«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



29.03.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!

– Студент Аллағолов! Һеҙ, исмаһам, гәзит уҡыйһығыҙмы?
– Әлбиттә!
– Һәм күпме?
– Бәҙрәфтә күпме йыртып алам, шунса уҡыйым.

* * *
Бай ҡатын үҙендә өй йыйыштырыусы булып эшләгән таныш ҡыҙҙы осрата.
– Һеҙҙән киткәнемә үкенәм, – тип зарлана ҡыҙ.
– Яңы урынығыҙҙан ҡәнәғәт түгелһегеҙме?
– Шулайыраҡ.
– Эш күптер инде….
– Улай ғынамы? Һеҙҙәге менән сағыштырғанда, тамуҡ!
– Эше күп булғас, аҡсаны ла яҡшы түләй­ҙәрҙер?
– Бер тин дә алмайым.
– Ә отпуск?
– Ул унда юҡ.
– Ә кемдә эшләйһегеҙ һуң?
– Мин эшләмәйем. Кейәүгә сыҡтым…

* * *
Әсә сибәр ҡыҙы менән табипҡа килә.
– Өҫтөгөҙҙө сисегеҙ, – ти табип ҡыҙға.
– Ул сирле түгел, мин сирле…
– Улайһа, яҡын кил, телеңде күрһәт.

* * *
– Туй сәйәхәте нисек булды? – тип һорайҙар йәш килендән.
– Ғәҙәттәгесә.

* * *
ҡараңғы төшкәс, бер иргә зыярат аша үтергә тура килгән. ҡурҡа-ҡурҡа бара торғас, икенсе бер ирҙе осрат­ҡан ул.
– Әйҙә минең менән, атларға ҡурҡам.
Китәләр былар икәүләп, зыярат уртаһына барып еткәс, икенсеһе былай тип һорай.
– Ә кемдән ҡурҡаһың һуң?
– Үлектәрҙән.
– Ә беҙҙән ниңә ҡурҡырға?

* * *
Профессор:
– Бөгөнгө көнгә химияның иң ҙур ҡаҙанышын әйтегеҙ әле?
Студент:
– Һары сәсле ҡыҙҙар­ҙың күбәйеүе.

* * *
Ир кеше улын табип­ҡа килтерә.
– Доктор, минең балам ҡом менән цемент ашаған…
– Берүк һыу ғына эсерә күрмәгеҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға