«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Әйтһәм, белеп әйтәм



02.07.2011 Әйтһәм, белеп әйтәм

Ғилемһеҙ ғәмәл ҡылыусы яҙыр юлынан.
Ғәбдерәхим Усмани.

ҒИЛЕМ-ҺӨНӘР
Ғилемдең өҫтөнә һөнәр кәрәк,
Емештең файҙаһы аҙ, йәшел
булһа.
Ғилемдең ҡәҙерен бел, хасил
булһа,
Һәр нәмә ҡиммәт була, аҫыл
булһа.
Мәжит Ғафури.

Оҫталыҡ ул – бар һөнәрҙең
шартылыр.
Әсхәл Әхмәт-Хужа.

Байлыҡ, аҡса – ҡош ул: оса ла
китә.
Белем, һөнәр – эт ул: тоғро
хеҙмәт итә.
Риф Мифтахов.

ҒҮМЕР
Быҫҡып янған йөрәклеләр
оҙон ғүмерле түгел.
Назар Нәжми.

Бер ҡараһаң, беҙҙең ошо
ғүмер.
Ай-һай артыҡ ҡыҫҡа.
Күҙҙе астың – тимәк, ергә
тыуҙың,
Йомдоң – мәңге йоҡла.
Ғилемдар Рамазанов.

Ғүмер ике килмәй. Әсғәт Мирзаһитов.

Бел: Хаҡ һәм Ялған араһы
ҡылдан да нәҙек,
Бел: ғүмер үҙе лә һәр саҡ тик
ҡыл осонда.
Рәйес Түләк.

Иң рәхәт ғүмере кешенең әле үтелмәгән ғүмер.
Сәйфи ҡудаш.

Ғүмер тигәндәрең – тик бер йотом ғына һыу икән, эстең – бөттө…
Баязит Бикбай.

Уттай дөрләп янһын ғүмер,
Йәшендәрҙәй атылһын;
Ғорур халҡың күңелендә
Йондоҙ булып балҡыһын!
Фәнил Күзбәков.

Бәхет – бер мәл, ғүмер – бер көн.
Йомабикә Ильясова.

Кеше ғүмере һағына-һағына һөйләрлек бер әкиәт бит ул. Марат Кәримов.

Әҙәм ғүмере – даръяның бер тамсыһы.
Әммә шунда ла ул мәңге йәшәрҙәй булып ҡылана йә тамсы ғына ғүмеркәйен дә заяға үткәрә.
Ғайса Хөсәйенов.

Һыуҙан үткән ҡайыҡ кәмә төҫлө, эҙһеҙ үтмә ғүмер юлыңды.
ҡадир Даян.

Берҙәмлектә – тормош йәме, ғәҙеллектә – йәшәү йәме, шул икәүһе булған саҡта яҡты яныр ғүмер шәме.
Рауил Шаммас.

Ғүмер юлы – кемгә спринт, кем өсөндөр – марафон: әҙәм үҙе үлсәп алмай старт һәм финиш араһын…
Салауат Әбүзәр.

Кеше ғүмере – ағас һымаҡ,
Уйланиһәң бик яҡшыраҡ,
Бер-бер артлы үткән көндәр –
Өҙөлгән шул алтын япраҡ.
Сөләймән Муллабаев.

Кеше ғүмере бала-саға дәфтәре түгел, уның таплы биттәрен йыртып ташлап булмай.
Динис Исламов.

Үткән ғүмер күкрәп уҙһа ла, йәшәләһе ғүмер яҡшыраҡ.
Абдулхаҡ Игебаев.

Рубриканы Факил МЫРҘАҡАЕВ
алып бара.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға