14.05.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!
Антиквариат магазинында:
– Иҫ киткес портреттар! Людовик ХVI дәүерендәге костюмдағы ханым менән был әфәнде кемдәр? – ти бер ҡатын.
– Ата-бабалар, – ти һатыусы.
– Кемдең ата-бабалары?
– Портретты һатып алһағыҙ, һеҙҙеке буласаҡ.
* * *
Бер етәксенең секретаршаһы әхирәтенә зарлана:
– Өсөнсө көн яҡут ташлы муйынса бүләк иткәйне, кисә – шәшке тун, ә бөгөн кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны.
– ҡара, ҡәбәхәт, әҙәм аҡтығы, һинән аҡсаһын ҡыҙғана башлаған бит был, – тигән әхирәте.
* * *
– Принцтар юҡ, беҙгә тиклем тик аттары ғына килеп етә...
* * *
SМS-хәбәр:
«Ильяс, олатайыңа, ҡарт ишәк, тип исем атауыңды туҡтат. Ул һине IP аша асыҡланы. Өләсәйең».
* * *
Банкыны талағандан һуң ике бур:
– Шунан, хәҙер һанайбыҙмы, әллә телевизорҙан әйткәндәрен көтәбеҙме?
* * *
ҡатыны – иренә:
– ҡара әле, беҙҙең ванна ниндәй насар. Әйҙә алмаштырайыҡ!
Алмаштыралар.
– Ишектәребеҙ ҙә бигерәк иҫке.
Алмаштыралар.
– Тәҙрәләребеҙҙе лә күптән алмаштырырға ваҡыт.
Алмаштыралар.
– Беҙҙең һыуытҡысыбыҙ ҙа ныҡ иҫкергән икән.
– Ә һин үҙеңә ҡарағаның бармы?! – тигән ире.
* * *
Аҡыллы кешеләр бик иртә, иҫәр саҡта, өйләнә.
* * *
– Инсаф, һине бик матур һәм аҡыллы ҡыҙға өйләнгән тип ишеттем, – ти танышы.
– Кем әйтте?
– ҡатының!