07.06.2011 Мөхәббәт һәм Көнсөллөк
Бер бәләкәй, әммә бик алыҫ, ябай кешеләр йәшәмәгән, ер хайуандары, шатлыҡ һәм күҙ йәштәре булмаған илдә ике зат – Мөхәббәт һәм Көнсөллөк осрашҡан. Улар бер-береһенә шул тиклем оҡшаш булған. Бик дуҫ булалар, башҡалар улар хаҡында, айырылғыһыҙ дуҫтар, ти. Был икәү бергәләшеп «күңел» тигән йортта йәшәй башлай.
Уларҙың бөхтә йортона Кеше килеп ишек шаҡығансы, бөтәһе лә бик яҡшы була. Ысын дуҫтар бәхетле һәм бик күңелле ғүмер итә.
Был көндө ҡот осҡос итеп ямғыр яуа, тышта бик ныҡ һыуыҡ була. Көслө ел кешегә юлын дауам итергә мөмкинлек бирмәй.
Мөхәббәт менән Көнсөллөк ҙур ихласлыҡ менән Кешене үҙҙәренең йортона индерә. Юлсыны усаҡ яғып йылыталар, иң тәмле ризыҡтар менән һыйлайҙар һәм төнгөлөккә йомшаҡ түшәккә һалалар. Киске аш ваҡытында Мөхәббәт, Көнсөллөк һәм Кеше бик оҙаҡ төрлө хәл-ваҡиғалар, мәңгелек һәм матур киләсәк хаҡында һөйләшә. Был һөйләшеү шул тиклем ҡыҙыҡлы һәм илерткес булғанға улар төндөң үткәнен дә һиҙмәй ҡала, таң атып, тышта яҡтыра башлай. Кеше үҙ юлы менән китергә йыйына башлағас, Мөхәббәттең тағы бер аҙға ҡалырға үтенеүен кире ҡаға алмай. Кеше был йортта тағы бер көнгә ҡалырға була. Шулай бер көн үтә, икенсеһе... Кеше һаман да китмәй, ә Мөхәббәт ул китмәгәнгә Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт уҡый. Кешегә ныҡ эҫенеп китеп, Мөхәббәт Көнсөллөк хаҡында бөтөнләй онота. Улар элекке һымаҡ бер-береһе менән төрлө тарихи ваҡиғалар тураһында төндәр буйы һөйләшеп ултырмай. Хәҙер улар икеһе лә бөтөнләй икенсе... Мөхәббәт бик бәхетле, ә Көнсөллөк көндән-көн моңайғандан-моңая...
Һәм бына бер көндө иртә таң менән «күңел»дең ишеген Бәхет ҡаға. Берәү ҙә асмай, эске яҡта тып-тын. Бәхет тәҙрәнән ҡарай һәм ҡото осоп артҡа сигенә. Ул үҙенең һуңлауын аңлай.
ҡасандыр «күңел»дә бик бәхетле йәшәгән өсәүҙең береһе лә иҫән булмай. Бер көн элек Үлем уларҙы мәңгелеккә алып китә. Тәүге икәүһен, ағыуланған килеш, йоҡо бүлмәһендә, ә өсөнсөһөн уларҙан бер нисә метрҙа аҫылынған килеш табалар.
Быға ышанырға теләмәйенсә, Бәхет, ҡалтырана-ҡалтырана, уларҙы ҡотҡарырға тырыша. Әммә бик һуң була.
Тик аҙаҡ, ҡояш байып барған ваҡытта, өҫтәлдәге бер яҙыуҙы күреп ҡала. Унда: «Мин һәр ваҡыт уға тик изгелек теләнем һәм уны ғүмеремдән дә нығыраҡ өҙөлөп яраттым. Мин Мөхәббәттең Кешегә ҡарата шундай ҙур тойғоһон күтәрә алманым. Минең менән түгел, тигән уй йәнемә тынғылыҡ бирмәне, йөрәгемде һыҡратты. Хәҙер Күктә беҙ һинең менән икәү бергә һәм һәр ваҡыт үҙеңде өҙөлөп һөйөүемде бел! Мин һине элеккегә ҡарағанда ла нығыраҡ яратасаҡмын. Һәм ҡайҙа ғына булма, ҡайҙа ғына барма, һәр ваҡыт эргәңдәмен. Һинең Көнсөллөгөң», – тиелгән була.
Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.