21.05.2011 Шиғриәт йондоҙо
Шәйехзада Бабич ҡыҫҡа ғына ғүмерендә шиғри гәүһәрҙәр ижад итергә лә, көрәшергә лә өлгөрә
...Кешеләр, йәмғиәт, тәбиғәт ваҡыт үтеү менән үҙгәрә, ә йондоҙҙар мәңгелек: һәр саҡ алға әйҙәй, донъяны йәмләндереп, илаһи нур сәсә...
Әсән ауылына ингәс тә, талғын һыулы Кеүәш йылғаһы буйлап түбән төшәбеҙ. Әҙме-күпме барғас, беҙҙе бейек манаралы мәсет ҡаршы ала. Уның янында, гөлләмәләргә күмелеп, бәләкәй генә матур йорт ултыра. Ул – Шәйехзада Бабич музейы.
Яйлап ҡына ихатаға инәбеҙ, һәм ҡараштар үҙҙәренән-үҙе бейек постаменттағы етди ҡарашлы, ҡыйыу йөрәкле, ил һәм халыҡ азатлығы өсөн көрәшкә әйҙәүсе етәксе, арҡаҙаштарына, яугирҙарға рухи көс өләшеүсе баһадир егеткә төбәлә. Егет постаменттан һикереп төшөр ҙә: «Һаумыһығыҙ, минең ғәзиз башҡорттарым!» – тип ҡосоп алыр кеүек.
Сәскәләрҙең хуш еҫенә иләҫләнеп бер аҙ торғас, йорт эсенә инәбеҙ. Хужабикә – алсаҡ йөҙлө Бөрйән ҡыҙы, Әсән ауылы килене Наилә Нәбиева ханым – әйҙүкләп ҡаршы ала.
– 1995 йылдың йәмле йәй көнө – июнь айында тантаналы рәүештә асылды был музей, – тип һөйләй башлай ул.
Шәйехзада Бабич 1895 йылдың 2 (15) ғинуарында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (Башҡортостандың хәҙерге Дүртөйлө районы) Әсән ауылында тыуған. Атаһы Мөхәмәтзакир – тыумышы буйынса ҡыйғаҙытамаҡ ауылының аҫаба башҡорто (хәҙер Мишкә районына инә), әсәһе Сажидәбанат – Әсән ауылы хәҙрәте, типтәр Мөхәмәтһаҙый Шиһабетдиновтың ҡыҙы.
Мөхәмәтзакир Бабичев Әсәндә икенсе мәхәллә муллаһы була, ауыл мәҙрәсәһендә балалар уҡыта. ҡырымда Баҡсаһарай ҡалаһында билдәле татар мәғрифәтсеһе Исмәғил Гаспринский тарафынан сығарылған «Тәржеман» гәзитен, Ырымбурҙа нәшер ителгән «Шура» журналын алдыра. Орск ҡалаһындағы мәғрифәтсе, әхлаҡ мәсьәләләре буйынса уҡыу әсбаптары авторы Әхмәт Исхаҡиҙың «Шәреҡ» магазины менән бәйләнештә тора. Төрлө яҡлы белемле Мөхәмәтзакир Бабичев заманының алдынғы ҡарашлы муллаһы, хәлфәһе булған. Атаһы тураһында Фәтхелҡадир Бабичтың хәтирәләрендә ошондай юлдар бар: «...Мифтахетдин Аҡмулла, Ғабдулла Туҡай шиғырҙарын атайым мауығып уҡый торғайны. Ул үҙе уҡытҡан мәҙрәсәһен йәдид ысулы (яңыса метод) уҡыу йортона әйләндерергә тырышты».
Шәйехзада Бабичтың әҙәби мираҫын өйрәнеүгә, уны халыҡҡа еткереүгә күп көс һалған Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рауил Бикбаев: «Китап нуры төшкән был йортта Шәйехзада күңелендә тәбиғәттән һалынған ижад дәрте иртә уяна, һәм уның тәүге шиғырҙарында ла ике образ – ғилемдең яҡтыһы менән наҙанлыҡтың ҡара күләгәһе килеп бәрелешә. Башҡорт халыҡ эпосындағы: «Батыршаның үлгән йылы Салауат тыуған йыл ине», – тигән һүҙҙәрҙе үҙгәртеп әйткәндә: «Аҡмулланың үлгән йылы Бабич тыуған йыл ине». Бабич әҙәбиәткә мәғрифәтте идеаллаштырып килде. Һәм замандашына «Һин булырмы?» шиғырында: «Белмәгән менән бәрәбәрме белә торған кеше?» – тип өндәште. Ул яҙыша башлаған осорҙа Аҡмулла шиғырҙары башҡорт араһында киң таралып йәшәй ине. Һәр яңылыҡҡа күҙе үткер Шәйехзада бындай байлыҡты ситләп үтмәне», – тип яҙҙы.
Буласаҡ шағир тәүҙә атаһы уҡытҡан мәҙрәсәлә белем ала. Ибтидаи (башланғыс) һәм рөшди (урта) синыфтарын тамамлай. Шәйехзада Бабич уҡыған мәҙрәсә әлеге музей урынында була. Уны Әсән ауылы байы Сәхипзада Мәҡсүтов 1900 йылда һалдыра. Мәҙрәсә революцияға тиклем эшләй. Йорт 1919 йылдар тирәһендә һүтеп алына, күрше Суҡҡул ауылына күсерелә.
«Әсән мәҙрәсәһендә уҡыған йылдарында Шәйехзада ҡыҫҡа-ҡыҫҡа, ләкин тапҡыр әйтелгән шиғырҙар, таҡмаҡтар сығара торғайны. Һүҙгә айырыуса оҫта булып, кешене гел генә ҡытыҡлап тороуына һоҡланып, берсә көнләшеп тә ҡуя торғайным», – ти хәтирәләрендә Фәтхелҡадир Бабич.
Ауылда уҡыуын тамамлап, Шәйехзада 1910 йылда ҡаҙағстандың Турғай ере Дүсәнбәй улусында Мортаза исемле ҡаҙаҡ йәйләүендә балалар уҡыта. ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ телдәрен үҙләштерә, дала фольклоры үрнәктәрен яҙып ала, үләң әйтешеп, ҡаҙаҡ аҡындары менән ярыша.
Шәйехзада Бабич 1911–1916 йылдарҙа Өфөләге «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡый. Заманының алдынғы ҡарашлы мәғрифәтселәре уҡытҡан мәҙрәсәлә ул Мәжит Ғафури, Зыя Камали, Ғәлимйән Ибраһимов, Хәсән Туфан, Кәрим Хәкимов, Хәбибулла Ғәбитов, Кәрим Иҙелғужин, Хәбибулла Ибраһимов, Зыя Өммәти, Ғизетдин Иҫәнбирҙин, Зыя Йәрмәкәй, Фәйзи Вәлиев, Мөхәммәт Бикбулатов, Ямалетдин Юмаев, Сәғит Рәмиев, Вәсил Солтанов, Ғибәт Алпаров, Ибраһим Башмаҡов, Сәғит Сүнчәләй, Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Шәһит Хоҙайбирҙин, ҡаҙаҡ Байымбәт Майлин һәм Жиенғәли Теләкбергенов кеүек әҙиптәр, артистар, буласаҡ журналистар, дәүләт эшмәкәрҙәре менән аралашып йәшәй. Мәҙрәсәлә ҡулъяҙма рәүешендә сығарылған «Парлаҡ», «Эләктергес» исемле журналдарҙы сығарыуҙа әүҙем ҡатнаша. Башҡорт халҡының төрлө ҡыҫымдар арҡаһында ауыр тормош көтөүе, башҡорт ерҙәре мәсьәләләре киҫкенләшеү, әсә телендә яҙма булдырыу, дөйөм белем биреүҙе камиллаштырыу тураһында борсолоп шиғырҙар ижад итә. Өфөлә, Башҡортостандың башҡа төбәктәрендә әҙәби кисәләр, концерттар ойоштороусыларының береһе була. Мандолинала виртуоз уйнай.
«Ғәлиә» мәҙрәсәһен тамамлағас, бер йыл Мифтахетдин Аҡмулла, Мәжит Ғафури һәм Ғабдулла Туҡайҙың шиғриәт рухы йәшәгән Троицкиҙа уҡытыу эше менән шөғөлләнә, «Аҡмулла» журналын сығарыуҙа ҡатнаша.
Шәйехзада Бабич Троицкиҙа өсөнсө мәсет янындағы мәҙрәсәлә уҡыта. Тарихи документтарҙан күренеүенсә, ул 1863 йылда һалынған. Финанс яғынан сауҙагәр Абдулла Бакиров ярҙам итә. Мәсеттең тәүге имамы һәм мәҙрәсәнең мөдәррисе булып Мөхәмәтйән Рахманғолов хәҙрәт тәғәйенләнә. Бында тағы шуны әйтеп үтеү кәрәктер. Мөхәмәтйән хәҙрәт, уның ағаһы Мөхәмәтзариф ахун Рахманғоловтар – бөйөк Аҡмулланың дуҫтары. Улар мәғрифәтсе шағирға һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙып, ижады тураһында фекерҙәрен әйтеп, дәртләндереп, аралашып йәшәгән.
Мөхәмәтйән хәҙрәттең Ғабдрахман, Зыяйытдин, Шәһиәхмәт исемле өс улы булыуы билдәле. Улар Мысыр, Сәғүд Ғәрәбстаны, Төркиә университеттарын тамамлап ҡайта һәм Троицкиҙа эшләй. Ғабдрахман мулла шиғырҙар, ә Шәһиәхмәт проза һәм пьесалар яҙа. Уның сәхнә әҫәрҙәре 1916 – 1918 йылдарҙа Троицк, Ырымбур, ҡаҙан, Әстерхан ҡалаларында ҡуйылған.
Мөхәмәтйән хәҙрәт 1900 йылда гүр эйәһе булғас, өсөнсө мәсеттең имамы һәм мәсеттең мөдәррисе итеп улы Ғабдрахман хәҙрәт тәғәйенләнә. Тарихи сығанаҡтарҙан күренеүенсә, ул 1912 йылдың май – июнь айҙарында бөйөк татар шағиры Ғабдулла Туҡайҙы Троицк ҡалаһына саҡырып, ҡымыҙ менән дауалай, бер нисә айға булһа ла уның ижади тормошон оҙайта. Шәһиәхмәттең әҙәби псевдонимы – Әхмәт әл-Тажетдини. Шәйехзада Бабичтың «Китабеннас» шиғырында шундай юлдар бар:
Әхмәт эт-Тажетдини, тас тин ҡоло,
ни эшләй икән?
Әллә бер эшләмәй, аҡтыҡ тинен
ослай микән?
Шул осорҙа шағир Ямалетдин Юмаев та Троицкиҙа ижад итә. Тимәк, Шәйехзада Бабич Троицкиҙа әҙәбиәт һәм сәнғәткә яҡын кешеләр менән аралашып йәшәгән, тип әйтә алабыҙ.
Шағир 1917 йылда Ырымбурҙа нәшер ителгән «ҡармаҡ» журналы редакцияһына күсә һәм ең һыҙғанып ижади, ижтимағи эшкә сума. Бындағы милли сәнғәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәре Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Хәбибулла Ғәбитов, Рәүеф Ниязбаев, Исмәғил Һилалов, Вәли Мортазин-Иманский, Мәхмүт Мәржәни, Төхфәт Ченәкәй, Ярлы Кәрим (Ғабдулла Кәримов), Шамун Фидаи, Ғабдулла Дәүләтшин уның фекерҙәштәре була.
Рәсәйҙә батша власы ҡолатылғас, империяның төрлө төбәктәрендә милли-азатлыҡ хәрәкәте көсәйә. Ялҡынлы шағир шул осорҙа Әхмәтзәки Вәлиди етәкселендәге Башҡортостандың үҙаллылығы өсөн көрәшселәр сафына баҫа һәм ғүмеренең һуңғы минутына саҡлы ҡорал һәм ҡәләм менән ошо идеяға хеҙмәт итә.
Әхмәтзәки Вәлиди үҙенең тоғро арҡаҙашы тураһында «Хәтирәләр» китабында байтаҡ йылы һүҙҙәр яҙған.
«Милли шағирыбыҙ Шәйехзада Бабич шул техник частар менән бергә булған. Ғәскәрҙәрҙе киләсәктә нимә көтөүен, был ваҡиғаның башҡорт тарихында иң ҙур фажиғә булыуын шиғырҙарында тасуирланы. Уның фекеренсә, был фронт алмаштырыу ваҡиғаһының башында Зәки Вәлиди үҙе тормаһа, бөтә ғәскәр бер кешеләй үҙ-үҙен юҡ итер ине. Архивыбыҙҙы ташыу менән шөғөлләнгән Шәйехзаданы һәм уның арҡаҙаштарын ҡыҙылдар һәләк итеп, биш ай үткәс кенә, шағирҙың ошо әҫәрҙәрен уҡып белдем. Баҡый донъяға күсмәҫ элек үк үҙенең үлтереләсәген белгән кеше кеүек яҙғайны ул. Күҙ йәштәре түгеп миңә яҙған хушлашыу хатын шиғырҙары менән бергә Темәстә ҡалған арҡаҙашына миңә тапшырырға ҡушҡан».
Салауат Юлаев, Мифтахетдин Аҡмулла васыяттарына тоғро бөйөк шағирыбыҙ Шәйехзада Бабич, башҡорт халҡын иҙелеүҙән, ғәҙелһеҙлектән, йәбер-золомдан ҡурсалап, азатлыҡ көрәшенең алғы сафында һәләк була.
– Бындағы экспонаттарҙы йыйыу тарихы үткән быуаттың 60-сы йылдарынан башлана, – тип һүҙен дауам итә музей мөдире Наилә ханым. – Беренсе документтар, фотолар, хаттар Әсән мәктәбендә директор, әҙәбиәт уҡытыусыһы, ошо музейҙың тәүге мөдире, Башҡортостандың күренекле журналисы Фәнүс Фәтихов (1936 – 2005) тарафынан эҙләп табыла. Тәүҙә Шәйехзада Бабичтың тормошона һәм ижадына арналған музей 1985 йылда Әсән мәктәбендә асыла.
Әле Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы филиалы – Шәйехзада Бабич музейында 300 төп һәм 100-гә яҡын фәнни-ярҙамсы фонд тупланған. ҡомартҡылар араһында Шәйехзада Бабич уйнаған мандолина ла бар. Ул Илеш районында йәшәгән нәҫелдәрендә һаҡланған икән.
Шағирҙың исемен халыҡҡа ҡайтарыу һәм китаптарын баҫтырыу тураһында оҙаҡ йылдар хәстәрлек менән Шәйехзада Бабичтың иң бәләкәй һеңлекәше Фәсәхәт Бабичева (1913 – 1987) йөрөй. Ул хатта СССР-ҙың ул саҡтағы Министрҙар Советы Рәйесе Николай Косыгинға тиклем хаттар яҙа. Фәсәхәт Бабичева ағаһына ошо шиғри юлдарҙы арнай:
Ғинуар айы. Алһыу таң ғына.
Күктә аяҙ. Баҡса тын ғына.
ҡапыл көслө тауыш! Өй йәмләнә,
Бер ир бала килә донъяға.
Бала тыуа шөйлә йөҙлөк менән.
Һирәк осраҡ. Ғәжәп ғәләмәт.
Кендеккәйгә шатлыҡ, күлдәк менән
Йортҡа юрау дәүләт-ғәләмәт.
Ата-әсәһенә – ғәзиз бәпәй.
Һиртмәләнгән бәллеү-бишеге.
Тәҡбир әйтеп, уға Әхмәт бабай
Шәйехзада ҡуша исемен.
Бабай уны, башҡортом, тип һөйә,
Намыҫ, бәхет, теләп изгелек.
Илгә, йортҡа, ата-әсәһенә
Күрһәтһен, ти, яҡты игелек.
Музей ҡомартҡылары араһында шулай уҡ Фәсәхәт Бабичеваның хаттары, иҫтәлектәре, төрлө документтары бар.
Музей экспонаттары Шәйехзада Бабичтың ҡатмарлы тормош юлын төрлө яҡлап сағылдыра. Мәҫәлән, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Марат Байназаров уны донъя матурлығына, тәбиғәткә, кешеләргә ғашиҡ нескә күңелле лирик шағир итеп кәүҙәләндергән. Ул ижад иткән картиналағы шағир беҙгә былай тип әйтә һымаҡ:
Их, бөгөн донъя кейенгән ҡыҙға
оҡшай, тәп-тәпәй,
ҡыҙ булып баҫҡан тәбиғәт донъяға
ап-аҡ тәпәй.
ҡауҙы кәүсәр шишмәһе өҫтөнән
иҫкән ел кеүек,
Их, бөгөнгө ел һауанан бер ғәжәп
ләззәт татый.
Ниндәй йәмле, их, бөгөн ожмах
көнөнән йәмле көн.
ҡайҙа ожмах... Фирҙәүес бер яҡта
торһон хатта ки!
Билдәле скульптор, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Зилфәт Басиров Шәйехзада Бабичты (имәндән эшләнгән бюст) ил, халыҡ тормошо, Башҡортостандың азатлығы тураһында тәрән фекер йөрөтөүсе аҡыл эйәһе итеп күрә. «Теге донъя рәхәттәре»н көтөп ятыу хилаф, ә бөгөнгө фани донъяла һәйбәт йәшәргә тырышырға кәрәк, ти бында Шәйехзада Бабич һәм көрәшеп үткәрергә өндәй ҡыҫҡа ғүмерҙе:
Ник ҡыҙмайһың, күңелем, ник юҡ өсөн
Ағыулайһың минең аңымды!
Көйҙөрөп һин эстән, һис ваҡытһыҙ
Сығараһың, ахыры, йәнемде.
Үҙеңде һин иҙеп янған менән,
Уйлама һин, ваҡыт үтер, тип,
ҡара төндә ҡара болот булып
Ерҙе баҫҡан зөлмәт китер, тип.
Һине бәйләп тотҡан ныҡ бығауҙы
Бик тиҙ генә өҙә алмаҫһың.
Аяҡ аҫтың тулы тәрән соҡор,
Бик тиҙ йүгереп китә алмаҫһың.
Төкөр донъяһына, бул түҙемле,
Ағыулама юҡҡа тамырыңды.
Ысын ирекле алғы көн өсөн
Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде!
Музейҙа шулай уҡ шағирҙың ижадын һәм тормошон өйрәнеүсе яҙыусы-ғалимдар Ғайса Хөсәйенов, Рауил Бикбаев, Рәшит Шәкүр, Ғәзим Шафиҡов, Әсән ауылы егете, Татарстандың күренекле яҙыусыһы, ғалимы Ғәлимйән Ғилманов тураһында ла мәғлүмәттәр бар.
Шәйехзада Бабич музейынан халыҡ өҙөлмәй. Бында төрлө әҙәби осрашыуҙар, шиғриәт байрамдары үткәрелә. Күптән түгел музей бинаһына ремонт эшләнде. Экспозициялар яңыртылды. Музейҙың ижади коллективы, архивтарҙа эҙләнеп, байтаҡ яңы материал табып, бөйөк шағирҙың изге йортоноң түренә урынлаштырған. Хәҙер музей әҙәбиәткә, шиғриәткә ғашиҡ кешеләрҙе матурлығы менән һоҡландырып ҡаршы ала. Постаменттағы (авторы – скульптор Мәүлетбай Хәлилов, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты) халыҡ азатлығы өсөн көрәшкә әйҙәүсе бөйөк шағир һәм яугир Шәйехзада Бабич иһә беҙгә изге теләк теләй:
Айға үрләп, нурҙа уйнап,
Күкрәгемде нурланым.
– Ит ғәфү, әй, ай, – тинем мин, –
Нурҙарыңды урланым.
– Һис зарар юҡ, ал, – тине ай, –
Ал да нур сәс халҡыңа;
Мин дә бит төн хаҡына
Алдым ҡояштың нурҙарын.
Фәнис ЯНЫШЕВ.