31.05.2011 Иң бәхетле һәм иң бәхетһеҙ кеше хаҡында картина
Йәш рәссам бәхет хаҡында төшөрөргә хыялланған. Һәм ер йөҙөндәге иң бәхетле кешене төшөрөргә уйлай. Үҙенең ярты ғүмерен шул кешене эҙләп уҙғара. Бөтә донъяны тиерлек йөрөп сыға, бик күп кеше менән таныша. Көтмәгәндә баҫыуҙа урта йәштәрҙәге бер эшсене осрата. Ул кеше ябай эш менән мәшғүл, баҫыуҙы эшкәртә, әммә уның күҙҙәре бәхетле осҡондар сәсә. Рәссам уны күреп, бик шатлана.
– Һине шул тиклем оҙаҡ эҙләнем, – тип ҡысҡырып ебәрә ул. – Мин бик күп кешене күрҙем, әммә һинән бәхетлерәген осратманым. Ни өсөн шул тиклем шатһың?
– Мин иң ябай кеше, – ти ир. – Әммә шуны беләм, ер йөҙөндә иң бәхетлеһемен. Минең алда оҙон тормош юлы, нимә эшләһәм дә, юлдар асыҡ.
Рәссам иҫ киткес портрет төшөрә. Ул картина бик күптәрҙе таң ҡалдыра. Һәр кем шул картинаны күреү менән бәхетлерәк булып киткән. Шулай бер нисә йыл үтә. Рәссам, әгәр ҙә ерҙә иң бәхетле кеше бар икән, тимәк, иң бәхетһеҙе лә булырға тейеш, тип уйлай. Ул тағы эҙләнә башлай. Әммә бәхетһеҙ кешене осрата алмай. Кешеләрҙең ниндәйҙер ҡайғыһы, шул уҡ ваҡытта бәхете лә булыуын күрә. Бер ваҡыт рәссамды үлем язаһына хөкөм ителгән кеше ултырған төрмәгә саҡыралар. Ул камераға инеү менән, ысынлап та, ҡаршыһында ер йөҙөндәге иң бәхетһеҙ кеше ултырыуын күрә. Был кешенең бөтә ҡиәфәте шул турала әйтеп торған кеүек: кәкрәйеп ҡатҡан, күҙ нурҙары күптән һүнгән. Рәссам уға һүҙ ҡушырға ғына торғанда, иргә иғтибарлабыраҡ ҡараһа, алдында теге ваҡыт ер йөҙөндәге иң бәхетле кеше тип уйлаған ир ултырыуын күрә.
– Нисек инде былай? – тип аптырап ҡала ижадсы. – Һин бит иң бәхетле кеше инең, нимә булды?
– Эйе, ысынлап та, мин иң бәхетле кеше инем. Тормош миңә һәр көн ниндәйҙер бүләк, нимә теләйем, шуны бирҙе. Ә уларҙы дөрөҫ итеп, тейешенсә файҙаланмағанмын, ҙур хаталар, оло гонаһтар эшләгәнмен. Хәҙер быны бик яҡшы аңлайым да ул. Әммә бик һуң... Һәм шуның өсөн дә мин хәҙер ер йөҙөндәге иң бәхетһеҙ кешемен, – тигән ир, ауыр көрһөнөп.
Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.