24.05.2011 Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер
Яңыраҡ Ағиҙел һәм Нефтекама ҡалаларында Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналған Башҡорт балалар әҙәбиәте көндәре үтте. Унда Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының баш әҙәби консультанты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, шағирә Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Һ. Дәүләтшина исемендәге дәүләт, М. Аҡмулла исемендәге әҙәби премиялар лауреаттары – шағирә Гөлфиә Юнысова һәм яҙыусы Факил Мырҙаҡаев, Н. Нәжми исемендәге әҙәби премия лауреаты – яҙыусы Илдус Тимерханов, шағирә, тәржемәсе Рәшиҙә Бик ҡатнашты.
Әҙиптәр Ағиҙелдә башҡорт гимназияһында, 1-се һәм 2-се мәктәптәрҙә, үҙәк китапханала, сәнғәт мәктәбендә, Нефтекама ҡалаһында башҡорт гимназия-интернатында, 2-се һәм 13-сө мәктәптәрҙә, балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәгендә уҡыусылар, уҡытыусылар, китапханасылар, ата-әсәләр менән осрашты. Өфө ҡунаҡтары үҙ ижады менән таныштырҙы, китаптарын бүләк итте, автографтар бирҙе. Уҡыусылар ҙа сәхнәгә күтәрелде: шиғыр һөйләнеләр, йырланылар, бейенеләр, әкиәт-хикәйәләрҙе сәхнәләштереп күрһәттеләр. Уларҙың һорауҙары ла яуапһыҙ ҡалманы.
Нефтекаманың 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә иһә әҙиптәр менән бер рәттән, 5-се һәм 8-се синыф уҡыусылары Анастасия Табишева, Айһылыу Яруллина үҙҙәре яҙған шиғырҙарҙы һөйләне. Яҙыусылар шиғриәттә ҡәләмен һынап ҡараусыларҙы Бәләбәй ҡалаһында ойошторолған «Илһам шишмәләре» фестивалендә ҡатнашырға саҡырҙы. «Әҫәрҙәрегеҙҙе балалар һәм үҫмерҙәр өсөн сығарылған гәзит-журналдарға ла ебәрә алаһығыҙ», – тине улар.
Һәр кисә-осрашыуҙа шундай фекер яңғыраны: балалар әҙәбиәте көндәрен даими үткәрергә кәрәк, сөнки яҙыусылар менән аралашыу үҫмерҙәргә тормошто аңларға, йәмғиәттә үҙ урыныңды табырға ярҙам итә.
Ф. СӘЛИХОВ.