«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Ике көршәк хаҡында



05.07.2011 Ике көршәк хаҡында

Оло йәштәге бер ханымдың ике көршәге була. Улар менән көн һайын һыу ташый. Тик бер көршәге сатнай, шунлыҡтан ҡатын өйөнә ҡайтҡансы һыуының яртыһы ғына ҡалған. Ә икенсеһе яҡшы, һәм шуның өсөн дә ул көршәктә һыу тулы килеш ҡайта. Ханым ике йыл буйы көн һайын шулай көршәк ярым һыу алып ҡайтҡан. Быға бөтөн һауыт бик ғорурланған, сөнки ул һыуҙы тулы килеш һаҡлай. Ә сатнағаны ныҡ ҡайғырған һәм бик оялған. Сөнки ул, үҙемә тейешленең яртыһын ғына эшләйем, тип борсолған. Ике йыл үтеүгә бер көндө йылғанан һыу алған ваҡытта китек көршәк телгә килеп:
– Һинең алдыңда ғәйеплемен. Сөнки минең арҡала яртылаш ҡына һыу күтәреп ҡайтаһың, – тигән. Ханым матур итеп йылмая һәм:
– Һин юлдың үҙең ҡайтҡан яғына күҙ һал әле, унда сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ, ә юлдың икенсе яғында улар юҡ, – ти. Мин һинең сатнағаныңды белә инем, шуның өсөн дә юл буйына күп итеп сәскә орлоҡтары һиптем, ә һин уларға һыу ҡойҙоң. Шулай ике йыл буйына иҫ киткес матур сәскәләр йыйып, өйөбөҙҙө биҙәнем. Һинән башҡа, дөрөҫөрәге, һин сатнамаған булһаң, өйөбөҙҙәге, ишек алдындағы һәм юл ситендәге был матурлыҡ булмаҫ ине.
Һәр беребеҙҙең ниндәйҙер «китеге» бар, һәм улар тормошобоҙҙо күңеллерәк итә. Тик уларҙан беҙ ниндәйҙер яҡшылыҡ табырға тейешбеҙ. Шуның өсөн дә «китек»ле һәр кешегә тик уңыштар ғына теләйем. Улар үҙҙәре яғындағы гөлләмәләрҙән аңҡыған хуш еҫкә иҙрәһен ине. Әллә кем булмаһағыҙ ҙа, барыбер һеҙ бар һәм бик күптәргә кәрәкһегеҙ. Иркәләнегеҙ, наҙланығыҙ, һеҙ азат һәм бәхетле.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға