«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



05.04.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!

«Элек мин йәйҙе ярата инем. Тик аҙаҡ шуны аңланым, әгәр ҙә аҡсаң булһа, йәй ҡасан теләйһең, шунда килә... Шуның өсөн дә хәҙер мин аҡсаны яратам».

* * *
– Тышта күңелле, әммә һыуыҡ, өйҙә йылы, тик күңелһеҙ. Нимә эшләргә?
– Тәҙрәнән яртылаш сыҡ...

* * *
«40 йәштә балалыҡтың үткәнен бигерәк тә ныҡ һиҙәһең, имеш».

* * *
Йәш ир осрашыуға ашыға, үҙе һуңлап бара, нишләргә белмәй. Теләгән еренә килеп еткәс, машинаһын ҡуйырға урын тапмай яфалана. Шул саҡ башын күккә күтәрә лә:
– Аллаҡайым, ярҙам ит! Ярҙам ҡулы һуҙһаң, башҡаса эсмәйем, тартмайым, аҙна һайын мәсеткә йөрөйәсәкмен, тип вәғәҙә итәм, – ти. Көтмәгәндә буш урын күреп ҡала ла:
– Юҡ, кәрәкмәй, Аллаҡайым. Таптым! – тип ҡысҡырып ебәрә.

* * *
Клиент официантҡа:
– Һеҙ беҙҙән ҡалған аҙыҡты ашап бөтөп ҡуяһығыҙ икән, тип һөйләүҙәре дөрөҫмө?
– Юҡсы, һеҙ нимә? – тигән официант. – Беҙҙән ҡалғанды һеҙ ашап бөтөрәһегеҙ.

* * *
– Һеҙҙең ҡыҙығыҙ өсөн бик яҡшы кейәү таптым! Тик уның бер етешһеҙлеге бар, – ти димсе.
– Ниндәй?
– Ул тотлоға.
– Һәр ваҡытмы ни?
– Юҡ! Һөйләшкәндә генә.

* * *
– Эй, алтын балыҡ! Мине бөтә донъяға билдәле ит әле, – тип ялбара бер ир.
– Яҡшы! Бына хәҙер һеҙҙә дауалап булмай, бик һирәк осрай торған ауырыу. Тап бына шуның менән һеҙ бөтә донъяға билдәле буласаҡһығыҙ.

* * *
– Әйтегеҙсе, һеҙ, ысынлап та, ныҡ ҡыйыуһыҙ кешеме?
– Эйе лә, юҡ та...

* * *
– Балалар, – тип уҡытыусы синыфҡа мөрәжәғәт итә, – бөгөн кисен Ай тулыһынса тотоласаҡ. Был бик һирәк була торған хәл, шуның өсөн һәр берегеҙ иғтибар менән күҙәтер, тип ышанам. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, туғыҙынсы ун биш минутта башлана.
– Ә ниндәй программа буйынса?..
* * *







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға