«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Мәҙәктәр



14.06.2011 Мәҙәктәр

Бензоколонкалағы иғлан: «Машинағыҙҙың багын тултырғансы бензин алһағыҙ, беҙ һеҙгә тағы биш литрҙы бушҡа ҡоясаҡбыҙ!»

* * *
Һары сәсле ҡыҙ әхирәтенә:
– Кисә күҙ табибына барғайным.
– Нимә тине һуң?
– «Әлифба»ны уҡырға ҡушты.

* * *
– Беләһегеҙме, хә­ҙер­ге быуын йәштәре беҙҙекенән бер нәмәһе менән дә айырылмай. Улар ҙа беҙҙең һымаҡ үҫә. Уҡырға бара, күбеһе юғары уҡыу йортон тамамлай. Тәүге тәмәкеһен тартып ҡарай. Өй­ҙән дә китеүселәр табыла. Өйләнәләр. Бала та­балар... Тик нишләптер уларҙыҡы һуңғыһынан башлана.

* * *
2050 йыл, икәү һөйләшә:
– Беләһеңме, – ти береһе, – күптән түгел джунглиҙа тәүтормош менән йәшәгән бер ҡырағай ҡәбиләне тапҡандар.
– Нимә, әллә интернеттары ла булмағанмы?
– Ул тиклем үк ҡырағай түгел инде...

* * *
ҡыҙ бер бай йорттоң ишеген шаҡый ҙа:
– Һеҙгә бала ҡараусы кәрәкмәйме? – тип һорай.
– Беҙҙең балаларыбыҙ юҡ, – тиҙәр уға.
– ҡайғырмағыҙ, – ти ҡыҙ, – балаларым минең менән бергә.

* * *
Бразилия футболы «йондоҙ»о Роберто Карлос Махачкаланың «Анжи» командаһы өсөн уйнай. Маладис! Хөрмәт итәм. Бына бит, кеше футболдан китергә булған һәм киткән.

* * *
– Ғәли, әйт әле, берәй ҡасан һинең был «ҡара һыҙат»ың үтерме икән?
– Әлбиттә, мин бит мәңгелек түгел!

* * *
Бишенсе синыфта уҡыусы малай «ҡыҙыл башлыҡ» китабын 17 тапҡыр уҡып сыҡты. Әммә барыбер атаһының шкафында ятҡан шул исемдәге фильмды ҡарап, улар араһында бер ниндәй ҙә уртаҡлыҡ таба алмай йонсоно.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға