17.05.2011 Ҡыҙыу таш
Бик күп йылдар элек ҙур китапхана яна. Унда тик бер генә ҡулъяҙма янмай ҡала. Байтаҡ ваҡыт ул бер китап магазинының кәштәһендә тыныс ҡына ята. Һәм уға магазиндың хужаһы алмашынғансы бер кем дә иғтибар ҙа итмәй. Яңы хужа, бөтә ҡағыҙҙарҙы, китаптарҙы, ҡулъяҙмаларҙы тәртипкә килтереп, кәрәкмәгәндәренән ҡотола, йәғни сүпкә ырғыта. Шулай итеп, был ҡулъяҙма бер хәйерсе ҡулына килеп эләгә. Йылыныр өсөн был ҡағыҙ менән усаҡ яғыр алдынан асарбаҡ унда нимә яҙылғаны хаҡында ҡыҙыҡһына. Ә ҡулъяҙмала: «Кем дә кем диңгеҙ ярынан ҡыҙыу таш таба, ул үҙ тормошонда нимә хаҡында хыялланған, бөтәһе лә тормошҡа ашасаҡ», – тип яҙылған була. Хәйерсе, үҙенең барыбер юғалтыр бер нәмәһе лә булмағас, диңгеҙ буйына юллана. Ул таш артынан ташты күтәреп ҡарай, әммә улар барыһы ла һалҡын була, һәм ул уларҙы диңгеҙгә ырғыта. Шулай көндәр, аҙналар, айҙар, йылдар үтә. Һәм бына бер ваҡыт асарбаҡтың ҡалтыранған ҡулдары ҡыҙыу ташҡа ҡағыла. Ул ташты күтәрә лә, онотолоп китеп, һыуыҡ таштарҙы ырғытҡан һымаҡ, яңылыш диңгеҙгә ырғыта.
Беҙҙең тормош та диңгеҙ яры һымаҡ. Беҙ ҙә көн һайын үҙебеҙҙең яҙмышыбыҙҙы, бәхетебеҙҙе эҙләйбеҙ. Әммә, үкенескә күрә, эҙләгәнебеҙҙе тапһаҡ та, теге асарбаҡ һымаҡ, эргәһенән үтеп китеүебеҙ бар. Беҙ бит эҙләргә өйрәнгәнбеҙ, ә табырға түгел...
Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.