«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



19.03.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!

«Бер ваҡытта ла табалағы һуңғы кәтлитте ашамағыҙ: беренсенән, туймаясаҡһығыҙ, икенсенән, буш табаны мотлаҡ йыуып ҡуйырға кәрәк буласаҡ».

* * *
– ҡыҙым, ете тәрилкә килтер әле.
– Ниңә шул тиклем күп?
– Миңә атайың менән һөйләшеп алырға кәрәк.

* * *
Ресторанда. Клиент официантҡа:
– Һеҙҙең кәтлиттәрегеҙ миңә өйҙәге табаны ҡырылып бөткән һәм һуған менән ышҡылған тапочканы хәтерләтә, – ти.
– Йә, Хоҙай, – ти официант клиентҡа. – һеҙгә үҙ ғүмерегеҙҙә нимәләр генә ашарға тура килмәгән икән?

* * *
Судта:
– Фатирығыҙҙы бурҙар талауында ни өсөн тап табип ғәйепле тип уйлайһығыҙ? – ти судья.
– Әлбиттә, ул ғәйепле. Сөнки миңә төнгөлөккә йоҡо дарыуы эсергә һәм тәҙрәне асып йоҡларға ҡушты, – тигән ир.
* * *
Бәләкәй ҡыҙҙан: «Ҙур үҫкәс, нимә эшләйәсәкһең?» – тип һорайҙар.
– Иң тәүҙә, – ти ул, – диетаға ултырасаҡмын.

* * *
– ҡыҙҙар! Иртәнсәк битегеҙҙәге косметиканы йыу­ғандан һуң, исемегеҙ нисек икәнен егетегеҙҙең хәтеренә төшөрөргә онотмағыҙ!

* * *
Ике йәш ҡатын балалары хаҡында һөйләшә.
– Юҡ, минең Ильясым, төндә уянып, бик йонсотмай, ә уяна ҡалһа, бишек йырын йырлайым да, шунда уҡ йоҡлап китә, – ти береһе.
– Элегерәк мин дә шулай итә инем дә, тик күршеләр: «Әҡлимә, йырлап яфаланма, әйҙә балағыҙ ҡысҡырһын», – ти.
* * *
Ике дуҫ һөйләшә. Береһе:
– Гөлиәгә өйләнеп, бөтә ҡалған ғүмеремде уның менән бергә үткәргем килә, – ти.
Икенсеһе:
– Нимә, һин бит бер кемде лә үлтермәгәнһең, ни өсөн үҙеңде ғүмерлек тотҡонлоҡҡа дусар итәһең? – тигән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға