип тантаналы рәүештә һүҙен дауам итә Остаз, – улар осраша!
Ул ике китек алманы бергә ҡушмаҡсы була.
– Бына, ҡара, улар бер-береһенә тап киләме? – тип һорай.– Бер нисек тә!
– Остазым, – тип һаҡ ҡына һорай уҡыусы, – ә ни өсөн һеҙ быны беҙгә һөйләйһегеҙ?
– Былай ғына. Һеҙҙең менән һөйләшкем килгәнгә генә. Ә нимә булды?
– Юҡ, бер нәмә лә... Мин былай тип уйлағайным...
– Ә бына хәҙер бында ҡара, – тип, остаз бер нисә алманы ала ла, бөтәһен дә уртаға бүлә. – Хәҙер уңышҡа өмөт итеп, төрлө алмаларҙан парҙар эҙләйек һәм нимә күрәбеҙ?
– Улар бер-береһенә тап килмәй, – ти уҡыусы. – Остазым, мин һеҙҙән шуны һорар­ға теләгәйнем...
– Аҙаҡ һорарһың, – ти Уҡытыусы. – Артабан ҡара.
Ул ике төрлө алманы алып, береһен бер яҡтан, икенсеһен икенсе яҡтан тешләп ала ла, һөҙөмтәһен күрһәтә.
– Шунан нимә күрәбеҙ? Хәҙер улар бер пар һымаҡмы?
– Эйе-е, – тип уҡыусы аптырап башын ҡаға. – Хәҙер улар бер-береһенә һис шикһеҙ тап килә.
– Сөнки, – ти Остаз, – тормош уларҙы бергә тешләне, ә айырым түгел!
– Ә һеҙ үҙегеҙгә яҙмыш менән бер генә ир (ҡатын) тәғәйенләнгәненә, үҙегеҙҙең икенсе яртығыҙ булыуына ышанаһығыҙмы? Йәки һеҙ, үҙегеҙгә тап килгән ир (ҡатын) бик күп, иң мөһиме, тормош иптәшен дөрөҫ итеп һайлай белергә һәм яратҡаның менән матур итеп донъя ҡорорға кәрәк, тип уйлай­һығыҙмы?
– Миңә, – ти уҡыусы, – икенсе вариант яҡыныраҡ. Минеңсә, бер-береһен яратҡан икәү бер бөтөн була, бергәләп тормоштоң бөтә шатлыҡ һәм ауырлыҡтарын еңә. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңларға өйрәнә, бер-береһен уңыштарға әйҙәй. Ә аҙаҡ улар бер-береһенә холоҡ-фиғелдәре менән оҡшаша һәм бер-береһен дауам итә. Йәғни икенсе ярты булып тыумайҙар, ә шундайҙарға әйләнәләр. Һәм был бик ҙур хеҙмәт!

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға