09.04.2011 Йәштәр ижады: табыштар, зарҙар һәм һығымталар
Башҡортостан яҙыусыларының XV съезы алдынан «Йәшлек» гәзите редакцияһында йәштәр һәм уларҙың ижады, көнкүреше хаҡында «Түңәрәк өҫтәл» артында һөйләшеү үтте.
Һөйләшеүҙә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, академик Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ, шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ, тәнҡитсе, БДУ доценты Зәки ӘЛИБАЕВ, тәржемәсе, Ш. Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, БДУ доценты Ғәйнислам ИБРАҺИМОВ, прозаик, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Зөһрә БУРАҡАЕВА, прозаик, журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаты Рәсүл СӘҒИТОВ һәм йәш ижадсыларҙан йәш шағир, «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН менән йәш прозаик, БДУ студенты Фәйез ХАРРАСОВ ҡатнашты.
Уртаҡ идея һәм фекер кәрәк
Артур ДӘҮЛӘТБӘКОВ, «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе. «Йәшлек» гәзите сыҡҡан көнөнән алып әҙәбиәткә оло иғтибар бирә һәм оло ихтирам күрһәтә. Йәш ижадсылар беҙҙең баҫмала тәүге әҫәрҙәре менән сығыш яһай, артабан ҡанат нығыта, һуңынан әҙәбиәттә үҙҙәренең лайыҡлы урындарын биләй.
Гәзит йәштәрҙең талантын асыу һәм уларҙың ижади эштәрен халыҡҡа еткереү эшен эҙмә-эҙлекле һәм арымай-талмай башҡара. Рәшит Солтангәрәев исемендәге республика хикәйәләр конкурсы, Рәйес Түләк исемендәге республика шиғыр бәйгеһе быға асыҡ дәлил. Быйыл иһә ҡабатланмаҫ талантлы шағир, драматург Рәмил ҡолдәүләт исемендәге әҙәби премия булдырҙыҡ.
Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ әҙәбиәт киләсәге хаҡында уйланыу, хәстәрләүҙең бер күренеше булһын.
Мөнир ҡУНАФИН, «Йәшлек» гәзитенең әҙәбиәт бүлеге мөхәррире. Һөйләшеүҙе шунан башлайыҡ, тәүҙә төшөнсәгә аңлатма биреп китәйек. Нимә ул йәштәр ижады? Ул йәшкә бәйләнгәнме? Шул уҡ егерме дүрт йәшендә генә һәләк булып ҡалған бөйөк Бабич йәш шағир булып ҡаламы? Йәш яҙыусы менән башлап яҙыусы араһында айырма нимәлә? Йәш шағир булмай, шағир йә бар, йә юҡ, тигән һүҙгә нисек ҡарайһығыҙ?
Һеҙҙең осорҙа нисек ҡуйыла ине был һорау, Ғайса ағай? Һуғыштан һуң яҙышҡандарҙың күбеһе яу-ғәрәсәтен үтеп, тормош тәжрибәһе менән килгән бит әҙәбиәткә.
Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, академик. Йәшенә ҡарапмы, түгелме, тиһегеҙме? Мәскәүҙән аспирантураны бөтөп ҡайтҡайныҡ, Миҙхәт Ғәйнуллин менән икебеҙҙе, союзға Мостай Кәрим саҡырып алды. Йәш инек, күҙгә күренер яҙған әйбер ҙә юҡ, гәзиттәрҙә бер-ике мәҡәлә сыҡҡандыр инде. Мостай ағай, беҙ һеҙҙе Яҙыусылар союзына алабыҙ, ти. Аптырап ҡалдыҡ, беҙҙең бит бер китабыбыҙ ҙа сыҡмаған, тибеҙ. Мостай ағай былай тип яуап бирҙе: «Мин һеҙҙең киләсәгегеҙгә ышанам!»
Ул заманда Яҙыусылар союзына алыныу мәшәҡәтле генә эш ине. Сыҡҡан бар тәнҡит мәҡәләләрен руссаға тәржемә итеп, Мәскәүгә ебәрҙеләр. ҡарап сыҡҡандар, шунан үҙәк үҙенең ризалығын биргән. Мостайҙың ышанысына ла ҡаршы килә алмағандарҙыр.
Мөнир ҡУНАФИН. Йәштәргә ышаныс белдереү, өмөт бағлай белеү ҙә – киләсәк тураһында бер хәстәрлек ул, тимәк. Ул саҡта һеҙ күңелегеҙ, тәбиғәтегеҙ менән әҙәбиәт менән йәшәгәнһегеҙ.
Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ. Әлбиттә. Беҙ, йәш тәнҡитселәр, ағайҙың ышанысын аҡларға тырыштыҡ, ең һыҙғанып эшкә тотондоҡ. Тәнҡит мәҡәләләре яҙабыҙ ҙа, тәүҙә союзға яҙыусыларҙы йыйып, уҡый торғайныҡ. Тәнҡит хәтәр ине, маҡтауға ғына ҡоролманы, етешһеҙлектәрҙе әсе итеп әйткән урындары күп булды. Шул йыйылыштарға оло яҙыусылар ҙа, йәштәр ҙә бик эркелеп килә ине. Асыҡтан-асыҡ тәнҡитләй, етешһеҙлектәрҙе ҡурҡмайынса, тартынмайса тура әйтә торғайныҡ. ҡаты әйтелһә лә, хатта оло ағайҙар тарафынан да тәнҡит ҡабул ителде, үпкәләшеү булманы. Тәнҡиттең кәрәклеген дә, әһәмиәтен дә аңлай инеләр заманында. Һуңынан, тәнҡит йомшарғас ҡына, үҙ-ара үпкәләшеү китте. Ә тәнҡиттең юҡлығы урта ҡулдарға, талантһыҙҙарға ҡулай ул. Бына шәп әҫәрҙәр шунан күҙ уңынан ситтә ҡала.
Йәштәр ижадына иғтибарлы булабыҙ тиһәк, тәнҡитһеҙ булмай, кәбәк менән бойҙайҙы айырырға өйрәтергә лә кәрәк.
Әҙәбиәткә тартылыу йәш саҡта уҡ һалына. Һуғышҡа тиклем беҙҙең Үтәгән ауылы (ҡырмыҫҡалы районы) клубында изба-читальня гөрләп тора ине. Уҡымаған китап ҡалманы, хатта «халыҡ дошмандары»ның китаптарын йыртып, ташлап бөтһәләр ҙә, таба инек нимә уҡырға. Шул йылды беҙҙең читальня республикала уҡыусылар һаны буйынса беренсе урынды алды. Шул мөхиттә әҙәбиәткә, ижадҡа һөйөү уянғандыр. Мәктәп йылдарында уҡ яҙыша инем инде. Һуңынан был ынтылышымды белем менән нығыта барҙым.
Артур ДӘҮЛӘТБӘКОВ. Нисә йәшегеҙҙә союзға алған булып сығалар инде һеҙҙе?
Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ. Мәскәүҙән уҡып ҡайтҡайныҡ инде. Йәш инек. Әйткәндәй, беҙ студент саҡта республикала әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә конкурс иғлан иткәйнеләр, унда ҡатнашып, премия ла алдым. Был да Мостай ағайҙарҙың иғтибарынан ситтә ҡалмағандыр. Йәш булһаҡ та, әҙәбиәттән башҡа ғүмеребеҙҙе күҙ алдына килтерә алмай инек.
Зәки ӘЛИБАЕВ, тәнҡитсе, БДУ доценты. Осраҡлы мәлдәр булалыр. Ижад даирәһен киңерәк планда ҡарарға кәрәк, минеңсә. Хәҙер сикләүҙәр юҡ, төрлө алымдар, төрлө мөмкинлектәре бар ижадтың. Союзға алғанда ла китап сығарыуҙы төп шарт итеп ҡуйыу дөрөҫ тә түгелдер.
Һуңғы биш йыл эсендә төрлө-төрлө алымдар барлыҡҡа килде. Ысынбарлыҡты аңлар өсөн сағыштырып ҡарау отошло. Әйтәйек, һуғыштан һуң, йә алтмышынсы йылдарҙа әҙәбиәткә тулҡын булып тартылып, иңләп килгәндәр, бөгөн берәмләп, бөртөкләп кенә әҙәбиәткә аяҡ баҫабыҙ. Хәҙер ундай тулҡын булып килеү кеүек феноменаль күренеште көтөү ҙә мөмкин түгел. Ул осорҙа трилогиялар, тарихи романдар, көслө шиғри өлгөләр тыуған. Ул – шул осорҙоң ҡаҙаныштары. Тик был әһәмиәтле йәштәр ижады булмаған тигән һүҙ түгел.
Бөгөн дә йәштәр үҙҙәренсә йәшәй, үҙҙәренсә ижад итә. Йәштәр ижады тигән категория бөгөн дә бар ул. Тик, элеккесә, 18 – 19 йәшлектәр түгел. Уларҙың күбеһе ҡулына диплом алған. ҡайҙалыр эш башлаған.
Мөнир ҡУНАФИН. Тимәк, улай уҡ йәш тә түгел.
Зәки ӘЛИБАЕВ. Элекке заман менән сағыштырғанда, шулайҙыр. Был нилектән килә? Тамырҙары тәрәндәрәк ята, уҡыу-уҡытыу системаһына барып бәйләнә ул. Ғайса ағайҙар яҙған әҙәбиәт предметының нисек уҡытылыуы хаҡында, беҙ, яҙыусылар, нишләптер бер ҙә һөйләшмәйбеҙ. Ғөмүмән, мәктәптә әҙәбиәтте уҡытыу нисек ҡуйылған? Уның кимәле юҡ сигендә, ноль. Мәктәптә китап уҡымаған балала әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу мәңге булмаясаҡ, университетта ла уҡымаясаҡ ул. Студенттар араһында әҙәбиәтте мөкиббән китеп уҡығаны берәү-икәү генә. Һәм шуныһы ҡыҙыҡлы, уларҙан, һеҙҙе кем уҡытты, тип һораһаң, мотлаҡ әҙәбиәткә, үҙ эшенә ғашиҡ булған билдәле мөғәллим булып сыға. Әйтәйек, студент саҡта Рәсүл үҙҙәренең уҡытыусыһын маҡтап бер була торғайны. Кем әле исеме?
Рәсүл СӘҒИТОВ, прозаик, журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаты. Марат ағай Муллағолов.
Зәки ӘЛИБАЕВ. Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Рәсүл Сәғитовты һәм башҡа күренекле ижади шәхестәрҙе тәрбиәләп үҫтергән остаз бит инде. Мин, мәҫәлән, немец теленән уҡытыусы Рамазан Бирғәли улы Ғәйнетдиновтың һабаҡтарын мәңге онотмайым. Ул ижади уҡытты, әйтәйек, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен төп предмет итеп ҡуйып, башҡа фәндәрҙе ошо предмет аша аңлата ине. Беҙ башҡорт телен дә, немец телен дә һәйбәт белдек. Күп нәмә, баланың ижади үҫеше лә, белем кимәле лә, ҡыҙыҡһыныуы ла мәктәптән, уҡытыусынан тора.
Ә бөгөн дәүләттә мәғариф системаһы шундай хәлгә етте: башҡорт телен уҡытыу юҡҡа сығарыла бара. БДИ буйынса рус теле һәм математиканан ғына имтихан тотаһың икән, ниңә мин башҡорт телен ныҡлап өйрәнәйем, ти 17 йәшлек үҫмер.
Телгә һәм әҙәбиәткә һөйөүҙе матбуғат саралары ла тыуҙыра ала. Ижадҡа ынтылдырыр, ҡулға ҡәләм тотторор өсөн майҙан бар. Кимәл тураһында һүҙ йөрөтмәйем әле. Бала яҙҙы, баҫылды, күренде. Башланғыс ижад бында тыуа һәм уға иғтибар, плацдарм бар. Тик ошо ижадҡа, башланғыс ижадҡа айырым шәхестәребеҙҙең, яҙыусыларҙың айырым иғтибарын күргәнем юҡ. Мостай Кәримдең ике-өс мәҡәлә баҫтырған Ғайса ағайҙарға булған ышаныслы ҡарашы кеүек иғтибар бармы икән ул? Миңә ҡалһа, юҡ шикелле. Барыбыҙ ҙа бөйөк эштәр менән шөғөлләнәбеҙ, ә эргәләге бөйөклөккә илтәсәк бәләкәй эштәр күҙ уңынан ысҡынып ҡала.
Йәштәр һибелгән борсаҡ кеүек тирә-яҡҡа таралған да, уларҙы йыйырҙай идея юҡ! 17 – 25 йәшлек егет-ҡыҙҙарҙы йыйыр урын да, гәзит битен дә табып була, тик уларҙы берләштергән, уртаҡ фекергә килтергән идея ла, ҡыҙыҡһыныу ҙа юҡ.
Мөнир ҡУНАФИН. Зәки, башланғыс ижадҡа айырым иғтибар юҡ, тип ҡуйҙы. Элек Яҙыусылар союзында йәштәр менән эшләү комиссияһы булған, тиҙәр. Бөгөн уның эшмәкәрлеге зарурлығы бармы ул, Ирек ағай?
Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ, шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Бөгөнгө тема буйынса конференция ла үткәрергә мөмкин, съезда ла күтәрелер был тема. Шуныһы мөһим: һөйләшеүҙе туҡтатырға ярамай, йәштәр ижады һәр саҡ үҙәктә булырға тейеш.
Йәштәргә конкрет адреслы иғтибар юҡ кеүек, тине Зәки. Миңә, киреһенсә, бөгөн яҙышҡан кеше бар икән, уны шул тиклем көтөп алалар. Тик яҙһын, ижад итһен генә, күпме редакция көтә уның әҫәрен, «Китап» нәшриәтендә, йәштәр тиҙерәк үҙ китабын ҡулына алһын тип, «Йәштәр тауышы» тигән махсус серия булдырылды. Йылына ун китап, тип, сейле-бешлеләрен дә сығарҙылар. Хәҙер был һанды бишкә ҡыҫҡарттылар, сөнки йәштәр юҡ.
Йәштәр ижады булған, буласаҡ та. Тик әҙәбиәттә, йәш кешенең шиғыры, йә ҡарт кешенең романы, тигән ташлама юҡ. Һәм ул булырға тейеш түгел дә. ҡарт кеше яҙғанмы, йә егет ижад иткәнме – шиғыр уҡыған кеше уны белмәй. Тупаҫ миҫал килтерәм, кәштәлә ятҡан икмәкте, оҫта йә өйрәнсек бешергән, тип һайлап алмайбыҙ бит. Бешкән йә йөҙө килгән икән, алабыҙ. Әҫәрҙәр ҙә шулай.
Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ. Авторына ҡараусылар ҙа барҙыр.
Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ. Һүҙ ҙә юҡ, әҙәбиәтте үҙ иткән кешенең яратҡан яҙыусыһы ла бар. ҡайһы бер авторҙарҙы яратмаҫҡа ла мөмкин. Тик мин, ижад кимәле тураһында һүҙ йөрөткәндә, йәштәргә бер ниндәй ташлама юҡ, тип әйтмәксемен.
Зәкиҙең баяғы адреслы ярҙам хаҡындағы фекеренә әйләнеп ҡайтам. Өмөт уятыусы йәштәр күренһә, киреһенсә, ҡулынан етәкләп алырға әҙербеҙ. Һәр әҙәби төр буйынса семинарҙар үткәреп, ижади мәктәптәр ойошторола. Яңыраҡ Учалы ҡалаһында шиғриәт секцияһының күсмә ултырышында ҡатнашып, унлап йәш авторҙың ҡулъяҙмаһы тикшерелде. Араларында һәйбәт яҙғандар бар. Бына ҡаршымда ултырған Рәшит Зәйнуллин – шуларҙың береһе. Ғайса ағай яратҡан форма төрлөлөгө күҙгә ташланды, эҙләнә йәштәр, тип һөйөндөк. Верлибр-авангардизммы, әллә традицион формамы – уҡыусыға был барыбер. Уға фекер кәрәк! Мәҫәлән, бына ошо һыуҙы көрөшкәгә һалып эстең ни, әллә гәлсәр бокалға һалып тәмләнең ни – уның тәме, йөкмәткеһе шул килеш. Иң мөһиме, фекер булһын! ҡайһы берәүҙәр форма артынан ҡыуып, баш етмәҫлек трюк йә мәрәкә эшләп ҡуя. Был төп маҡсат булырға тейеш түгел. Тағы ҡабатлайым, төп маҡсат ул – фекер!
Беҙҙең хәлгә кем инер?
Зөһрә БУРАҡАЕВА, прозаик, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты. Минеңсә, конкрет ярҙам хаҡында һүҙ барғанда, нисек кенә беҙ шыма һөйләмәйек, яҙыусылар өлкән һәм йәш быуынға бүленгән. Өлкән яҙыусыларыбыҙ – заманында хөкүмәт иҫәбенә фатирлы булып, һәйбәт гонорарға матди яҡтан нығынып, Переделкиноға барып, ижад итеү мөмкинлеге алып йәшәгән быуын. Ике-өс эштә эшләп, матди яҡтан хөкүмәттән бер ниндәй ҙә ярҙам күрмәгән, тырышып-тырмашып йөрөгән йәш быуын – беҙ. «Йәштәр тауышы» серияһында китап сыға һәм бөтә ярҙам шуның менән сикләнә. Һәм китап сығарыу ҙа. Дәүләт нәшриәтендә йәштәргә генә түгел, урта быуынға ла китап сығарыуы ауыр. Әсәйемдең (яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева) яңыраҡ сыҡҡан «Арғымаҡ» китабы өс айҙа таралып бөттө. Ә ул нәшриәттә, үҙ сиратын көтөп, туғыҙ йыл ятты. Ә нығынып ҡалған быуын яҙыусыларыбыҙ русса ла, башҡортса ла том-том китабын баҫтыра.
Әҙәбиәт институтында бергә уҡыған шәкерттәштәрем менән аралашып торам. Әйтәйек, Мәскәүҙә Яҙыусылар союзы йәш яҙыусыларға грант бүлә. Улар тәүҙә, мин быйыл роман яҙырға йыйынам, тип заявка яҙа. Һәм уларға ай һайын 2 мең һум аҡса бүленеп килә. Ҙур сумма ла түгел, ләкин һине эшкә егелергә мәжбүр иткән, илһам биргән иғтибары ҡәҙерле. Күптән күләмле әҫәр яҙғым килә, тик минең бөтөнләй мөмкинлегем юҡ. Яҙыусылар союзы бер ниндәй ярҙам да, мөмкинлек тә тәҡдим итмәй. Башҡорт драматургтары юҡ, тиҙәр. «Һеңлем, яҙышҡаныңды беләбеҙ, әйҙә ултырып ҡына яҙыш әле. Һиңә ярты йыл ваҡыт бирәбеҙ һәм ай һайын өс мең һум түләп торабыҙ. Тик ярты йылдан һуң – тулы отчет, өҫтәлдә пьесаң ятырға тейеш», – тигән тәғәйен тәҡдим булһа, йәш ижадсы эшләмәҫ инеме икән ни?!
Беҙ эре милләт түгел. Таланттарыбыҙ ҙа улай уҡ күп түгелдер, бәлки. Бер-беребеҙгә туғанбыҙ, ҡәрҙәшбеҙ, бер ғаилә кеүекбеҙ. Ағайҙарға, беҙҙең хәлде белеп тороғоҙ, һәр йәш талантты саҡырып, уның проблемалары менән ҡыҙыҡһынып торһағыҙсы, тип әйткем килә. Юҡ, фатир юллашып бирегеҙ, тип әйтмәйем, ә ижад яғынан ғына шулай өндәшеүем.
Мәҙәниәт министрлығы авторҙар өсөн – йөҙәр, ойошмалар өсөн өсәр йөҙ мең һумлыҡ гранттар булдырҙы. Ошо бәләкәй генә суммаға ла шәп-шәп әҫәрҙәр ижад ителде. Беҙҙең киностудия грант алды, фильм сығарырға торабыҙ. Сәғиҙулла, мәҫәлән, мюзикл сығарҙы. Был алым үҙен аҡлай, тип әйтмәксемен.
Халыҡ яҙыусылары, шағирҙары булған абруйлы союз нисек үҙенең грантын булдыра алмай ул? Шул уҡ Мәҙәниәт министрлығына ла, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайға ла мөрәжәғәт итеп ҡарайыҡ.
Хәҙер, эйе, баҫылыу, әҫәрҙе ҡайҙалыр сығарыу оло хәстәр түгел, ә яҙышыу, ваҡыт табып, донъяуи мәшәҡәттәрҙән арынып, ижад итеү – оло проблема. Ысынлап шулай.
Мөнир ҡУНАФИН. Зөһрә йәштәрҙең зарын түкмәй-сәсмәй еткерҙе. Ысынлап та, элек йәштәр, әҫәрҙәрҙе баҫтырырға майҙан юҡ, тип зарланһа, бөгөн төрлө һәм әллә күпме баҫманың әҙәбиәт бүлеге мөдирҙәре, йәштәр юҡ, тип һуҡрана, уларҙан әҫәрҙәр көтә. Был нимәгә бәйле икән? Заман, ваҡыт юҡлыҡҡа, матди ҡыйынлыҡтарға һылтаныу дөрөҫ тә түгелдер. Бай граф Толстой, ауырыу һәм ярлы Туҡай нишләп ҡәләмгә тотондо икән? Хоҙай ҡөҙрәте, талант алдында бурыс кеүек изге төшөнсә лә бар. Әҙәбиәтебеҙҙең ҡәҙере һәм йоғонтоһо кәмемәйме, тип тә ҡуям.
Ирек ағай, Яҙыусылар союзында йәштәр менән эшләү комиссияһы тураһындағы һорауға бая яуап булманы.
Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ. Беҙҙә союзға ҡабул итеү комиссияһы һәм уның рәйесе бар. Ә элек айырым йәштәр менән эшләү комиссияһы ла булды. Уны заманында Фәрит Иҫәнғолов, Ноғман Мусин, Рәшит Солтангәрәев та етәкләне. Бөгөн, минеңсә, союзға ҡабул итеү комиссияһы етәксеһе йәштәр менән дә эште алып барырға тейеш. Ул йәштәрҙе, союз ағзаһы булғансы, үҙ ҡанаты аҫтына алып, иғтибар үҙәгендә тоторға бурыслы. Союзда йәштәр менән эшләү йүнәлеше һис һүҙһеҙ кәрәк һәм съезда был турала әйтелер ҙә. Мин бер нисә идара ағзаһы менән был турала һөйләштем дә, улар ҙа, үҙен аҡлаған тәжрибәгә кире ҡайтырға кәрәк, тигән фекерҙә.
Мөнир ҡУНАФИН. Ә уларҙың эшмәкәрлеге нимәлә сағыла?
Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ. Ижади йәштәрҙең республика конференцияһын үткәреү, күсмә ултырыштар, секциялар эшен йәнләндереү, айырым йәш ижадсыларҙың ижад отчеттарын тыңлау уларҙың эшмәкәрлегенә бәйле. Яҡты таланттарҙы табыу, уларҙы айырым иғтибарға алыу ҙа уларға ҡарай.
Зөһрәнең алдан әйткәндәрен иҫәпкә алып, шуны ла өҫтәп ебәрәйем, элек совет осоронда ижади командировкалар ҙа булды. Әйтәйек, Рәшит Солтангәрәев, ике йыл нефтселәр араһында йәшәп – повесть-хикәйәләр, Тайфур Сәғитов, Учалы районы совхоздарында булып, «Һабантуй» романын яҙҙы. Әле Яҙыусылар союзының үҙенең яҙмышы ҙур һорау алдында торған ваҡытта беҙ элекке талаптарҙы ҡуя алмайбыҙ. Башҡа юлдарҙы эҙләргә кәрәк, тик ятырға ярамай. Әҙәбиәтте, милләтте һаҡларға тырышабыҙ икән, уның көрәшенең алғы сафында яҙыусы, һүҙ оҫтаһы булырға тейеш. Шуға күрә дәүләттең дә әҙиптәргә яҡты йөҙ менән ҡарауын теләйһе ҡала.
Артур ДӘҮЛӘТБӘКОВ. Ысынлап та, ижади союздарҙың финанс хәле маҡтанырлыҡ түгел. Мәҫәлән, БР Журналистар союзына дәүләттән бүленгән сумма кемгәлер ярҙам итеү түгел, осто-осҡа ялғап, коммуналь хеҙмәттәр һәм һалымға ғына етә яҙып ҡала. Ә, мәҫәлән, ҡайһы бер өлкәләрҙә Журналистар союзына өлкә бюджетынан 5 млн һум бүленә. Айырма бар бит. Мәскәү, Татарстан журналистарына үҙҙәрендәге эре предприятиелары ярҙамға килә. Улар бушлай путевкалар бирә, гранттар бүлә, конкурстарҙа бағыусы була. Беҙҙә лә шуны эшләп була бит. Союздарҙы эре-эре предприятиеларға беркетһәләр, эшсе халыҡ менән ижад кешеләренең үҙ-ара бәйләнештәре лә нығыр, финанс ярҙам ижадсыға иртәгәге көнгә ышаныс уятыр ине.
Зөһрә БУРАҡАЕВА. Йылына хөкүмәттә тиҫтә-тиҫтә йәш кешегә грант бирелә. Ғалимдарға булһынмы, башҡаһынамы... Тик яҙыусыға түгел. Шуның бишәүһен күләмле әҫәр, йә драма яҙған һәләтле яҙыусыға бирһәләр, күпме мөмкинлектәр асылыр ине.
Ирек ағай дөрөҫ әйтә, башлап яҙған һәләтле йәш кешене күҙәтеп барабыҙ ҙа, һуңынан ул юғала ла ҡуя, тип билдәләне. Тормош баҫа һәм ижадсы юғала, Ирек ағай. Абруйлы исемдәрегеҙ, мәртәбәле ижадығыҙ бар, үҙ һүҙегеҙҙе Президентҡа, депутаттарға еткерегеҙ, ярҙам итһендәр йәштәргә. Хөкүмәтебеҙҙең иллешәр мең һумлыҡ ун грант бүлерлек мөмкинлеге барҙыр бит.
Ғәйнислам ИБРАҺИМОВ, тәржемәсе, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты. Грантҡа тиклем ижад булырға тейеш тә баһа. Нишләп беҙ, кемдер нимәлер бирергә тейеш, тип һоранабыҙ һуң ул?
Зөһрә БУРАҡАЕВА. Ә һин нимә тәҡдим итәһең? Ул – Мәскәүҙә булған практика.
Ғәйнислам ИБРАҺИМОВ. Мин, тейешле кимәлдәге, йәмғиәттә фекер уятырҙай ижад булмай тороп, һоранырға кәрәкмәй, тим. Йәмғиәттә ижади фекер юғала бара. Зәки дөрөҫ әйтә, мәктәптә уҡытыусы балаларҙы ижад итергә, ябай ғына инша ла яҙырға өйрәтмәй икән һәм уҡыусының белемен БДИ, ғәмәли әйбер менән генә баһалайбыҙ икән, ғөмүмән, ижад, әҙәбиәттең киләсәге хаҡында һүҙ алып барыуы ҡыйын.
Башлап яҙыусымы, әллә йәш ижадсымы, тигән һорау ҡуйылды. Оло йәштә лә ижадҡа тотоноп китеүселәр була. Улар ҙа йәш яҙыусымы? Шунан һуң, беҙ йәш шағир тип йөрөгән күптәр (уйлаһаң, улар урта быуын хәҙер), шул уҡ янымда ултырған Мөнир, Азамат Юлдашбаев, Зөлфиә Ханнанова, Лариса Абдуллина һәм башҡалар күптән формалашып еткән шәхестәр. Халыҡ уларҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һала, фекерен дә, шәхесен дә һанлай, яҙғандарын яратып ҡабул итә. Сөнки уларҙың ижад тамырҙарында улар үҫкәндәге ижади мөхит, тәрбиә ята. Мәктәптә йә пионер лагерында булһынмы, улар һәр саҡ ижади мөхитте тойоп, үҙ-ара матбуғат аша ла, былай ҙа аралашып йәшәне һәм йәшәй. Уларҙың уртаҡ «сире» – әҙәбиәт. Ә бөгөнгө йәштәр үҙ-ара осрашһа, телдәрендә – һиндә ниндәй кеҫә телефоны ла, «Контакт»та ултыраһыңмы һәм башҡаһы. Уларҙың мөхитендә әҙәбиәт юҡ, булһа ла, өсөнсө йә ун өсөнсө урында.
Бер ижадҡа тотонғас, ғүмер буйы шул ижадҡа тоғро ҡалырға, хеҙмәт итергә, бөтә булмышты шуға бирергә, хатта фанат булырға кәрәк. Ә хәҙерге йәштәр нисек? Уларға ижад кәсеп кенә, бер хобби. Ә яҙғандарында заман юҡ. Ана шул хәүефләндерә. Шуға грантҡа тиклем тәүҙә ижад кәрәк, тим.
Боронғолоҡ менән бөгөнгөнөң алышы
Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ. Йәштәр араһында, ысынлап та, ижадҡа, ғөмүмән, әҙәбиәткә кәсеп сығанағы тип ҡарау бар. Еңел-елпе генә сценарий яҙҙы ла, ҡуйҙырҙы ла аҡса эшләне... Был бер эпидемия бит, егеттәр. Бер көнлөк ижад эпидемияһы.
Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ. Союз бер яҡта, хөкүмәт башҡа яҡта йәшәгән кеүек миңә. Нисектер үҙ-ара бәйләнеш нығынмаған. Хатта абруйлы яҙыусыларға ла хөкүмәт кешеһенә үтеүе ҡыйын хәҙер. Рәйесебеҙ Рауил Бикбаев депутат булған саҡта үҙ мәсьәләләребеҙҙе хәл итеп ҡалыу яғын ҡарарға кәрәк. Йәштәргә, ысынлап та, был хәлдә ижад итеүе ауыр бит.
Ғәйнислам ИБРАҺИМОВ. Хөкүмәт йәш ғалимдарға 50 мең һумлыҡ 50 грант бүлә. Союз ҡарамағына ла шулай биш грант биреп булалыр бит. Союз идараһы, йәш кешенең һәләтенә һәм ижадына ҡарап, кемгә бирергә үҙе хәл итер. Берҙән, был стимул булһа, икенсенән, бер көнлөк әҫәрҙәр кәмер ине.
Рәсүл СӘҒИТОВ. Боронғолоҡ менән бөгөнгөнөң алышы кеүек күрәм бөгөнгө һөйләшеүҙе. Ғайнисламдың фекерендә лә был сағылыш тапты, буғай. Ул бер үк ваҡытта, грант кәрәк, тип тә бара, икенсенән, боронғо традицияларға таянып эш итәйек, элек грантһыҙ ҙа яҙышҡандар, ти.
Ғәйнислам ИБРАҺИМОВ. Элек хөкүмәт ҡараған.
Рәсүл СӘҒИТОВ. Фанат, профессионал яҙыусы тигән һүҙ ҙә яңғырап ҡалды. Тик бөгөнгө заманда был йәмғиәттә ижад менән генә көн итеп булмауы асыҡ.
Ирек ағай, ҡарт кеше яҙғанмы, йә егет ижад иткәнме – уҡыусыға авторы мөһим түгел, тигән фекер әйтте. Бының менән һис тә килешмәйем. Минең өсөн кем яҙғаны мөһим. Мәктәптә алда телгә алған уҡытыусым Марат ағай Муллағолов, мәҫәлән, дәреслеккә инмәһә лә, беҙҙе Рәми Ғариповтың ижады менән мотлаҡ таныштырып килде. Был етмешенсе йылдар аҙағы ине.
Хәҙер тәнҡит юҡ, шуға сейле-бешле әҫәрҙәр күбәйҙе, тип яҙҙы Ғайса ағай «Ағиҙел» журналында. Һүҙем башҡа тураһында. ҡасандыр һәйбәт кенә ижад итеп, күтәрелеп, хатта юғары вазифала ултырғандар була. Тик ижадтары элеккесә шәптән түгел, барыбер әҫәрҙәре баҫыла, бәлки, фекере лә юҡтыр, һаман шәп, тип фекерен миҫалға килтерәләр. Һорау тыуа: беҙҙә әҙәбиәттә принципиаль һәм объектив ҡараш үлеп барамы әллә?
Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ. Мотлаҡ әйтә торған бер тема бар. Бер осор, быуынһыҙ быуындар килә башланы, тигән термин барлыҡҡа килде. Әйтәйек Яҙыусылар союзына бер консультант кәрәк икән, исемлек буйынса биш тапҡыр үтеп, эшләрҙәй кандидат табып булмай. Гәзит-журналдарҙың әҙәбиәт бүлегенә мөдир эҙләйҙәр – таба алмайҙар. Шуға бөгөн йәштәрҙең тормошта, ил эшендә әүҙем ҡатнашыуын, шәхес булыуын һорар инем. Быуынһыҙ быуын булмаһындар ине. Бөгөн беҙ шәхестәргә мохтажбыҙ. Шул тиклем мохтажбыҙ.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН, йәш шағир. Ижадҡа тартылыуым күпләп китап уҡыуҙан киләлер. Шунан һуң мәктәп йылдарында яҙыусылар менән йылы осрашыуҙар ҙа йоғонто яһағандыр. Ирек ағай, Бөрйән яҡтарына һеҙ ҙә бер килгәйнегеҙ. «Бөрйән эте» исемле шиғырығыҙҙы уҡығанығыҙҙы ла иҫләйем әле. Шул әҙәби ижад мөхите балала әҙәбиәткә ҡарата һөйөү уята. Уҡы, яҙыш, тип кенә баланан шағир эшләп булмай, ә кешенең үҙенең теләге, ҡыҙыҡһыныуы булырға тейеш.
Ижад ул минең өсөн – күңел талабы. Сөнки әйтер һүҙем бар! Әгәр күңелдә ижад осҡоно юҡ икән, аҡса, башҡаһы менән ымһындырып ҡына юғары зауыҡлы ижад талап итеп булмай.
Йәштәр юҡ, тип борсолоу белдерәләр. Һис килешмәйем, беҙ бар. Йәш ижадсылар ҡайҙан килә? Эйе, «Аҡбуҙат»тан, «Йәншишмә»нән, «Аманат»тан... Ошо балалар баҫмаларын алдырып уҡыусылар һаны кәмей икән, тимәк, әҙәбиәткә килеүселәр ҙә кәмейәсәк. Һуңынан, буй еткергәс, улар «Йәшлек»кә, «Шоңҡар»ға, «Ағиҙел»гә, «Башҡортостан»ға бара. Әҫәрҙәрен тотоп. Уларҙы нисек ҡабул итәләр, улар артабан шулай ижад итәсәк. ҡанаттарын һындырһалар, оса алмаясаҡтар, дәртләндерһәләр, аяҡтарында нығыраҡ торасаҡтар.
«Ағиҙел»гә тәүгә барғанымды иҫләйем. Студент инем, ҡурҡа-ҡурҡа барҙым. Тамара апай Ғәниева менән Хисмәт ағай Юлдашев сәй эсергә ултырттылар, аҡыллы кәңәштәрен бирҙеләр. Осоп ҡайттым, бер еңеү кеүек ине ул.
Ижад – ул рухи аҙыҡ. Ә аҙыҡты беҙ һатып алабыҙ, шулаймы? Был аҙыҡтың тейешле хаҡы булырға тейеш. Китап кеүек изге төшөнсәләрҙең ҡәҙере төшөргә тейеш түгел. Тәләфләмәһендәр уны. Китапты бер ҡасан да бушҡа бирмәгәндәр. Сыҡҡан китабыңа тейешле хаҡ алырға теләһәң, шул йүнәлештә эшләргә бурыслыһың. ҡайҙа уға реклама? Автор менән әңгәмә ҡорола ла – бөттө реклама. Был өлкәлә бик уйлап эшләргә лә эшләргә кәрәк.
Башҡорт әҙәбиәте бөгөн рекламаға һәм тәржемәгә мохтаж! Мәскәү, Рәсәй, Европа ижадсылары менән аралашырға кәрәк. Рус, төрөк телендә генә түгел, ғәрәп, украин, инглиз телдәрендә лә сыҡһын башҡорт китабы. Беҙҙә бестселлерҙ