04.06.2011 Тауға баҫып, Илһам диңгеҙендә Ҡояш булып йөҙөп барамын
Фәрүәз Әбдрәфиҡ Ишембай районының Этҡол ауылында 1949 йылда тыуған. Әлеге көндә Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында педагогика кафедраһы профессоры булып эшләй. Әҙәби ижад менән шөғөлләнә. Уның шиғырҙары, хикәйәләре «Йәшлек», «Башҡортостан» гәзиттәрендә, «Ағиҙел» журналында баҫылып тора. «Ғәфү ит» тигән хикәйәләр йыйынтығы донъя күрҙе. Бөгөн уҡыусыларыбыҙға уның бер нисә шиғырын тәҡдим итәбеҙ.
ҡояштарым
ҡояшым икәү. Береһе
Бик өҫтә.
Икенсеһе күренмәй ҙә –
Ул эстә.
Өҫтәгеһе иртән ҡалҡа,
Кис бата.
Эстәгеһе йөрәгемдә
Тик ята.
Тик ятһа ла, үҙе мине
Йүгертә.
Үлеп барған ерҙән хатта
Терелтә,
Салауаттай батыр, ғорур
Ир итә,
ҡайһы саҡта май шикелле
Иретә.
Ул ҡояштың исеме бар –
Мөхәббәт.
Өҫтәге ҡояштай, ул да
Мөһабәт.
Тауҙар
Болоттармы тиһәм, тауҙар икән,
Тауҙар икән, Бөрйән тауҙары.
Был яҡтарҙа көҙ ҙә, ҡыш та
булмай,
Был яҡтар гел яҙ, йәй айҙары.
Күккә ашҡан тауҙар яҡынайта
Кеше менән ҡояш араһын.
Тауға баҫып, Илһам ғаләмендә
ҡояш булып йөҙөп барамын.
Күңелдәге ҡаты, һалҡын боҙҙар
«Һә» тигәнсе бында ирейҙәр.
Изге уйҙар тауҙан-тауға һикереп,
Хистән балаҫ һуғып йөрөйҙәр.
Йәнленән дә, йәнһеҙ, йүнһеҙҙән дә
Шағир яһай Бөрйән тауҙары.
… Был яҡтарҙа көҙ ҙә, ҡыш та
булмай,
Был яҡта гел яҙ, йәй айҙары.