«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Мәҙәктәр



21.06.2011 Мәҙәктәр

– Әгәр яҡшы эшләһәгеҙ, – ти етәксе, – октябрҙән эш хаҡығыҙҙы күтәрәсәкмен.
– Һеҙ беҙҙе ялҡыттығыҙ инде, – ти хеҙмәткәрҙәр. – Эш хаҡын түләмәйһегеҙ, уның ҡарауы, уны һәр ваҡыт күтәрәһегеҙ!

* * *
– Эйе, мин китап уҡырға яратмайым. Уларҙа персонаждар шул тиклем күп. Һәр ваҡыт буталам, кемдең кемлеген онотам.
– Ә һин «Робинзон Крузо»ны уҡы, ул бик оҡшаясаҡ.

* * *
– Алло, мәғлүмәт биреү бюроһымы? Һеҙ ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҡайҙа виагра һатылғанын әйтмәҫһегеҙме икән?
– Бөтә ювелир магазиндарында ла.

* * *
Эшкә урынлаштырыу бюроһында.
– Силикат заводына ҡа­­рауылсы булып бараһығыҙмы?
– Юҡ. Унда урларлыҡ нәмә юҡ...

* * *
– Алло! Ярҙам итегеҙсе, ҡулымды һындырҙым!
– Эйе, мин доктор, тик юридик фәндәрҙеке – адвокат. Яңылыштығыҙ, һеҙгә табип кәрәк.
– Юҡ, яңылышманым. Мин бит үҙ ҡулымды һындырманым.

* * *
Төрмәлә ултырған ир ҡатынынан хат ала.
– Нимә яҙа? – тип ҡыҙыҡһына камералашы.
– Эй, эшкинмәгән улыбыҙ мәктәптә икенсе синыфҡа күсмәй ҡалған. Бына бит, ғаилә өсөн ниндәй оят, – тип көрһөнөп ҡуйған ир.

* * *
Судта:
– Хөкөм ителеүсе, ур­­­лаш­ҡан сағығыҙҙа әсәйегеҙ хаҡында уйланығыҙмы? – ти судья.
– Уйламаған ҡайҙа ул, әммә, үкенескә күрә, уға ярарлыҡ бер нәмә лә табылманы, – тигән теге.

* * *
Күп балалы ир кисен бөтә ғаиләһе менән парк буйлап йөрөргә сыға. Бер аҙҙан арттан кемдер уның яурынынан эләктереп ала. Боролһа, полиция хеҙмәткәре торғанын күрә.
– Нимә булды? – тип аптырай ир. – Берәй ярамаған нәмә эшләнемме әллә?
– Һеҙ нимә эшләгәнһеҙҙер, белмәйем, – тип яуаплай полиция хеҙмәткәре, – әммә минең ни өсөн һеҙҙең арттан шул тиклем халыҡ эйәргәнен белгем килә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға