«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



17.05.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!

Уҡытыусы уҡыусыларға үҙҙәрен яҡшы то­тор­ға, малай­ҙарға ҡыҙ­ҙарҙы хөрмәт итергә өйрәтә.
– Баҫҡыстан менгәндә ир-ат һәр саҡ ҡатын-ҡыҙҙан алда атларға тейеш. Ә берәйһегеҙ ни өсөн икәнен аңлата аламы? – ти. Бер малай ҡулын күтәрә:
– Ни өсөн тигәндә, ҡатын ирҙең нисәнсе ҡатта йәшәгәнен белмәй.

* * *
Әсәһе бәләкәй улынан:
– Атайың тыуған көнөңә бүләк иткән бөтә уйынсыҡтарыңды ла ватып бөттөңмө, улым? – тип һорай
– Юҡ, әсәй. Берәүһе ҡалды – сүкеш...

* * *
Етәксе урынбаҫарына:
– Анауы күҙлеклене эштән ебәрергә кәрәк.
– Һеҙ нимә! – ти урынбаҫар, – ул бит беҙҙең иң яҡшы хеҙмәткәрҙәребеҙҙең береһе. Фирмабыҙ тапҡан аҡсаның дүрттән өс өлөшө унан тора.
– Бөгөн мин уны күҙәттем, көнө буйы ҡулындағы сәғәтенән күҙен алманы, – ти етәксе.
– Әлбиттә, – ти урынбаҫары, – сәғәтен бит ул өс йыл аҡса йыйып һатып алды.

* * *
Иғлан :
«Иремде яҡшы ҡулдарға бирәм. Изге, наҙлы, интернетҡа өйрәтелгән».

* * *
Дауаханала телефон шылтырай:
– Хәйерле иртә, мин 6-сы палатала ятыусы Иҙрисовтың һаулығы хаҡында һорашырға теләйем.
– Бер аҙ көтөп тороғоҙ, – ти дежурҙа ултырыусы шәфҡәт туташы, – хәҙер мин уның картаһын ҡарайым... Бына, таптым, һынған урыны яҡшы бөтәшә, иртәнән һуңға гипсын, ә йома көндө теккән ептәрҙе аласаҡбыҙ.
– Ә уны дауахананан ҡасан сығарасаҡ­һығыҙ?
– Ошо йомала сығыр тип уйлайым. һеҙ Иҙрисовтың туғанымы әллә?
– Юҡ, Иҙрисовтың үҙе булам. Миңә был дауаханала бер нәмә лә һөйләмәйҙәр. Шуға һеҙгә шылтыратҡайным, – тигән ир.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға