21.05.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!
– Официант! Бер шешә коньяк килтерегеҙ! ҡабымлыҡ кәрәкмәй. Минең онотолғом килә, – ти бер ир.
– Онотолғоғоҙ килһә, аҡсаны алдан түләп ҡуйыуығыҙҙы һорар инем, – ти официант.
* * *
– Һеҙҙе ҡаза булған урында өс шаһит күргән, – ти судья хөкөм ителеүсегә.
– Хөрмәтле судья әфәнде, ә мин мине фажиғә урынында күрмәгән ун шаһит алып килә алам, – тигән ир.
* * *
Ике ир һөйләшә.
– Миңә шул ҡыҙыҡ, – ти береһе, – ни өсөн айырылышҡанда айырылышыуҙың сәбәбен һорайҙар, ә никахҡа ингәндә – юҡ?
* * *
– Илһам, нисек уйлайһың, ни өсөн ҡыҙҙарға мөхәббәттә аңлашһаң, улар ҡарашын аҫҡа төшөрә?
– Һинең әйткәндәреңдең дөрөҫлөгөн иҫбатлар өсөндөр.
* * *
– Был ашты, – ти ире, – 100 литр һыуҙа бешерергә кәрәк булған.
– Әллә бик ныҡ тәмле булғанмы? – ти ҡатыны, һөйөнөп.
– Юҡ, ул саҡта шул тиклем тоҙло булмаҫ ине.
* * *
Бер ханым – әхирәтенә:
– Мин һәр ваҡыт, һаҡал ир-атты йәмһеҙләй, тип уйлай торғайным. Ә бына уны һаҡалһыҙ күргәндән һуң...
* * *
– Кешеләрҙең өйөндә утты һүндерһәләр, иң беренсе сиратта улар нимә эшләй?
– Тағы ҡайһы йорттағы кешеләрҙең уты булмауын ҡарар өсөн тәҙрәгә йүгерә.
* * *
– Әйтегеҙсе, һеҙҙең балаларығыҙ бармы?
– Юҡ.
– Паспортығыҙҙа, бар, тип яҙылған да һуң?
– Улар балалар түгел, ә паразиттар, – тигән ир, асыуланып.