14.06.2011 «Ағиҙел»де уҡып кинәнәм
Башҡортостаныбыҙҙа башҡорт телендә сыҡҡан «Ағиҙел» журналы тураһында бер нисә һүҙ әйткем килә. Был баҫманы күп йылдар алдырып уҡып киләм.
Баш мөхәррир булып Әмир Әминев килгәс, журнал ҡырҡа яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Унда ҙур күләмле, тәрән йөкмәткеле повестар, романдар донъя күрҙе. Әҫәрҙәрҙең теле саф башҡортса яңғырай башланы, үткер проблемалар ҡыйыу күтәрелде. ҡыҫҡаһы, журналға яңы рух, йәм өҫтәлде.
Әмир Әминевтың үҙенең әҫәрҙәре лә бай йөкмәткеле. Ул әҙәм балаһының ни тиклем уҫал, яуыз, мәкерле, ике йөҙлө булыуын оҫта күрһәтә белә. «Танкист», «Бер кәмәлә», «ҡапҡа» повестарын уҡып, тетрәнәһең.
Милләт араһындағы сетерекле хәлдәрҙе автор ҙур оҫталыҡ менән, сағыу образдар аша еткерә. Үкенескә күрә, был тема яҙыусы-зыялыларҙың күпселеге тарафынан шымартыла. Ул теманы күтәргән авторҙарҙы элек милләтселектә ғәйепләй торғайнылар. Милләтле булыу – яҡшы һыҙат ул. Бүтән милләтте күрә алмау тигән һүҙ түгел, ә үҙ милләтеңде яратыу! Һәр кеше үҙ милләте менән ғорурланырға тейеш. Бигерәк тә үҙ еренә ерегеп, тыуып үҫкән ерендә йәшәгәндәр. Ә шовинизм – ҡурҡыныс, хәтәр. Автор үҙенең повестарында шовинизмға ҡырҡа ҡаршы сыға. Афарин!
«Усман ташы» повесында Әмир Әминев хәҙерге ауыл тормошоноң ниндәй аяныс хәлдә икәнен күрһәткән. Башҡорт халҡы ергә ереккән, ул күпләп ауылдарҙа йәшәй. Ауылдағы аяныс хәлдәр уның булмышына янай. Был хәлдең хәтәрлегенә повесты уҡып инанаһың. Миңә ҡалһа, әлеге көндә беҙҙең башҡорт яҙыусылары, зыялылар араһында Әмир Әминевтан да ҡыйыуыраҡ, үткер һүҙле, яҡшы итеп ваҡиғаларҙы уҡыусыға еткереүсе һирәк.
Б. Рафиҡов, Н. Мусин, Ә. Хәкимов, Р. Солтангәрәевтың әҫәрҙәрен күңелемдә йөрөтәм. Һуңғы йылдарҙа прозаға талантлы ҡатын-ҡыҙ яҙыусылар килеүен күрәм. Т. Ғарипова, Г. Яҡупова, Г. Ғиззәтуллиналарҙың әҫәрҙәренә, уларҙың тел маһирлығына һоҡланам!
Саф башҡортса яҙған, башҡорт мөхитен, тормошон беҙгә асып биргән яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен уҡып кинәнәм. Үкенескә күрә, ҡайһы бер яҙыусылар башҡорт телен шул тиклем боҙоп яҙа.
«Ағиҙел» журналына, уның баш мөхәрриренә, ижади коллективына, авторҙарына уңыштар теләйем.
Илһам ЯХИН.