«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Башҡорт шаяндары федерацияға берләшә



14.06.2011 Башҡорт шаяндары федерацияға берләшә

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы булышлығында республикала Ша­яндар һәм отҡорҙар клубы – КВН федерацияһы барлыҡҡа киләсәк. Уның ойоштороу ул­тырышы булды ла инде.
Башҡорт шаяндары федерацияға берләшәБөгөн беҙҙә КВН хәрәкәте әүҙемләшә бара, 15-ләгән лига бар, шул иҫәптән БР Юғары асыҡ телевизион КВН лигаһы, «Молот» асыҡ йәштәр лигаһы. Дөйөм алғанда, әле төбәктә 100-ҙән ашыу КВН командаһы һанала, унда 19–30 йәшлектәр ҡатнаша. Гәзитебеҙ йыл һайын яҡтыртып торған «Шаяниум», «Шаян уйын» конкурстары ла күп кенә егет һәм ҡыҙҙың яратҡан тамашаларына әйләнде. БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин әйтеүенсә, был хәрәкәтте ныҡлап тергеҙеү республика етәкселегенең инициативаһы. КВН-ды үҫтереү маҡсатында субсидия бүлеү тәртибе ҡаралған, бюджет та аҡса бүләсәк.
Матбуғат конференцияһында яңы федерацияның рәйесе, республика йәштәренең ижади инициативаларын бойомға ашырыу үҙәге директоры Алексей Ходорев КВН хәрәкәтен сәскә түтәле менән тиңләй. «Ошо түтәлдән беҙ иң матур сәскәләрҙе йыйып, ҙур донъяға ебәрәсәкбеҙ», - тине ул һәм республиканың йыйылма командаһын иң төп КВН ваҡиғаһы финалында күреү өсөн федерация барыһын да эшләйәсәген белдерҙе. Был ике-өс йылда, ә бәлки унан да тиҙерәк, Рәсәй КВН-ына барып ҡатнашыу тигәнде аңлата.
Әйткәндәй, ваҡытында Башҡортостанда үҙенсәлекле көслө юмор мәктәбе эшләгән, шаяртыуҙар буйынса СССР-ҙа икенсе, өсөнсө урындарҙа килгән. Замана командалары ла төшөп ҡалғандарҙан түгел. Мәҫәлән, Сочиҙағы «КиВиН-2011» фестивалендә республиканың һигеҙ коллективы ҡатнашып, Стәрлетамаҡтың физкультура институты һәм Өфөнән «Сергеичи» йыйылма командалары икенсе турға сыҡҡан. Бының менән улар «Амик» телевизион лигаһында сығыш яһарға дәғүә итә. Тимәк, Башҡортостан КВН-сыларын ҙур экрандарҙан күрергә ышаныс бар.

А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға