«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



24.05.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!

Зоопаркта:
– Атай, ҡара әле, ситлектә юлбарыҫ һө­йәк кимереп ултыра!
– Ярай әле, улым, иҫкә төшөрҙөң, әсәйең ит алып ҡайтырға ҡушҡайны бит.

* * *
– Хисмәт, ниңә ҡатыныңды айырырға булдың әле?
– Алдашҡаны өсөн. Үткән аҙнала иртән генә ҡайтып инде лә, Рима әхирәтемдә ҡу­нып ҡалдым, тине.
– Бәлки, алдашмай­ҙыр?
– Алдашмай ни, ул төндә үҙем Рима менән булдым.

* * *
– Мәктәптә уҡығанда музыка түңәрәгенә йөрөүемдең ҡартайғас файҙаһы тейҙе бит...
– Нимә, әллә берәй оркестрға урынлаштыңмы?
– Юҡ, баҙарҙа скрипка уйнап, хәйер йыям.

* * *
Автосервистағы һөйләшеүҙе тыңлағандан һуң:
– Йә, иптәш мастер, машинам хаҡында нимә әйтерһегеҙ?
– Дөрөҫөн әйткәндә, әгәр ҙә машинағыҙ ат булһа, уны иткә оҙа­тыр­ға кәңәш бирер инем...

* * *
Ике иптәш һөйләшә:
– Был көрсөк һеҙҙең контораға ла ҡағылдымы?
– ҡағылмай ни, элек эш күрһәткән булып, килештереп ултыра инек, хәҙер ысынлап та эшләргә тура килә.

* * *
Сит ил кешеһе зарлана:
– Был Рәсәйҙә юл­дар­ҙың батҡаҡһыҙ са­ғын бер күреп булырмы икән?
– Батҡаҡһыҙ саҡты күргегеҙ килһә, йә юл кипкәс, йә бысраҡ туңғас килегеҙ, – ти әңгәмәләше.

* * *
– Минең бисә кеҫә телефоны кеүек...
– Шундай уҡ йылтыр, ыҡсым һәм модалымы?
– Юҡ, аҡсаһы бөтһә, һөйләшмәй.

* * *
– Табип, ни эшләп­тер һул аяғым ауырта башланы бит әле, – ти дауаханаға килгән бабай.
– ҡартлыҡтан ул, бабай, ҡартлыҡтан, – ти табип.
–Улайһа, минең уң аяғым йәшме икән ни?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға