«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Унан, бынан, тегенән...



28.06.2011 Унан, бынан, тегенән...

(Дүрт юллыҡтар)

Урманыңда – урыҫ ҡайындары,
ҡырҙарыңда – урыҫ яланы.
Урыҫ ҡышы, урыҫ һыуыҡтары,
Һинеке ҡайҙа, башҡорт балаһы?..

* * *
Элек етәкселәр булды. Хәҙер
Урындарҙа бары түрәләр.
Етәкләмәй улар, сәүек эттәй
Абалайҙар, арттан өрәләр...

* * *
Миллионер ине колхозыбыҙ,
Ул һаман да әле «миллионер».
Миллионлап бирәсәккә батты,
Ә миллиондар осто кемгәлер...

* * *
Әҙер һөттөң мәнфәғәтен күргән
Түрә бүләкләнә һәр ваҡыт.
Сифатлы һөт өсөн һыйырҙарҙы
Бүләкләрҙәр микән бер ваҡыт...

* * *
Түрәнең эш хаҡы йөҙ меңдән күп,
Күтәрәйек, булһын ике йөҙ.
Уртаса эш хаҡы артһа,
«хәлләнерҙәр»,
Эшләп йөрөүселәр бер тинһеҙ...

* * *
Төп эш башҡарыусы – берәү
хәҙер,
Тикшереүсе – етә ун бишкә.
Тикшереүсе һанын арттырайыҡ,
Бәлки файҙа килер һәр эшкә?..

* * *
Алмаштырғыһыҙҙар заманы шул
Алмаштырылмайҙар йүнһеҙҙәр.
Аллам алмаштырһа йүнһеҙҙәрҙе,
Тере ҡалған йәндәр ни эшләр?...
Уф, аллам!


















* * *
Өлкән түрәһенең ултырышын
Яламаған түрә түрәме?..
Ошо хәлдә түрә эшсеһенең
Тормош хәлен күреп беләме?..

* * *
Кәбеҫтәнән табып алһалар ҙа,
Ата-әсәле үҫте балалар.
Хәҙер, секс сәскә атҡан мәлдә,
Ник балалар етем ҡалалар?..

* * *
«ҡыҫҡарталар» уҡытыусыларҙы,
Уҡытыусы хәҙер ҡып-ҡыҫҡа.
Йөк атындай ине заманында,
Хәҙер – кескәй генә ҡырмыҫҡа...

* * *
Заманалар ауыр, ҡыҙҙар ябыҡ,
Тип әйтмәгеҙ, зинһар. Ышанмам!
Заман еңел хәҙер, ҡыҙҙар һимеҙ,
Тапап китмәҫ, тимә! Уф, аллам!..

* * *
Күршенең һәр тауығы ҡаҙҙай,
Ә ҡатыны ҡыҙҙай, тиһәләр.
Күрше күҙлегенән тауығыңа,
ҡатыныңа күҙ һал, иҫәүән!..

* * *
ҡатын өсөн йүнле ир юҡ ул,
Ирҙәр аҡсаһыҙҙар, йүнһеҙҙәр.
Ә байҙары, аҡса тоҡсайҙары,
Йөрөмтәлдәр, бурҙар,
динһеҙҙәр!..

* * *
Сабыр төбө һары алтын, тигәс,
Сабыр иттем, ҡабаланманым.
Сабыр итә торғас, ҡартлығымдың,
Еткәнен дә һиҙмәй ҡалғанмын...
Йәғәфәр ЙӘНӘЛИН.
Баймаҡ районы,
Йомаш ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға