«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Мәҙәктәр



04.06.2011 Мәҙәктәр

Портретын төшөргәндә ханым үҙенең күп һөйләүе менән рәссамдың теңкәһенә тейгәс, тегеһе:
– Тағы берәй һүҙ әйт­һәгеҙ, мин һеҙҙе нисек барһығыҙ, шулай төшөрәсәкмен, – тип киҫәтә.

* * *
30 йәшкә тиклем ҡатын-ҡыҙҙы – матурлығы, аҙаҡ – хеҙмәте һәм таныш-белеше, 50 йәштән инде ҡул аҡса һәм ейәндәре ҡотҡара.

* * *
– Андрюша, ҡайҙа булдың? – ти Аршавиндың ҡатыны.
– Футбол уйнаным!
– Ә ни өсөн футболкаң ҡоро?
– Һуң мин бит йыйылма команда өсөн...

* * *
– Минең бер генә кәмселегем бар, – ти егет, – кәкре аяҡлы һимеҙкәйем, уратып-суратып тормайынса тураһын бәреп әйтеү.

* * *
«Бер ваҡытта ла үҙеңдең матурлығыңда икеләнмә. Шуны иҫеңдә тот: үлсәү алдаша, кешеләр көнләшә, ә көҙгөләр ҡыйыш».

* * *
Йылдар үтеүгә ҡатын-ҡыҙҙың сере күбәйгәндән-күбәйә, ә бына уларҙы сисергә теләүселәр, киреһенсә, әҙәйгәндән-әҙәйә.

* * *
– Һаумыһығыҙ, беҙ Силәбенән!
– Ә ниңә һеҙ ишектән үк янай­һығыҙ?

* * *
– Вәли үлгәс бөтә байлы­ғын балалар йортона ҡалдырған.
– Ниндәй байлыҡ хаҡында һөйләйһең?
– 12 балаһын.

* * *
Етәксе бүлеккә килеп инә лә:
– Бөгөн һеҙгә өсөнсө тапҡыр инәм һәм өсөһөндә лә берегеҙҙең дә бер нәмә лә эшләмәй, тик ултырыуын күрәм. Быны нисек аңларға? – ти.
– Бөтә хикмәт шунда: һеҙҙең ботинкаларығыҙҙың табаны бик йомшаҡ, – тип ысҡындырған бер хеҙмәткәр.

* * *
ҡот осҡос авариянан һуң водитель аңына килә һәм:
– Мин ҡайҙа? – тип һорай.
– Егерме бишенселә, – тиҙәр уға.
– Дауаханаламы, әллә камераламы? – тигән ир.

* * *
– Алло. Ғәли! Был күршең! Фатирыңа бурҙар ингән! Әйберҙәрегеҙҙе ташыйҙар!
– Ниндәй әйберҙәрҙе?
– ҡәйнәңдең шәшке тунын, сумаҙандарын һәм уның диванын һөйрәп сығарҙылар!
– Тыныс ҡына тор! ҡурҡыта күрмә! – тигән ир, ҡәнәғәт йылмайып.
* * *
Банкыла телефон шылтырай:
– Һеҙ психоневрологик диспансер пациенттарына кредит бирәһегеҙме?
– Бирәбеҙ, әммә иҫәрҙәрсә процент менән...







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға