«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » «Кончай бомбить, аҙаш!»



12.03.2011 «Кончай бомбить, аҙаш!»

Һүҙгә оҫта, мәрәкәсел Муса бабай, ябай һалдат булып данлы яу юлы үткән ветеран (күптән мәрхүм), балалар менән осрашыуҙа (бер мәрәкә булһын, тигәндер инде) былай тип һөйләй икән:
– Һуғышта летчик булдым. Бер мәл Муса Гәрәев менән дошманды бомбаға тотабыҙ. Эй, бомбить итәбеҙ, эй, бомбить итәбеҙ. Көн кисләп киткәс, самолеттан аҫҡа һәйбәтләп ҡараһам, тыу­ған ауылым Янһары эргәһенә килеп сыҡҡанбыҙ. «Кончай бомбить, аҙаш, туҡтат! Беҙҙең ауыл бит!» – тип ҡысҡырып ебәрҙем.
Шунан былар, йәнәһе, ауыл ситендәге Йөҙәкәй яланына төшөп, ауылдаштары менән осрашып, сәй эсеп, данлыҡлы герой аҙашы менән тағы ниместе ҡыйратырға осоп китә, имеш.
Шунан һуң һәм әле лә кемдер нимәнелер саманан тыш шаштырып һөйләй башлаһа, шунда уҡ: «Кончай бомбить, аҙаш!» – тип туҡтата һалалар. «Беҙҙең ауыл бит», – тип өҫтәп тә ебәрәләр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға