«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Ейәндәр уҡырмы?



29.03.2011 Ейәндәр уҡырмы?

йәки Бөгөнгө мәктәптәр балаларыбыҙҙа милли үҙаң тәрбиәләйме?
Кеше бәғерҙәре таш булғанда,
Ташҡа баҫҡан һүҙ ҙә юйыла.
Р. БИКБАЕВ.

Кеше уҡып асыла. Өйөндә китап кәштәһе булған кеше башҡаларҙан бер башҡа айырылып тора. Уның зиһене лә зирәк, күңеле лә бай, кешеләргә шар асыҡ, ҡулында ла гәзит-журнал була. Китап уҡыған кеше менән һөйләшеүе лә икенсе. Һинең нимә әйтергә теләгәнеңде шунда уҡ аңлай. Уның тормошо ла сәләмәт йәшәү рәүешенә көйләнгән була. Ғаилә усағының йылыһы ла күңелдәрҙе иретеп ебәргәндәй.
Кеше уҡып асыла. Бына һин башҡорт прозаһын уҡыйһыңмы? Ана шул рухи хазинабыҙҙы уландарың, ҡыҙҙарың, ейән-ейәнсәрҙәрең сат йәбешеп уҡыймы икән? Ниңә проза жанрын телгә алдым һуң әле? Аңлатам: проза жанры әҙәбиәтебеҙҙең үҫешен билдәләүсе, киң ҡоласлы, тәрән йөкмәткеле эпик әҫәрҙәрҙе үҙ эсенә ала. Башҡорт прозаһы – үҙе бер ҡатмарлы яҙмыш тарихы, ғәйәт ҙур һәм киң арауыҡтағы хәл-ваҡиғаларҙың сағылышы, халыҡтың йәшәү рәүеше, мәҙәниәте, донъяға ҡарашы, аң һәм аҡыл үҫеше, фекерләү ҡеүәһенең бөрөләнеүе һәм сәскә атыуы, образлы тасуирлау һәм һүрәтләү сараларының балҡышы, телмәр поэтикаһының сағыу өлгөһө. Проза телмәре – ул тел, тарих, мәҙәниәт, психология, философия, педагогика, дидактика һәм лингвоэтномәҙәниәт кеүек фәндәрҙең үҫеше өсөн сығанаҡ. Әҙәбиәтебеҙҙең был жанры – кешенең кешелеклек, шәхес булмыштарын көйләүсе, үҫтереүсе рухи көс. Ташҡа соҡоп тарих яҙған халыҡтың йәшәйеш күренеше.
Халҡыбыҙҙың моңло ла, серле лә, һағышлы ла, данлыҡлы ла, фәһемле лә, ғибрәтле лә рухи байлығын ейәндәребеҙ уҡырмы? Йылдан-йыл туған тел офоғо тарая бара. Башҡорт ауылында милли мәғарифтың тамырын ҡороттолар. Сталин заманы булһа, бының өсөн кемдеңдер башы Себер китер ине. Сөнки милли мәғарифты юҡҡа сығарыуҙан да ҙур енәйәт бармы икән? Сталин заманында башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре, мәктәп дәреслектәре (барыһы ла башҡортса), һүҙлектәр һәм башҡа уҡыу-уҡытыу методик әсбаптары башҡорттар йәшәгән һәр төбәккә (хатта сит өлкәләрҙең ауыл магазинына ла!) килеп етә торғайны.
Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә ни бары ике магазинда башҡортса китаптар һатыла. Береһе – Октябрь проспектындағы «Башҡорт китабы йорто», икенсеһе – Ленин урамындағы боронғо китап магазины. Башҡа китап магазиндарын Мәскәү нәшриәттәре сығарған китаптар баҫып алған. Элекке заманда һәр китап магазинында милли телдә донъя күргән китаптар бүлеге була торғайны. Хәҙер улар юҡҡа сыҡты. Суверенлыҡ тигән төшөнсә шулай юғала баралыр. Бындай рухи хазиналар йорттарында Мәскәү рухы, йәғни йәшәү рәүешебеҙгә ят мөхит күҙгә ташлана. «Башҡортса китаптар юҡмы?» – тип һораһаң, ғәжәпләнеп ҡарайҙар. Йә булмаһа, ҡырҡ һүҙгә етәләр. Бындай китап йорттарынан рухи ҡанаттарың ҡайырылып сығып китәһең. Шағир әйтмешләй: «Үҙ илемдә илемде һағынам», – тип, сараһыҙҙың көнөнән уфтанып ҡуяһың.
Һәр китап магазинында милли телдә сыҡҡан китаптар мөйөшөн асып булмаймы ни? Халыҡты телһеҙ, рухһыҙ ҡалдырырға уйлай­ҙармы? Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә донъя күргән һәр китап башҡорттар йәшәгән һәр төбәк магазиндарында тулып ятырға тейеш, минеңсә.
Башҡорт прозаһындағы алтын-көмөшкә тиң этномәҙәни берә­мек­тәр­ҙе ейәндәр аңлармы? Ул мәҙәни берәмектәрҙең кешене үҫтереүсе сара икәнен ейәндәребеҙгә кем төшөндөрөр? Ғалимдарҙың фекеренсә, «Яңы быуынды кешелек мәҙәниәтенә әүҙем өйрәтмәйенсә, кешелекте үҫтереү мөмкин түгел» (Л. Д. Столяренко, Психология ни­геҙ­ҙәре. Дондағы Ростов, «Феникс» нәшриәте, 1997, 87-се бит). Был дөйөм кешелек тураһында, әлбиттә. Әммә кешелекле кешене үҫтереүҙә лә ана шул аң, тәғлимәт кәрәк буласаҡ.
Кешесә мөғәмәлә быуындан быуынға тапшырыла килә. Был сылбыр өҙөлөргә тейеш түгел, бигерәк тә аҙ һанлы халыҡтарҙа. Әгәр быуындар бәйләнеше юғалһа, милләт юҡҡа сығасаҡ. Ана шундай фажиғә булмаһын өсөн йәш быуынды халҡыбыҙҙағы ғөрөф-ғәҙәткә, уларҙың мәғәнәләренә өйрәтеү мөһим.
Әҙәбиәттә әҙәп-әхлаҡ ҡанундары ята. Әлбиттә, халыҡсан әҫәрҙә. Халыҡ үҙенең йәшәү рәүешендә һәр күренешкә, һәр осраҡҡа йәш быуынға фәһем бирерлек тейешле бер мәғәнә һалған. Уларҙың ҡайһы берҙәре яҙыусыларыбыҙҙың әҫәрҙәрендә сағылыш тапҡан. Ана шуларҙы аҙ-аҙлап булһа ла тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә дидактик материал сифатында ҡулланыу әҙәп-әхлаҡ төшөнсәһенең йөкмәткеһен, мәғәнәһен бала зиһененә еткереүҙә мө­һим бер аҙым булыр ине. Бала китап уҡыуға ылыҡтырылмай.
Бөгөнгө мәктәптәрҙә милли үҙаңды, милли рухты башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә генә тәрбиәләп була. Был – аксиома. Уны бер кем дә инҡар итә алмай. Август кәңәшмәләрендә, республикала фәләнсә мәктәп төҙөлдө, тип шатланабыҙ, ҡыуанабыҙ. Әммә мәктәпкә инһәң, был ҡыуаныс юғала, юҡҡа сыға. Форма бар, йөкмәтке, мәғәнә юҡ. Шулай уҡ август кәңәшмәләрендә, республикала шунса телдә белем бирелә, тип шапыртып, ҡабартып һөйләргә яраталар. Ана шул туҙға яҙмаған һүҙҙе сит илгә сығып һөйләү көсәйҙе. Әммә сит ил быға ышанмай.
Башҡорттарҙың үҙ милли мәғарифы булмағанын улар белмәй тиһеңме әллә?
Республикала 48 башҡорт гимназияһы бар. Әммә улар­ҙың исемдәре генә «баш­ҡорт». Сөнки башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән тыш башҡа предметтарҙы өйрәнеү рус телендә алып барыла. Был гимназиялар менән сағыш­тыр­ғанда, Өфөнөң 3-сө гимназияһы, бәлки, «башҡорт»­о­раҡтыр, рәсми рәүештә «башҡорт гимназияһы» тип аталмаһа ла. Бында башҡорт телен өйрәнеүгә бүленгән аҙналыҡ сәғәттәр һаны ла күберәк.
Башҡорттарҙың яртыһынан күбе сит өлкәләрҙә тупланған. ҡайһы бер ауылдарҙа мәктәптәр ҙә бар. Әммә башҡорт балалары үҙ туған телен өйрәнеүҙән мәхрүм. Башҡортостан хөкүмәте һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары үҙҙәренең сит өлкәләге ҡан ҡәрҙәштәре менән бәйләнеш ойоштормай.
Башҡорттарҙың ҡалған өлөшө Башҡортостанда йәшәһә лә, туған телдәрен предмет булараҡ йә дәүләт теле сифатында өйрәнеп маташа. Ниңә уларҙы башҡортса уҡытмаҫҡа? Ниңә рус балаһы барлыҡ предмет­тар­ҙы үҙенең туған телендә уҡый? Ә башҡа милләттәр был хоҡуҡтан мәхрүм. Был күренеште нисек аңларға? Был енәйәттең осона кем сығыр?
Әйҙәгеҙ, халыҡҡа халыҡса ҡарар­ға өйрәнәйек. Һәр милләт балаһы үҙенең телендә белем алһын. Быға дәүләттең аҡсаһы юҡмы ни? Йәштәр, уҡыусылар илдең киләсәгенә ышанып ҡарамай. Ә әҙәмсә йәшәрлек киләсәге бармы һуң илдең? «Ейәндәр уҡырмы?» тип һүҙ башланым да халыҡты борсоған хәлдәргә төшөп киттем. Сөнки улар­ҙың барыһы ла бер епкә (өҙөлмәҫ епкә) бәйләнгән. Китап һатып алыр ине, халыҡта аҡса юҡ. Мәктәп китапханаһынан берәй яңы китап алып уҡыр ине, унда ла кәрәк китапты, хатта мәктәп программаһы буйынса үтеләсәк әҙәби әҫәрҙәрҙе лә таба алмаҫһың. Шул уҡ ваҡытта мәктәп китапханалары төрлө типтағы (әммә мәғариф нәшриәтенекен түгел) рус әҙәбиәте дәреслектәре – макулатура менән тыңҡыслап тултырылған. Хөкүмәт аҡсаһы йәл­ме ни? Ул дәреслектәр «Дрофа», «ООО» һәм башҡа тағы әллә ниндәй коммерцияға бәйле нәшриәттәр тарафынан сығарылған. В. Давыдов һәм Д. Элько­ниндың үҫтереүле уҡытыу технологияһына ярашлы дәреслектәр ҙә тулып ята. Ул макулатураның хаҡтары ла ҡиммәт кенә. Күп мәктәптәр­ҙә ул «үле капитал» дәрәжәһендә китап кәштәләрендә саң йота. Мәктәптәр бит дәүләткә ҡарай. Шуға күрә дәүләт нәшриәттәре баҫтырып сығарған дәреслектәрҙән файҙаланырға тейеш.
Республика мәктәптәренең китапханаларында башҡорт яҙыу­сыларының совет осоронда донъя күргән әҫәрҙәре генә һаҡланып ҡалған, ә яңы баҫмаларҙы шәм яндырып эҙләһәң дә таба алмаҫһың. Мәҫәлән, Таңсулпан Ғарипованың «Бөйрәкәй» әҫәре ике тапҡыр нәшер ителде, әммә мәктәп китапханаларының барыһына ла барып етмәне. Бигерәк тә Башҡортостандың көнбайыш райондарындағы мәктәп китапханалары башҡорт китаптарына ҡытлыҡ кисерә. Туған телдәр уҡытыу­сылары ла балаларҙы китап уҡыуға йәлеп итә алмай, сөнки уларҙың ваҡыты юҡ. Аҙнаһына 40 – 50 сәғәт дәрес биреп арыйҙарҙыр, күрәһең. Ана шунан сығып, дәрестең сифаты тураһында уйлап та ҡарамайҙар.
Туған телдәрҙе уҡытыуҙа тағы ла бер мөһим проблемаға туҡталып үтмәйенсә булмай. Бай тәжрибә туплаған уҡытыусыларҙы, пенсия йәше етеүгә һылтанып, мәктәптән ситләштерҙеләр. Был мәктәп эшмәкәрлегенә ҙур зыян килтерҙе. Уның тәжрибәһе өйрәнелмәне, мәктәптәргә таратылманы. Алдынғы тәжрибә – уртаҡ хазина тигәнгә хәҙер ҡолаҡ һалыусы юҡ. Бала китап уҡыу­ға ылыҡтырылмай. Хатта дәрестәрҙә лә уҡыу­сылар китап уҡымай, яҙмай. Бары тик мультимедиа саралары менән мәж килә.
Осраҡлы рәүештә бер уҡытыусының дәресенә барып индем. Ул ниндәйҙер тексты диктантса уҡый. Кластың бер мөйөшөндә уҡыусы шул тексты компьютерҙа баҫа. Түбәгә аҫып ҡуйылған проектор аша ана шул интерактив таҡтаға төшә. Аҙаҡтан уҡыусы компьютерға яҙғанының хаталарын төҙәтә. Икенсе уҡыусы интерактив таҡталағы хаталарҙы төҙәтте. Һуңынан ошо уҡ тексты башҡа уҡыусылар дәфтәренә күсереп яҙҙы. Был эш минең өсөн йомаҡ булып ҡалды. Дәрестең ярты сәғәттән ашыу ваҡытын алды. Бындай мәғәнәһеҙ, аныҡ маҡсатһыҙ эш уҡытыусының да педагогик асылын күрһәтмәне, дидактиканың берҙәм өс маҡсаты ла күҙәтелмәне. Был осраҡта, бала белем алды, рухи яҡтан үҫте, тәрбиә алды, тип әйтеп буламы? Әлбиттә, юҡ.
Китапханаларҙа ла йыш булам. Уҡыусыларҙың формулярҙарын ҡарап сығам. Әммә башҡортса китап уҡыу­сы юҡ. Рус әҙәбиәтенән дә мәктәп программаһына ярашлы ҡайһы бер әҫәрҙәр генә уҡыла. Элегерәк (йәғни совет заманында) уҡытыусылар бер-береһенең дәрестәренә йөрөй торғайны, ярышып-ҡыҙып дәрестәренә анализ бирелер ине. Мәктәп директоры ла, уҡытыу бүлеге мөдире лә, уҡытыу­сыларҙың дәрестәренә инеп, юғары кимәлдә анализ бирер ине. Быларҙың барыһы ла юҡҡа сыҡты. Сөнки директор ҙа, завуч та саманан тыш күп дәрес алып бара, капитал туплай. Дәрестәргә йөрөү ҡайғыһы юҡ уларҙа. Яҙыусылары­быҙҙың китаптарын ейәндәр уҡырмы? Уларҙың ата-олаталары, әсә-өләсәләре китап уҡыймы икән, гәзит-журналдарға яҙыламы икән? Әгәр мәктәптә уҡытыусыһы китап уҡырға өлгө бирмәһә, исмаһам, өйҙә бала, ата-олатаһына, әсә-өләсәһенә ҡарап, китапҡа, гәзит-журналдарға күңелен һалыр ине.

Рафаэль АҘНАҒОЛОВ,
педагогия фәндәре докторы,
БДУ профессоры.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға