«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



12.04.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!

Судья – яуап биреүсегә:
– Ярай, яҡшы! Һеҙ факттарҙы килтерҙегеҙ. Ә ысынында нимә булды?
* * *
Студент ҡыҙҙарына – ата-әсәһе:
– Хәҙер үк әйт, төнө буйы ҡайҙа булдың?
– Лекцияла.
– Нимә һөйләйһең, таңғы дүрткә тиклем лекция буламы ни?
– Эйе. Беҙгә профессорҙың тотлоға торғанын ебәргәндәр.

* * *
– Гөлиә һылыу, кәнфиттән ауыҙ ит.
– Бәй, был кәнфиттәр декабрь айында сыға­рыл­ған да һуң.
– Ә әле ниндәй ай?
– Октябрь.
– ҡара һин уны, был кәнфиттәр киләсәктән дә баһа!

* * *
– ҡатыныма шылтыратып, бизнесым осто, эшһеҙ, бер тин аҡсаһыҙ ҡалдым, тинем... Кисен өйгә ҡайтһам, ҡатын да, әйберҙәре лә юҡ. Эй, ҡапланып китһен дә! Миңә юмор аңламаған ҡатын ни бысағыма кәрәк, тинем дә, тыныс­ландым.

* * *
Шоу-бизнес законы: йырсының тауышы ни тиклем насар булһа, уның өҫтөндәге кейеме шул тиклем әҙерәк.

* * *
Көнсөл ҡатын – иренә:
– Эйе-эйе, кейемеңдә бер бөртөк тә сит ҡатын-ҡыҙ сәсе, күлдәгеңдә – помада, ҡулъяулығыңда тушь тапманым. Әммә машинаңдың алғы урынындағы ҡайыштың ми­нең фигураға ҡарағанда ике үлсәмгә бәләкәйерәк итеп ҡуйылғанын нисек аңлатаһың?

* * *
– Сәғит, машинаң ниндәй? – ти егеттең йөрөгән ҡыҙы.
– Улар минең хатта икәү, – ти егет. – Тик, үкенескә күрә, икеһе лә әсәйемдеке – тегә һәм кер йыуа торған.

* * *
– Йә, Хоҙай, кеше нимә генә һатып алмай: кемдер – яхта, кемдер – вилла, кемдер – футбол клубы...
– Ярай, мин дә икмәккә сығайым әле!

* * *
– ҡыйыуҙар ҡалалар­ҙы ала!
– Эйе, ә иҫәрҙәр – кредит...







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға