«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Кайнозой



19.03.2011 Кайнозой

Мөнир ҡУНАФИН
Это было прекрасно: жить, когда ты живешь.
Пабло Неруда.

Алып килгән бауын ныҡлы ғына ботаҡҡа бәйләп, элмәген муйынына ғына һалғайны, арттан бар тәне менән ауыр ҡарашты тойҙо. Арҡаһын өтөп бара ине был ҡараш. Хатта эске тауыш тынды. Ул ҡапыл әйләнмәне. Һығыла барған элмәкте тәүҙә ике ҡулы менән айырып әҙерәк бушатты, шунан яйлап ҡына бар кәүҙәһе менән боролоп, артына баҡты. Баҡты ла, төбәгән ҡарашын алмай ғына муйынынан элмәкте алды. Сәбәләнмәне. Уға өс пар ҡараш баҡҡайны. Өс пар һөмһөҙ ҡараш. Эйе, өс ас бүре, телдәрен арҡыры тешләп, тамаша ҡыла ине. Берәүһе бөтөнләй яҡын килгәйне. Бүреләрҙән хатта баяғы эске тауыш та ҡурҡтымы, уныһы ла тын ҡалды. Азат берәүгә лә буйһонмай ине был ваҡытта. Был мәлдә, һанаулы секундта, ул нисек хәл итәсәк, шулай буласаҡ. Быны ул бар зиһене менән аңланы, һәр күҙәнәге ниндәйҙер хәрәкәткә килде. Үҙен-үҙе һаҡлау инстинкты уяндымы, ул өҫтөнә һикергән ҡарт бүренең күкрәгенә, арҡанға ҡулы менән йәбешеп, өҫкә ҡалҡынып, бер типте лә, ыңғайына имәндең олоно буйлап, ҡулына эләккән ботаҡҡа йәбешеп, өҫкә үрмәләне. Уңарса булмай, артынан ырғыған икенсе бүренең хәтәр теше һул аяғының балтырына килеп ҡаҙалды. Бүре бер мәл һауала аҫылынып торҙо. Тик Азатты кәре ташламағайны әле. Ботаҡҡа йәбешкән ҡулдар ниндәйҙер ҡөҙрәт менән бар көсөнә өҫкә тартылды, шул саҡ аяғынан ярай ҙа быймаһы һыпырылып сиселеп төшөп китте. Ергә лап килеп төшкән бүре хатта сыйнап ебәрҙе. Азат өҫкәрәк үрмәләне лә, имән олонон ҡосаҡлап, ҡатып ҡалды. Аҫҡа, олоп нишләргә белмәй ҡоторонған бүреләргә ҡарарға ҡурҡты. Үҙе ҡот осҡос ҡалтыранды. Быймаһыҙ аяғы өшөнө. Ултыра торғас, бар кәүҙәһен һелкетә-һелкетә, үкереп иларға тотондо. Йомшарып китеп, тотонған ботағынан ҡулы ысҡынып төшөп китә яҙҙы.
Бер аҙ тынысланғас, аҫҡа баҡты. Бүреләр ҙә тынысланған, берәүһе имән төбөнә һуҙылып ятҡан. Икәүһе артҡы аяҡтарына ултырған да, ағастың ике яғында тынып ҡалған. Офоҡта ҡыҙарып ҡояш бата. Әллә үҙенең хушлашҡыһы ла килмәй, бигерәк оҙаҡ ҡыймылдай. Офоҡтағы ҡыҙыллыҡ күңел йылытҡыс бер хәбәр ҙә бирмәне, киреһенсә, тормош тәжрибәһе мейелә, һыуытасаҡ, тигән мәғлүмәтте теркәтте. Автоматик рәүештә.
Азат ботаҡта бөкләп ултырған аяғының, олондо ҡосаҡлап талған ҡулдарының ойоғанын тойҙо. Уларҙы яҙып ҡарарға ҡурҡты, хатта әҙ генә ҡыймылдаһа ла ҡолап төшөр кеүек күренде. Тик былай оҙаҡ ултырып булмаҫын да аңлай ине әле аҡылы. Аҫтағы элмәкле бауын күреп һиҫкәнде. Ул ғына, әжәлгә тип әҙерләнгән бау ғына, уны ҡотҡарасаҡ. Ул ғына. Нишләп һәм нимәнән ҡотҡарасаҡ? Был һорауға әлегә яуап юҡ ине. Һалам, тиер инең, үҙе батырға, үлергә йыйынған әҙәмгә нимәгә уныһы?
Тәүҙә ҡулдарын ысҡындырмай ғына аяҡтарын һәлберәтеп ултырып бер аҙ яҙып алды, шунан ҡулдарын яй ғына алмаш-тилмәш хәрәкәткә килтерҙе. Ағас башындағы йән эйәһенең әле тере икәненә һиҫкәнеп, ситтәге бер бүре олоп ебәрҙе. Былай ҙа ҡалтыранырға әҙер торған йән шомланып тағы ла өшөргә тотондо, теше-тешкә тейеп, таш сүкегән тауыш сығарыр­ға тотондо. Быға аҫта ятҡан бүре ҡолағын һағайтты. Шулай ултыра торғас, баяғы эске тауыш уянды. «Әле генә үҙеңә ҡул һалырға йыйына инең. Нишләп улай әжәлеңдән ҡасырға булдың әле, Азат? Бауға аҫылынып торҙоң ни ҙә, бүреләр өҙгөсләп ташланы ни. Кәүҙәңдән йәнең сыҡһа булды. Үлем улай наҙлы түгел ул, нисек тә бара». «Юҡ, бармай, – ситтәре күперектән ағарып киткән, кибеп ярыл­ған ирендәре ҡыймылдап ҡуйҙы. – Барма-ай... Өҙгөләнге килмәй».
Ул ипләп кенә тағы аҫҡа баҡты. Күҙе менән бауҙы эҙләне. Ни булһын, тора. Үҙ хәжәтен белеп, көтөп тора. Уны үрелеп алырға кәрәк. Нисек тә алырға кәрәк. Унда тиклем, бауға тиклем бүреләрҙең буйы етмәҫме? Етергә тейеш түгел. Тик ҡолап төшөп китмәйем. «Эй үҙең ҡурҡаҡһың инде. Әйттем дәһә, арбаға ултырып йөрөйөм тиһәң, тәүәккәл булырға кәрәк, тип». Эске тауыш йоҡламай. Нисә көн йоҡо әҫәре күрмәгән Азаттың ҡапыл ойоғоһо килде. Күҙҙәре йомола башланы. ҡулдары, быуындары йомшарҙы. Башы әйләнде. Тик үҙ хәлен тоя ине әле. Үҙен ҡайҙалыр осоп төшөп барған кеүек һиҙҙе лә, ҡапыл: «Ай-ай!» – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Үҙ тауышынан үҙе һиҫкәнеп, олондо тағы ла нығыраҡ ҡыҫып ҡосаҡланы. Былай оҙаҡ ултырһаң, аҫҡа ҡолап төшөрөңдө көт тә тор. Ул тағы аҫҡа бағып алды. Бауҙы алырға кәрәк. Бүреләргә аҙыҡ булып ятырға ни. Кәүҙәңде бер кем тапмаҫ. Балаларыңа барып йөрөргә ҡәберең дә булмаҫ унан. Ул, бер ҡулын ысҡындырып, фуфайка кеҫәһенә тығып ҡараны. Унан бейәләй килеп сыҡты. Уныһы бөгәрләнеп туңғайны. Һе, нишләп был турала алдан уйламаған, ҡул өшөтөп ултырсы әле. Эсенә әҙерәк йылы инде. Олондо ҡосаҡлаған килеш, ике ҡулы менән бейәләйен ышҡып, боҙон ҡойоп төшөрҙө лә, бер ҡулына кейҙе. Йәбешкән килеш икенсе кеҫәһенә ҡулын тыҡты. Тик уныһы буш ине. Һыңар ҡуллы, һыңар аяҡлы килеш ултыр инде бына. Нишләп һыңар булһын ти? Шөкөр, ике аяҡ, ике ҡуллы ул. Быйма менән бейәләйе генә һыңар уның. Уларының ишен табыуы ҡыйынмы? Шулай ҙа һыңар бейәләй күңелен күтәрҙе Азаттың. Яланғас ҡулына ул тынын өрөп алды. Унан һаҡ ҡына башындағы йөн башлығы аҫтына тыҡты. Тәүәккәлләргә булды. Бейәләйле ҡулын олондан алды ла ботаҡҡа йәбеште. Аяҡҡа эләгеп, шатыр-шотор һынып аҫҡа килеп төшкән ниндәй­ҙер ҡоро ботаҡ ятҡан бүрене торорға мәжбүр итте. Ул кирелеп сыйылдап алды. Азат быға иғтибар итмәне, сираттағы ботаҡҡа йәбешеп, тағы аҫҡараҡ төштө. Үҙе, әлдә аҫылыныр өсөн имәнде һайлағанмын әле, башҡа ағас урманда былай уҡ тармаҡланып үҫә аламы ни ул, тип уйланы. Бау бәйләнгән ботаҡҡа яҡынлашты. Бүре тынғыһыҙлана башланы, бер нисә тапҡыр ағасты уратып йөрөнө. Икенсеһе килеп имәнгә ышҡынып алды. Көтәләр, тимәк. Уяу икәндәрен белгертәләр. Азат уларҙың хәрәкәтенә иғтибар ҙа бирмәне. Ул йыртҡыстарҙың күҙҙәренә ҡарарға ҡурҡты. Йән өшөткөс ҡарашты ул бая уҡ тойғайны. Был тормошҡа кире ҡайтарған ҡарашты башҡа күрмәҫтәй ул. Ботаҡҡа етте. Бауҙың һәлберәп торған элмәкле осон ипләп кенә үҙенә тартып алды ла елкәһе аша һалды. Был осо ныҡ бәйләнгән, өшөгән ҡулдары тыңламаны. Төйөн бирешергә теләмәне. Ятып сәйнәр ине лә, ҡолап төшөүҙән ҡурҡыта. Ана, теге йыртҡыс тештәрен ыржайт­ҡан килеш артҡы аяҡтарына баҫып, ялҡау ғына бер-ике тапҡыр ҡалҡына биреп ҡуйҙы. Сәғәтен көтә яуыз, Азат аҫҡа төшөү менән ҡорбанына ташланасаҡ. Һеләүһендәй һикерәсәк. Һаҡ, бик һаҡ булырға кәрәк. ҡалай ныҡ сеймәлгән, ысҡындырырмын тимә. Нимә тип шул тиклем бәйләргә инде. Үлер кеше былай ҙа ҡасып китмәҫ ине. Ботағы ныҡ булһа, бауы түҙер ине уның. Азаттың үҙе ишкән нәҙек эш арҡаны. Арҡан ишергә яратты ул. Онотолоп китеп, еренә еткереп иште ул заманында. Шул мәлдә үҙе менән үҙе ҡалырға ярата торғайны ла.
Өшөгән ҡул бөтөнләй бер ни тоймай башланы. Ир яңынан өҫкәрәк менеп ултырып, олондо ҡосаҡланы. Һыңар бейәләйен сисеп, ҡыҙарып өшөгән икенсе ҡулына кейҙе. Бер аҙ тын ултыр­ҙы ла, тағы төшә биреп, үрелеп кенә йылынған ҡулы менән төйөндө сисеп маташты. Был юлы һығылған бау бер аҙ йомшарҙы. Шул мәл ситтәге бүре ҡапыл ҡалҡынды ла баулы ботаҡҡа ырғыны. Быны көтмәгән Азат тертләп ҡолап төшөп китә яҙҙы, ярай ҙа бейәләйле ҡулы ныҡ йәбешкәйне ботаҡҡа. Ул аҫҡа ҡараны. ҡарашы бүренеке менән осрашты. Йыртҡыс ҡарашындағы бушлыҡ, ниндәйҙер әсе һәм мәғәнәһеҙ, ытырғаныс һәм ғәмһеҙ бушлыҡ уның оторо асыуын ҡабартты. Сырт итеп аҫҡа төкөрөп ҡуйҙы. Шунан, ҡурҡыныс бер ни булмағандай, тағы һаҡ ҡына сүкәйҙе лә бауҙы ысҡындырырға тотондо. Был юлы бүре шыңшыған тауыш сығарһа ла, өҫкә ырғырға йөрьәт итмәнеме, имән төбөндә тапанды. Ниһайәт, төйөндө тағатты. Арҡанды иңбашы аша ташлап йыйып алды ла өҫкә үрмәләне. Ныҡлы ғына ботаҡҡа арҡандың баяғы осон яңынан бәйләп ҡуйҙы.
Элмәкте һаҡ ҡына башы аша муйынына индерҙе лә аҫҡа баҡты. Икенсегә һала инде боғаҙына был бауҙы. «Бына шулай, хәҙер был кәүҙә һеҙгә лә эләкмәй, миңә лә... мин дә хужа булмайым», – тип мығырланы. Ике ҡулы менән бауҙы тотоп, бик оҙаҡ күккә ҡарап торҙо. Һыуыта, бигерәк йондоҙҙар баҫҡан күкте. Бер-икеһе торған урынында түҙмәй атылып та китте. Арыраҡ ауыл уттары ла емелдәй. Кешеләр йоҡларға ятмаған әле. Бисәһе һыйыр һауып ингәндер инде. Балалары телевизор ҡарайҙыр. Хискә бирелмәҫкә кәрәк, тип уйланы үҙе. Белә, донъяны ташлап китеүе еңел түгел. Ул донъяла йәшәүе тағы ла ауырыраҡ. Өйөн, балаларын, бисәһен уйламаҫҡа тырышты. Хис аҡылды томалай, ниәттең билен һындырасаҡ – быны яҡшы аңлай ул.
«И веревочка в дороге пригодится?» – ауыҙынан үҙе лә уйламаған һүҙ килеп сыҡты. Әллә баяғы эске тауыш ташланымы был кәлимәне? Тын ҡалып, ике ҡулы менән башын тотоп үҙен тыңланы. «Ысынлап та, тауыш ҡайҙан килә икән?» Шунан, бушатып, арҡанына текләп ҡарап алды. Ниндәй әҫәрҙән әле, кемдең һүҙҙәре һуң? Ә, Гоголь. Гоголь шул. Мейеһе сәғәт кеүек эшләне.
Уҡырға яратты ул. Бәләкәстән. Тик китаптар уға дуҫ ҡына булып ҡалды, эстә ҡалды. Урамға сығып, китап теле менән берәй хәбәр әйтеп ҡара, шунда уҡ иҫәргә һанаясаҡтар. Күпте белгәне өсөн мәктәптә күп туҡманылар уны. Үҫкәс, урамдағыларҙың шыр тиле икәнен ныҡлы белгән һәм шул йәмғиәттә йәшәргә кәрәк икәнен аңлаған «Кайнозой» Азаттың улар кеүек наҙан булғыһы килде.
ҡушаматты ла уға ана шулай күп белгәне өсөн йәбештерҙеләр. Фаяз күршеһенең өй нигеҙенә Аҡбейектә таш сығаралар ине. Ерҙе соҡоп, аҡтарып, быуаттар буйы нығынған, плитаға әйләнгән таштарҙы һәр береһен айырым һөйрәп килтереп сығарыуы еңел түгел. Беләк кәрәк. Боронғолоҡ төпкөлөнән, һыуыҡ, еүеш, ҡараңғы ер ҡуйынынан, бөгөнгө көнгә, йылы ҡояшҡа тартып килтереп сығарыуы шулай уҡ ләззәт тә ине Азатҡа. Бер ҡомартҡы ла кеүек ине уға был һыуыҡ таш. «Бынау таш, егеттәр, ҡай заманға ҡарай икән, моғайын, кайнозой эраһыналыр. Их, берәй археологтан һорағанда. Шәп тә инде, һинең өйөң, Фаяз, кайнозой эраһы ташында ултырасаҡ. Шә-әп!» – тине. Башҡаларға шул етә ҡалды. Ниндәйҙер иҫерек баш ауыҙынан шундай фәнни, китапса һүҙ сыҡһын әле! Улар был таныш түгел һүҙҙән, үҙҙәренә сәйер тойолған һүҙҙән тиҙ үк ҡыҙыҡ таптылар: «Кайнозой, тиң, ә, үә-әт, исмаһам, кайнозой». Китте барҙы, шул сәғәттән Азат «Кайнозой»ға әйләнде.
Эйе, наҙан булһаң, рәхәт, һин үҙ кеше. Йәмғиәттән азат булып булмай, Азат, тип Горький бабай дөрөҫ әйткән. Тик китап сиренән ҡотола алманы, уҡыны ла ташланы. Һәм онотто. Әле килеп онотолмағандар ҙа бар икән... Был Гоголь ниндәйҙер бау тураһында һөйләй. Ә-ә-ә, «Ревизор»ҙа Осиптың һүҙҙәре бит. «И веревочка в дороге пригодится: тележка обломается, или что другое, – подвязать можно» – хәтере әле лә шәп уның. Рабиғаның сәмәйе бөтөнләй үк йыуып бөтөрмәгән әле был мейене. Арба, тормош арбаһы ватылған инде, бау ғына тотмаҫ серегән күсәрҙәрҙе. Инәңдең башы икән, анаһыҙҙы, һуң Сәриәгә, ҡыҙыма, санаһын рәтләп бирергә тип вәғәҙә иткәйнем түгелме? Бер яҡ табаны йоҡарып бөтөнләй өҙөлөп сыҡҡайны, яйлы ғына таҡта киҫәге менән ямап ҡуйғанда... Сананы әйтәм... Тағы нимәне әйтмәксе булғайның һуң? Сәриәнең, ҡыҙыңдың, бер яҡ ҡанаты, терәге мәңгегә һынмаҡсы. Табан ғына түгел. Йәл дә кеүек... Ай әттәгенәһе, уйламайыраҡ сығып киткәнмен. Шул сананы йүнәткәс аҫылынырға була бит. Балаһы күпме шатлығынан мәхрүм ителә. ҡуй инде. Йүгереп кенә ҡайтып кил ине лә бит. Яталар былары һуҙылып.
Азат аҫҡа ҡарап ҡуйҙы. Бүреләр тынысланып, өсөһө өс урында, алғы аяҡтарын алға һуҙып, һуҙылып ятҡайны. ҡолаҡтары ғына һаҡ. Ай яҡтыһында быныһы ла асыҡ төҫмөрләнә.
Нишләргә? Таң атҡас, был йыртҡыстар китер ҙә ул. Әллә бөгөн үлмәй торорғамы? Сәриә бит көтә. ҡыҙым көтә. Иң ҡыйыны өмөт һүнеүе был донъяла. Өмөтһөҙлөк, яңғыҙлыҡ муйынға бау һалдыра ла инде. Азат тағы ла бауына ҡарап алды. Яйлап ҡына элмәкте башы аша кире сығарҙы. Икенсегә сығара инде. Ботаҡтан яңынан төйөндө систе. Был башты тубал итеп ҡатырған уй түгел, нығынып өлгөрмәгән икән, был юлы тиҙ сиселде. Арҡан төйөнөн әйтеүе. Кәүҙәне күтәреп, тартылмаған әле. Яңы бәйләнгән. Ә ғүмер төйөнө? Сиселмәҫлек булып сеймәлгәнме ни? Кеше ғүмере лә – еп. Теләһәң, үҙең йә башҡалар өҙөргә мөмкин, теләһәң, унан ҡалын һәм ныҡлы арҡан ишергә лә була. Тик уға күпме шатлыҡ-ҡыуаныс йүкәһен, күпме әсе ҡайғы-һынау сүсен бергә үреп барырға кәрәк. Ул саҡта, ай-һай, әжәл елпенеп-елпенеп әүһәлей итеп ултырмаймы икән ғүмер тигән арҡаныңда?! Күпме арҡан иште, ә шул турала, тыуым менән үлемде тоташтырып торған ғүмер тигән еп тураһында, ныҡлы уйланғаны ла булманы бит Кайнозойҙың. Бынау ҡарт имән башында өшөп-ҡалтыранып ултырғанда башты хәҙер шуның менән ҡатыр инде.
Бауҙы алып, ултырған ботағынан һаҡ ҡына ҡоласын йәйҙе лә имән олонон уратып арҡанды алдына килтереп сығарҙы. Йәтешләп ултыр­ғас, ҡалтыранған ҡулдары менән үҙен имәнгә ҡушып, күкрәге тапҡырында тағы төйөн яһаны. «Бына шулай, үҙемде үҙем бәйләп ҡуйҙым. Көтмәгеҙ ҙә, янығыҙға осоп барып төшмәм, ҡатһам да, имәнде ҡосоп ҡатам», – тип аҫҡа сырт итеп төкөргән булды. Тик кипкән ауыҙ эсенән ҡалтыранған ирендәрҙе йылытырлыҡ тындан башҡа бер ни ҙә сыҡманы.
Өйөн, балаларын, бисәһен уйламаҫҡа тырыш­һа ла, ҡалҡынып, тағы ла ауыл яғына ҡарап алғыһы килде. Хис аҡылды томалай, ниәттең, теләктең үҙен үлтерәсәк – быны яҡшы аңлай ул. Әйтерһең, әжәлдең үҙенә үҙең теләп ҡул һоноу шәп ниәт инде. Шәпме, йүнһеҙме, уның үҙенең ниәте – шуныһы мөһим. Ул, исмаһам, ошо ҡарарында үҙенә үҙе хужа. «Башты ул яҡҡа борорға ла ярамай». Тик муйын үҙенән-үҙе шул яҡҡа тартылды. ҡараштар ерҙән яй ғына күккә тартылды, унан тағы ауыл өҫтөндә туҡтап, ҡатып ҡалды. Уттар яна әле. Ауыл бөтөнләй йоҡоға талмаған. Кешеләр ятмаған. Йәшәү дауам итә унда. Дауам итә-ә...
Тамағы кипте, һыу эсергә ине. Бер ҙә булмаһа, үрелеп кенә ҡар ал да, ауыҙға һал да бит... Һаҡ ҡына аҫҡа ҡарап алды Азат. Яталар ҡар һыуығында һауын һыйырындай һуҙылып. ҡарҙы ҡапҡыһы килмәй быларҙың.
– Быларға ҡан кәрәк. Ә миңә һыу, и фсю, – тип ҡарашын өҫкә күтәрҙе. Бар йыһанды, бар күкте барлап-барлап бара торғас, Етегәнде тапты. Уға күҙен ҡыҫа биреп, оҙаҡ ҡарап торҙо. – Их, ижауыңдан бер тамсы ғына һыу тамыҙһаңсы, Етегән. Бер тамсы... – Ауыҙын асып, муйынын һуҙып күккә ымһынды. Тамағы тағы ла нығыраҡ кипте. Йондоҙҙар тоноҡлана барып мәрхәмәтһеҙлек күрһәттеме, әллә Азаттың күҙенә шулай күрендеме, ул күккә һуҡ бармағы менән янаны. – Күктәгеләр ерҙәгеләрҙең хәлен беләме һуң, ысвулыч. Иҫ китерлек киң икән дә йыһан тигәндәре... тик унда миңә урын юҡ. Бер тамсы шәрбәтен йәлләйҙәр. Эй, күк йөҙө, ерҙә лә хәлдәр хәтәр. Тирә-яҡта – бүреләр, мине ашарға ынтылалар. Йотор һыу тамсыһы юҡ. Эй-й, күк йөҙө...
ҡапыл уның ҡолағына тағы тауыш килде. Татлы талғын тауыш.
«Был күк йөҙө тик ғәм өҫтәп, юҡҡа баға,
Берәү тыуһа, икенсеһен утҡа яға.
Тыумағандар, әгәр белһә беҙ күргәнде,
Бөтөнләйгә тыумаҫ ине был донъяға!»
– Эйе шул, тыумаҫ ине. Ни за что ла! Кем бар бында? – Азат, күҙҙәрен ялтыратып, тирә-яҡҡа ҡарап алды. – Кем былай татлы итеп шиғыр һөйләй әле ул? Ты что, Хәйәм бабай, һинме әллә? Кемде күрәм мин? Понимаешь, Ғүмәр Хәйәм үҙе, точно, давай, ултыр эргәгә. Мин бит бында яңғыҙ үлергә йөрөп ятам. Һуң, донъяла аҡыл эйәләре лә бар ҙа һуң. Онотолғанмын, ғәфү ит. Әле яңыраҡ Гоголь килеп китте. Ниндәйҙер бау ҙа тотҡан ине. Их, Есенинды ла бында саҡырғанда. Яратам мин уны. Яңғыҙ эскән саҡта йә уның менән, йә Высоцкий менән сәкәштереп эсә торғайным. Һин ниңәлер, Хәйәм ҡарт, өндәшмәйһең әле.
«В воде ты лишь свое лицо увидишь,
В вине узришь и сердце ты чужое».
– О, Хәйәм был. Ну, Хәйәм, ты прав, йөҙ тапҡыр хаҡлы. Бер тамсы һыу һорағансы, бер йотом шарап булғанда, шаулатыр инек донъяны. Есенинды ла бында саҡырғанда. Их, өсөбөҙ белер инек был имәндең нисек әкәләһен ҡойорға.
«Ул да бында, ана, өҫкө ботаҡта ултыра бит. Күрҙеңме?»
Өҫкө ботаҡҡа ҡараны. «Ысынлап та, кемдер аяғын һәлендереп ултыра түгелме? Ой, бөҙрәсәс Сергей ҙа бында. Һәр ваҡыттағыса, ҡулында йәшел китабы. Уҡы, әйҙә, берҙе. Тамаҡ кипте? Минеке лә».
Ултыра торғас, уның йырлағыһы килеп китте. Йырлағы килде, тик күңел ниндәй көйҙө һорай – уны белмәне.
«Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды киң Урал...» – «Шайморатов генерал»ды һуҙырға булды. Кипкән тамаҡ үҙенекен итте, тауыш сыҡманы, ә моң былай ҙа булманы, тыуғанда уҡ әсә ҡарынында онотолоп ҡалғайны. Шулай ҙа күңелендәге дәртен буштан ғына һүндергеһе килмәне, үҙен уратып бәйләгәндән һуң алдындағы артып ҡалған арҡан остоғо менән ике яҡҡа һуҡҡылап, имән ботағында һикергеләп алды. Атта саба, йәнәһе. Ана шулай ул, ат уйнатып алдан бара, Азат тигән генерал, тип йылмая, аҡырып көлә башланы. Йыр йөрәгенә үттеме, әллә үҙен йәлләнеме, әллә үҙенән үҙе ғәрләндеме, аҡырып көлгән һайын тамағына төйөр ултыра барып, күҙенә эре-эре йәш бөрсөктәре төйөлдө. ҡарлығып сыҡҡан көлөү тауышын үкереп-үкереп илаған өн алмаштырҙы. Тик шуныһы сәйер, илаған һайын Азатҡа рәхәт, унан бигерәк йылы ине. Күптән илар­ға кәрәк булған, тигән мәғәнәһеҙ уй ҙа килеп ҡуйҙы башына.
Ултыра биргәс, ойоп киткәндәй булды. Шул саҡ күҙенә тағы Сергей Есенин пәйҙә булды. Урыҫса ниҙер мығырланы.
– Һин белмәйһең әле, Серега, мин һине күпме рекламирит иттем. Ой, һөйләп тә ебәрәм:
Дай, Джим, на счастье лапу мне,
Такую лапу не видал я сроду.
Давай с тобой полаем при луне
На тихую, бесшумную погоду.
Дай, Джим, на счастье лапу мне, тип һөйләйем, эйе, бөтә ирҙәр, карифандар илай торғайны хатта. Ну, һине йәлләп инде. Эт менән һөйләшкәс, эше хөрт, белогорячка уже, тип. Ой, Серег, минең дә әле айға ҡарап олоғо килгән саҡ бит ул. Ой, олоғо килә. Миндә лә эт менән һөйләшер хәл, Сергей Александрович... Шуға һин, дауай, Сергей, миңә должен, ауылға барып ҡайт. Сәмәй артынан дуй. Тиҙ йөрө. Әйтерһең Рабиға түтәйгә, мин ебәр­ҙе, тип. Есенин, тип таныштырып тормаһаң да булыр, барыбер белмәҫ. Шаляпин менән Путинды ғына белә ул. Шешә һүрәтенә ҡарап һәм, между прочим, әйтһәң дә, оят бына, башҡорттар наҙан тип уйларһың инде, икеһен дә президент тип уйлай... Дауай, йүгер, Рабиға минең күрше, Кайнозой Азат ҡайҙа йәшәй, тип һораһаң, сразы әйтерҙәр үҙеңә. Нишләп «Кайнозой»? Мине ауылда шулай тип йөрөтәләр. Мин бит башҡа эра кешеһе, яңы тормоштоҡо. Һин тик, мин Есенин Сергей Александрович, шәп шағир, Азатҡа карифан тип әйт, пускай все знают. Әҙерәк булһа ла хөрмәт артыр. Дауай, дауай, брат, йылдамыраҡ ҡыймылда инде...
Азатҡа рәхәт ине. Ул, уйында һөйләшкәнен аңламаһа ла, имәндә, тармаҡлы имәндә үҙ донъяһы, үҙ дәүләте бар икәненә бик ышана ине шикелле. Тармаҡлы имәндең өс ботағында, Хәйәм, Есенин менән һин дә мин һөйләшеп ултыра алыуына, уның ысынбарлыҡҡа тап килеүенә ул бәхетле ине, улай ғына түгел, шағараҡ ҡороп ултырырлыҡ яҙмышына рәхмәтле ине.
– Ә бүреләр?.. – Аңда Есенин телгә килде. – Нисек уларҙан үтәм һуң? Был бүреләр мине лә ашаясаҡ, йә аҫып ҡуясаҡ. Таныш миңә был бүреләр йәмғиәте.
– Ха-ха... ҡурҡма, беҙ уларҙан бейектә бит, Серега, – аҡырып көлгән булды Кайнозой. – Тә-әк... хәҙер мин уларҙы әүрәтәм, һин шул ваҡытта, улар күрмәгәндә генә ауылға шылырһың, – Азат әкрен генә бауын систе, шунан уның бер осон ултырған ботағына бәйләне. – Улар һыңар быймаға ла, буш быймаға ла әүрәй ул, – тип һөйләнде. Баяғы һыңар быймаһын систе, аяғының өшөгәнме, йылымы икәнен дә тойманы. Шунан уны бауҙың икенсе осона ныҡлап бәйләне лә аҫҡа төшөрөп ебәрҙе. Һелкенеп торған быймаға оҙаҡ ҡарап торҙо. Үҙе һөйләнеүен белде:
– Ана, һикерегеҙ быймаға, һикерегеҙ. Унан һарыҡ еҫе килә-ә. Әүрәгеҙ әйҙә буш быймаға, – олонға йәбешкән килеш, һаҡ ҡына артына боролоп ҡараны. – Ә һин, Серега, йәһәтерәк ҡыймылда, кире бында ҡайтҡаныңда тауыш бирерһең, мин бүреләрҙе тағы әүрәтермен.
Быйма аҫыулы бау шул килеш ҡалды. Уны тартып, үҙен бәйләүҙе кәрәкмәй тип таптымы, әллә оноттомо, Азат олондо ҡосаҡлап ултырыуында булды.
Сергей киткәс, уның Хәйәм менән серләшкеһе килде. Был аҡыллы ҡарт, сер тотор ир заты, тип уйланы ул. Юҡ, ул Сергейға ла һөйләй ала серҙәрен, тик уның әлегә үҙ хәстәре, мәшәҡәте бит әле. Рабиға менән уртаҡ тел тапҡансы. Кеҫәһендә аҡсаһы бармы икән, исмаһам. Һорарға ла онот­ҡан. Рабиға аҡсаһыҙ көтәсәккә фиг бирә ул. Сергей мут егет, бер әмәлен тапмаҫ тимә.
Хәйәм менән донъя хәлдәре тураһында һөйләшкәндә лә була.
– Ә һин, Хәйәм, юҡ, Хәйәм бабай тип әйтәм, белмәйһеңме, мин нишләп үлергә булып киттем икән? – Эске тауыш тауыш бирҙе. Таныш уға был тауыш. Тик ул кисә Хәйәм менән һөйләшмәне. Ысынлап. Хәйәмде ул ана күрә, уның аҡ һаҡалы ла йылмайған кеүек. Уға ҡараһаң, хатта күңел һөйөнә. Кисә башҡа ҡарт ине. Ул да һаҡаллы, тик ҡарашы уҫал ине.
– Иҫкә төштө, ысвулычь. Бына, Хәйәм, эй, Хәйәм бабай, һөйләһәң, һүҙ ул. Күп тә эселмәне. Аҙна башында урамдағы дөйөм колонка туңғас, шуны паяльник менән иретеп, һыу ағыҙҙыҡ. Бөтә урам һыулы тигән һүҙ был, шатлыҡ так шатлыҡ, бөтә урам ирҙәре эстек, тик Фаяз дуҫ ҡына эсмәне. Мин эсһәм, ул эсмәгән була. Юҡ, минән ҡурҡмай ул, беләм ниңә эсмәгәнен, ну, уныһы башҡа мәсьәлә, эстек. Иртәгәһенә уйҙа ла юҡ ине, бисә үҙе тәҡдим итте, башың ауыртмаймы, тип. Әҙәмгә һанай икән әле был, тип, тоттом.
Дөрөҫөрәге, эсһәм, минең йөрәк яна. Йөрәк янһа, мин аҙна буйы «В вине узришь и сердце ты чужое», барыһының хәленә инер мосафирға әйләнәм дә ҡуям шулай. Ә үҙемдең йөрәктә ни яна – белгән кеше юҡ. Әй, хәҙер үҙем дә белмәйем, кәрәкме ул йөрәк миңә үҙемә, юҡмы, аптыраған. Етенсе көнөнә айныҡтым. Йөрәк миңә кәрәкмәй, тип һүҙ һөйләп йөрөгәнмен эскән саҡта. Айныҡҡас, баяғы йөрәгем бер ҡарт сүрәтендә күҙ алдына килә лә баҫа, килә лә баҫа. Уныһына түҙергә була әле. Бер туҡтамай арттан ҡалмай һүҙ һөйләп алйыта был. Йөрәгең булмағас, һиңә ғәзиз кешеләрең кәрәкмәй, ти. Бисәңде үлтер, балаңды үлтер, ти был. Бына шулай, Хәйәм бабай. – Азат ҡалҡынып ауыл яғына ҡарап алды.
– Үлтерергә ине.
– Вәт һин дүрәк, Хәйәм бабай.
– Йөрәк ҡушҡас һуң, үтәргә ине.
– Йөрәк ҡушһа ла, айныҡҡас, минең йөрәк бар ине. Күкрәкте тотоп ҡарайым бит мин: йөрәк бар, тибә.
– Кит инде, һине йөрәкһеҙ, тиһәм.
– Шунан бисәкәйгә әйттем, бер ҡарт бабай һине, балаларҙы үлтерергә саҡыра, тим. Ә ул, бар, башты ҡатырма, алкаш несчастный, ти. Ярҙам итергә уйламай ҙа. Киттем балниска, унда, бимазалап йөрөмә әле, мә, йөҙ грамм спирт һалып бирәм, ти врач. Ә минең күрге лә килмәй. Теге ҡарт, эс тә, бисәң менән ҡыҙыңды үлтер, ти бына. ҡайттым да үҙем үлергә булдым. Бисәгә әйттем, мин һине үлтерә алмайым, үҙем үләм, тим. Ә ул, мин чиста, белогорячкаң үткәс ҡайтырһың, тине. Шунан мин киттем, Хәйәм бабай, бына ошо имәнгә. Бер кемгә кәрәгем юҡ. Мине кешеләр яратмай, йәмғиәт ҡабул итмәй. Йыһанда миңә урын юҡ. Бик ғәҙелһеҙ был донъя... Рәхмәт, хәлгә кереп һин килгәнһең әле. Серега менән.
«Ғәҙел йәмғиәт Рим империяһы ғына инде», – Хәйәм телгә килде.
– Әйҙә, улайһа беҙгә батша итеп һинең берәй танышың булған Рим императорын килтерәбеҙ, – Азат, Хәйәм үҙе һуң Осман империяһынан түгелме әле, тип уйланы. Унан да түгелме?.. Тик мейеһе алған уй юлағынан тайпыла алманы. Рим империяһы тәк Рим империяһы! Тик ул яуыз империя түгелме һуң? Әй, беҙҙең йәмғиәттән ҡурҡыныс түгелдер әле.
«Әйҙә һуң, – тиҙ килеште Хәйәм. – Барып алып киләйем. Көт мине. Әжәл килһә, ҡурҡмаҫһыңмы һуң?»
Әжәлдән ҡурҡманы Азат. Был тормошта ғүмереңдең баһаһын белеү – бәхетһеҙлек ул. Шуға кеше ҡурҡаҡҡа әйләнә. Әжәл уйламағанда йәнемде килеп алыр ҙа китер, тип бер туҡтауһыҙ нисек уйланып, һиҫкәнеп йәшәргә, дөрөҫөрәге, шөкөр, бөгөн дә ҡояш сыҡты, шөкөр, бөгөн дә ҡояш имен-аман ғына батты, тип һәр көнөңдө иҫәпләп, йәнде һаҡлап, тереклек итергә мөмкин. Әжәле еткән бер үлер, әжәлдән ҡурҡҡан көн дә үлер, тигән борон­ғолар. Дөрөҫ әйткәндәр түгелме, Хәйәм?
Әжәлдән ҡурҡманы Азат. Китте урманға, нәҙек арҡанын алып. Аҫылынып үлергә. Тик бына бүреләр... Ул аҫҡа ҡараны. ҡойроҡтарын аҫҡа һалып ултыра төшкән әле былар. Көтә-көтә арттары өшөй йыртҡыстарҙың.
– Төшәһем юҡ, идите... – әсе итеп һүгенде лә, сырт итеп төкөрҙө Азат.
Тирә-яғына ҡаранып алды. Есенин иптәш оҙаҡлап китте. Хәйәм сәмәй эсерме икән, шарапҡа өйрәнгән кешегә ул ҡатыраҡ бит. Сөнки Рабиға уға әсеткәндә тауыҡ тиҙәге лә ҡуша. Шул күҙәнәктәр­ҙе, нервыларҙы үлтерә, ябай ғына тауыҡ тиҙәге. Психҡа әйләндерә...
...Тауыҡ тиҙәге танауына килеп бәрелдеме ни, Азат ҡапыл һиҫкәнеп, айнып китте. ҡапыл өшөп киткәнен тойҙо. Көскә-көскә ҡулдарын ҡуҙғатты. Башын күтәреп ауыл яғына ҡараны. Алыҫтан яҡтылыҡты шәйләне. Әллә шәм, әллә фонарь тотоп, кемдер килә, буғай. Есенин түгелме? Әллә Хәйәмме? «Ниндәй Есенин, иҫәр? Аңыңа кил, Азат. Хәйәм, имеш. Уларҙың тырнаҡ осона ла тормай­һың бит, йолҡош. Уларҙың үлеүенә ни ғүмер. Тағы шайтаның ҡотора бит, Кайнозой. Күҙеңә күренә. Уян!» Ул һикереп торорға итте. Тик туңып барған кәүҙә ҡапыл ғына ҡуҙғалманы. Теге кеше һаман килә бит. Әллә ут тотҡан. Йылыһы бында ла килеп еткән кеүек. Һуң, бында бүреләр ятҡанын белмәйме икән ни ул әҙәм? Әҙәм тигәндән, уны эҙләп Әминә сыҡманымы икән? Бисәһе уны яратмаһа ла, йәлләй ине бит әле. Балалары хаҡына... Хәҙер уны бүреләр өҙгөләп ташлаһа?.. Балалар әсәһеҙ ҡала бит! Аталарын эҙләп сыҡҡан да, бүреләргә юлыҡҡан. Юҡ инде, ир кеше быға юл ҡуймаҫ. Килмәһен ул бында, килмәһен. ҡотҡарырға кәрәк Әминәне. ҡалай шәме яҡты яна, хатта йылыһы бында етә. Ул уттан бүреләр ҡурҡмаймы икән? Аҫҡа баҡты ир. ҡалай бүреләрҙең күҙҙәре ут кеүек яна. ҡан көҫәй шулай улар. Шуға күҙҙәре ҡыҙыл. Үҙҙәре ҡыҙыл, үҙҙәре эҫе бөркә. Ул һыңар бейәләйен сисеп, аҫҡа ташланы. Былай ҙа эҫе, һыңарҙың бында былай ҙа кәрәге юҡ. Бисәһе ут менән йылы алып килә. Уны ҡотҡарам тип килә. Килмәһен ул. Мине бит ҡотҡарып булмаясаҡ. Мине бүреләр урат­ҡан. Тирә-яҡлап уратҡан. Уларға минең йәнем кәрәк, йәнемдән бигерәк тәнем, ит-һөйәгем кәрәк. Мин уларға шулай көсһөҙ, меҫкен килеш кәрәк.
Азатҡа бисәһен ҡотҡарыу уйы йылы бирҙеме, ҡапыл тағы эҫе булып китте. Үҙе тирә-яғына ҡаранды. Есенин ҡайҙа булды һуң, тип уйланы. Хәйәм Рим империяһынан берәй императорҙы алырға киткәйне түгелме, тип хәтеренә алды. Шәм тотоп, бисәһе менән улар килмәйме икән? Ул, бер ҡулын маңлайына ҡуйып, яҡтылыҡ килгән яҡҡа







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға