«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



26.03.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!

– Иптәш милиционер, анау йүгергән ир минең аҡса янсығымды тартып алды, ҡыуып етегеҙсе үҙен, – ти бер ханым.
– Гражданка, һеҙ нимә, белмәйһегеҙме әллә, хәҙер бит милиция юҡ, ә полиция.
– Ғәфү итегеҙ инде, иптәш полиционер, ҡыуып етегеҙ инде...
– Гражданка, һеҙ ниндәй һүҙ уйлап таптығыҙ – полиционер!
– Ғәфү итегеҙ, мин шул тиклем борсолам, иптәш полицейский, тиҙерәк булығыҙ инде...
– Гражданка, полицейский­ға бер ваҡытта ла «иптәш» тип өндәшмәйҙәр.
– Эй, полицейский әфәнде...
– Ниһайәт, дөрөҫ итеп әйттегеҙ!
– Тиҙерәк булығыҙ инде, ул күҙҙән юғала бит.
– Ә был минең участка түгел...
* * *
Ыҫпай ғына кейенгән ханым автобусҡа инә. Ултырып килгән бер ир урынынан тороп баҫырға йыйын­ғанда, ҡатын уның иңбашына ҡулын ҡуя ла:
– ҡуҙғалмағыҙ! – ти.
Икенсе туҡталышта ла ир тормаҡсы итә. Тик ҡатын тағы ла ҡулын уның яурынына һала.
Бер нисә туҡталыш барғас, ир:
– Ғәфү итегеҙ, миңә ҡасан торорға рөхсәт итерһегеҙ икән? Былай ҙа өс туҡталышты үттем бит инде, – ти.
* * *
– Ә мин йөрөгән ҡыҙыма балдаҡ бүләк иттем! Баскетболдыҡын. Әйҙә, шатлығынан рәхәтләнеп һикер­һен.
* * *
Автобуста.
– Һылыуҡай, юл өсөн аҡсаны кондукторға бирегеҙ әле.
– Ә тылсымлы һүҙ?
– Абракадабра.
* * *
Икәү таныша:
– Исемең нисек? – ти береһе.
– Бибинур.
– ҡалай оҙон исем! Минең иҫемдә ҡалмаясаҡ. Ә ҡыҫҡаса әйтеп булмаймы?
– Зәрә.
* * *
Аттестация ваҡытында инспекторҙың хеҙмәткәргә һуңғы һорауы: «Юл ҡағиҙәһен боҙоусы һеҙгә 200 доллар аҡса һуҙа. Һеҙ быны нисек хәл итәсәкһегеҙ?»
– Аласаҡмын, полковник әфәнде, һәм 100 долларын һеҙгә бирәсәкмен.
– Һеҙ полицияға ҡабул ителдегеҙ. Тик теорияны практика менән нығытып ҡуйырға кәрәк.
* * *
Тәүге көндә ир кеше үҙ ҡатыны хаҡында һөйләне, уның менән йәшәргә теләмәүен, уның үҙен аңламауын әйтте.
Икенсе көндө ҡатын үҙенең ирен әрләне, үҙен бер ҡасан да аңламауы хаҡында йәне әсеп һөйләне.
Өсөнсө көндә ирҙең ҡатыны менән ҡатындың ире осрашты. Һәм улар бер-береһен ярты һүҙҙән аңланы.
* * *
Булдыра алған талай, булдыра алмаған урлаша.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға