«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Мәҙәктәр



18.06.2011 Мәҙәктәр

– Мин шуны бер нисек тә аңлай алмайым, 40 йыл бергә йәшәгән ҡатынығыҙ менән ни өсөн айырылышырға теләйһегеҙ?
– Ул ғүмер буйы миңә ниндәй ҙә булһа насарлыҡ ҡылып йәшәне. Бына, мәҫәлән, кисә тештәрем менән һарымһаҡ ашаған, – тигән ҡарт.

* * *
«Гаишник» атаһы «гаишник» улын уята.
– Улым, тор инде, эшкә ба­рыр­ға ваҡыт етте.
– Сәғәт нисә һуң?
– Етенсе ярты.
– Һуң, атай, иртә бит әле!
– Ниндәй иртә булһын, водителдәр инде ярты сәғәт бушҡа елдерә!
* * *
Реклама:
«Һеҙ яҡшы итеп һөйләшә белмәйһегеҙме? Һеҙ «Р» хәрефен әйтә алмайһығыҙмы? Яңы матдә! Иммуно­оцелистона­трий­хлорогидрокарбодон! ҡала дарыуханаларынан һорап, һатып алығыҙ. Хаҡы ҡиммәт түгел. Ул һеҙгә, һис шикһеҙ, ярҙам итәсәк!

* * *
«Яңы урыҫ» зоопаркка килә. Ишәк торған ситлек эргәһенән үтеп барғанда, уға оҙаҡ ҡына ҡарап торғандан һуң:
– Эйе, ҡолаҡтарына ҡарағанда был ҡуянға 200 йәштер, – ти.

* * *
Грузин урамда шешлек ҡура, үҙе:
– Һарыҡ итенән шешлек! Һарыҡ итенән шешлек! – тип ҡысҡыра.
– Ә сусҡа итенән юҡмы? – тип һорай үтеп барыусы.
– Беләһеңме, – ти грузин, – был һарыҡ иҫән сағында шул тиклем дә сусҡа ине!

* * *
Хәҙер өй телефонының, өйҙөң ҡайһылыр ерендә ятҡан кәрәҙле телефонды табыр өсөн генә кәрәк булыуы мөмкин.

* * *
– Мин бер ҡыҙ менән таныштым, – ти егет дуҫына. – Уны үпһәң, аңын юғалта.
– Мине лә таныштыр әле.
– Әлегә булмай. Ул иҫһеҙ.

* * *
Тормошҡа ыңғай ҡарарға кәрәк. Мәҫәлән, һеҙҙе ток һуға икән, бының тик минустары ғына түгел, ә плюстары ла бар.

* * *
СССР заманында телевизор­ҙың пульты булып ғаиләләге иң бәләкәй кеше хеҙмәт итте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға