«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Ел менән сәскә мөхәббәте



14.09.2010 Ел менән сәскә мөхәббәте

Бер ваҡыт Сәскә менән Ел бер-бе­реһенә шул тиклем ныҡ итеп ғашиҡ була. Эҫе йәй көнө Ел үҙенең тыны менән Сәскәне наҙлай, иркәләй. ҡыҙыу ҡояш аҫтында үҫеп ултырған Сәскәгә бынан бик рәхәт һәм һалҡынса булып китә. Сәскә лә Елгә үҙенең хуш еҫен бөркә, Ел уны алыҫтарға алып китә һәм ҡабатланмаҫ еҫкә кинәнә.
Шулай мөхәббәттә һәм берҙәмлектә Ел менән Сәскә яҙ һәм йәйҙе үткәрә. Бөтә тирә-яҡтағылар уларҙың мөхәббәтенә һоҡлана, ҡайһы берәүҙәр хатта көнләшә.
Әммә бер көндө Елгә был әҙ һымаҡ тойола. Һәм ул бер кемдә лә, бер ҡасан да булмаған мөхәббәт хаҡында хыяллана. «Әгәр мин Сәскәгә бөтә һөйөүемде һәм наҙымды бүләк итһәм, ул да миңә бынан да ҙурыраҡ мөхәббәт һәм ләззәт менән яуап бирәсәк», – тип уйлай. Һәм Ел Сәскәгә шундай көслө итеп өрөп ебәрә. Әммә Сәскә бындай көслө елгә түҙә алмай, һынып, ергә ҡолай. Ел, Сәскәгә йән индерергә теләп, үҙенең мөхәббәтле тыны менән өрөп ҡарай. Тик бушҡа. Шул саҡ Ел Сәскәгә:
– Мин һиңә бөтә мөхәббәтемде бирҙем. Бындай мөхәббәтте әле береһе лә күргәне юҡ. Ә һин шундай уҡ һөйөү менән яуап бирмәнең. Һин мине ярат­майһың һәм бер ваҡытта ла яратманың, – ти.
Әммә Сәскә бер ни тип тә яуап бирә алмай, ерҙә һушһыҙ ятыуын белә.
Ел ерҙә ятҡан Сәскә эргәһендә өйрөлә, аҡланда ҡот осҡос ғәрәсәт барлыҡҡа килә.
Тик наҙ һәм түҙемлек кенә мөхәббәтте оҙаҡ йәшәтә. Бер тапҡыр һындырғансы, йөҙ тапҡыр тыйылып ҡалырға кәрәк! «Мин һине яратам», – тип әйтергә бер секунд ваҡыт етә, ә нисек итеп яратыуыңды күрһәтеү өсөн тотош ғүмер үтә.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға