«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » «Ниңә икене алманың?»



12.03.2011 «Ниңә икене алманың?»

Бригадир булып эшләгән Миң­леғол, ҡыҙарынып-бүртенеп, ултырыштан ҡайтып инде. Атаһы колхоз хәлдәрен һораша башланы.
– Шунан, улым, эштәр барамы?
– Бара, атай, бара.
– Ултырыш нисек үтте?
– Шәп, атай, шәп. Эй «маҡтанылар» үҙемде, бер быҙау ҙа бирҙеләр.
– Һәй-бәт, – тине атаһы.
Атаһы менән улының һөйләшеүен тыңлап ултырған әсәһе лә һүҙгә ҡушылды:
– Аһ-аһ, улым, колхоз шулай быҙау таратҡас, ниңә берҙе генә алдың? Икене һорар инең, балам.
– Эй, әсәй, берәүһе лә баштан ашҡан инде уның, – тип ҡул һелтәне лә Миңлеғол тағы эшенә сығып китте.
Тик ултырышта колхоздың бөтә белгестәренән һәм малсыларынан үлгән быҙауҙарҙың хаҡын түләтеү тураһында ҡарар сығарыуҙарын әсәй кеше белмәй ине.

Мәҙинә АБДУЛЛИНА.
Стәрлебаш районы,
Үрге Шәкәр ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға